Түрәләр “Лада Калина”ны өнәмәҫ тә...12.04.2012
Түрәләр “Лада Калина”ны өнәмәҫ тә...Үткән аҙнала Владимир Путин: “Тиҙҙән илдең бөтөн чиновниктары һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар Рәсәй автосәнәғәте тарафынан етештерелгән автомобилдәргә күсәсәк”, – тип белдерҙе. Быны халыҡ яңы ауыҙҙан ишетелгән иҫке хәбәр тип ҡабул итте: ҡасандыр Борис Немцов та түрә-ҡараны “Мерседес” менән “Ауди”нан мәхрүм ҡалдырып, “Волга”ға ултыртырға маташҡайны бит. Үкенес, әммә был башланғыс күңелһеҙ тамамланды. Рәсәйҙең Премьер-министры ниндәй әмәл тапты икән – күптәрҙе хәҙер ошо ҡыҙыҡһындыра.
Сер түгел, бөгөн дәүләттең бихисап аҡсаһы чиновниктарҙы техника менән тәьмин итеүгә сарыф ителә. Иң юғарыла ултырғандар бөгөн һис тартынмайынса “Мерседес”, “Ауди”, “БМВ”, “Лексус”ты һайлаһа, аҫтағыларға “Тойота”, “Ниссан”, “Фольксваген” кеүек маркалар менән мөрхәтһенергә тура килә. Үҙебеҙҙең “Волга” менән “Лада”ны ҡулланыу тураһында һүҙ ҙә юҡ, әлбиттә. Хатта тап чиновниктар өсөн тип сығарыла башлаған “Волга Сайбер”ҙан да (әйткәндәй, ул сит ил машиналарынан һис тә кәм түгел – саҡ ҡына үҙгәртелгән “Крайслер”) ихтыяж булмау сәбәпле шым ғына баш тарттылар. Чиновниктарға нисек тел тейҙерәһең, халыҡтан йыйылған һалым аҡсаһына килгән автомобиль барыһының да “ауыҙ һыуын ҡороторлоҡ” булырға тейештер, моғайын.
Күптәр Премьер-министрҙың был аҙымын ватан автосәнәғәтенә ярҙам ҡулы һуҙыу тип ҡабул итте. Ни тиһәң дә, һуңғы арала халыҡ хаҡы буйынса сит илдәрҙә етештерелгәндән ҡалышмаған, ә сифаты буйынса һис тә ҡыуандырмаған “үҙебеҙҙеке”нән ялҡып өлгөрҙө. Иҫке автомобилдәрҙе утилләү программаһы ошо йәһәттән бер аҙ күңелде күтәрҙе, әлбиттә, әммә был осраҡта ла халыҡ алданғанын тиҙ аңғарҙы. Мәҫәлән, программа башланғанға ҡәҙәр хаҡы 150 мең һумдан артмаған “ВАЗ-2107” (халыҡ теле менән әйткәндә – “семерка”), йыл да үтмәҫтән 210 мең һумға барып баҫты. Утилләү программаһынан килгән 50 мең һум ошо хаҡ артыуын ғына ҡапларға етте. “АвтоВАЗ” етештергән “Лада Гранта” уға алмашҡа килергә тейеш булһа ла (йәнәһе, хаҡы шул “ВАЗ-2107” кимәлендә ҡаласаҡ), ҡайһы бер дилер үҙәктәре уға хаҡты арттырыуҙан һис тә тартынмай. Ә бөгөн баҙарҙа был йәһәттән “беҙҙекеләр” тәңгәлендә булған сит ил маркалары етерлек. Шуға күрә Рәсәй автосәнәғәтенә үҙ киләсәге тураһында, һис шикһеҙ, уйланырға урын бар.
Шулай уҡ Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүебеҙ ҙә “АвтоВАЗ”-дың һәм Рәсәйҙең башҡа автомобиль етештереүселәренең “кәртен бутауы” бар. Сер түгел: бөгөн ватан автосәнәғәте мәнфәғәтен төрлө юлдар менән яҡлаусыларҙың ҡеүәтенә шик юҡ. Шуға ла ҡайһы бер сит ил автомобилдәренең хаҡы беҙгә килеп еткәнсе ике тапҡырға тиерлек арта ла ҡуя. Мәҫәлән, АҠШ-та “Форд Эксплорер”ҙы 30 мең долларға (беҙҙең аҡсаға күсергәндә 900 мең һум самаһы) һатып алып булһа, беҙҙә уның хаҡы 1 миллион 912 мең һумдан башлана ғына! Шуға ла арабыҙҙа күптәрҙең ундайҙарҙы алырға матди хәле етмәй. Ә бына Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инһәк, хаҡ айырмаһы яйлап булһа ла бер аҙ кәмейәсәк тип күҙаллана. Тимәк, Рәсәй автосәнәғәтенең дәғүәселәре лә, һис шикһеҙ, артасаҡ. Шуға бөгөн ил етәкселегенә үҙебеҙҙекен һаҡлап ҡалыуҙың төрлө юлдарын эҙләргә тура килә.
Халыҡты күндереп булмағас, чиновниктарҙы иномаркаларҙан үҙебеҙҙең автомобилдәргә күсереп ултыртыу был мәсьәләне хәл итеүҙә әһәмиәтле аҙым булыр ине, әлбиттә. Әммә уларҙы Немцов кеүек “Волга”ла күрергә ҡабаланғандар хаталанған икән. Баҡһаң, Премьер-министр сығышында Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Белоруссиянан торған Берҙәм иҡтисади киңлектә етештерелгән автомобилдәрҙе күҙ уңында тотҡан. Тимәк, чиновниктар үҙебеҙҙең “Лада”ла түгел, ә иномаркаларҙа йөрөүен дауам итәсәк әле. Был автомобилдәр ошо өс ил биләмәһендә йыйылған булырға ғына тейеш. Мәҫәлән, Германияның автоконцерндары араһынан “Мерседес” ҡына һаман да беҙҙә йыйылмай. Тимәк, ҡалғандары менән түрәләребеҙ Рәсәй юлдарын гиҙеүен дауам итәсәк.
Үҙебеҙҙә етештерелгән автомобилдәргә күсеү ил етәкселегенә ҡағылмаясаҡ. Был турала Владимир Путиндың матбуғат секретары белдерҙе. Ни тиһәң дә, Президент та, Премьер ҙа, нигеҙҙә, “Мерседес” маркаһын үҙ итә. Шулай уҡ ил башлығы өсөн һатып алынған автомобилгә талаптар ҙа башҡаса – ошоно ла оноторға ярамай.
Ҡасандыр дәүләт етәкселеген “Волга”ға күсерергә теләгән Борис Немцовтың фекеренсә, чиновниктарҙы үҙебеҙҙекенә күсереү, нигеҙҙә, дөрөҫ идея, сөнки бөтөн транспорт та мул ғына дәүләт аҡсаһына алына. Бөгөн иһә, үҙебеҙҙе уйлар урынға, башҡа илдәр иҡтисадының үҫешен ҡайғыртабыҙ һымаҡ.
Һөҙөмтә нисек булыр – әлегә билдәһеҙ. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында белдереүҙәренсә, дәүләт органдарын автомобиль менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән дәүләт аҡсаһының нисегерәк тотонолоуын йәмәғәтселек үҙе контролдә тота ала. Йәғни закон боҙоу осрағы шәйләнһә, халыҡ ялыу менән кәрәкле инстанцияларға мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы. Әммә чиновник ниндәй машинала “елдерә” – Рәсәйҙә йыйылғанындамы, әллә башҡаһындамы – юлдарҙа быныһын нисек асыҡларбыҙ икән? Үәт, әтнәкә...
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад