Ауылды тырыштар тота15.08.2017
Яңы Ергән ауылында тыуып үҫеп, ҡанат нығытҡан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Альберт Күсәков шәхси эшҡыуарлыҡты һәм фермерлыҡ эшен уңышлы алып бара. Был эшкә ул 20 йыл элек тотона, бына шул ваҡыттан алып ул ауылдың иң уңған эшҡыуарҙарының береһенә әүерелә.
Тәүге аҙымды егет аҙыҡ-түлек магазины асыуҙан башлай. Бөгөн уның Яңы Ергәндә аҙыҡ-түлек магазины, район үҙәге Аҡъярҙа сауҙа нөктәһе уңышлы эшләй.
Альберт Күсәков хужалығында 120 баш эре һәм ваҡ мал, биш ат иҫәпләнә. Әйтергә кәрәк, мал һаны йылдан-йыл арта бара.
– Фермерлыҡ эшен халыҡтан биш-алты баш мал һатып алып башлап ебәрҙем. Башта хайуандарҙы үҙемдең ҡурамда тоттом. Былтыр көҙ элекке совхоз һарайын алып, малды шунда күсерҙем. Дәүләт ярҙамы менән 1,5 миллион һум грант алдым. Киләсәктә мал һанын 200 башҡа тиклем еткерергә иҫәп бар, – ти Альберт Мөхәмәтша улы.
Уңған фермерҙың хужалығы техник базаға бай. Уның ике тракторы, сапҡысы, бесән тырматҡысы ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы әҙерләүгә ҙур ярҙам. Альберт Күсәков һигеҙ кешегә эш урыны булдырған. Уларҙың алтыһы фермерлыҡ хужалығында, икәүһе һатыуҙа эшләй.
– Мал ҡараусы Геннадий Баһауетдинов хужалыҡта ун йыл эшләй. Ул – үҙ эшенә яуаплы ҡараған эшселәрҙең береһе. Ҡатыны Ольга – һауынсы. Йәй ете-һигеҙ һыйырҙы һауып, һөтөн магазинға һатыуға сығарабыҙ. Тракторсылар Фуат менән Фәтих Рәхмәтуллиндар ҙа үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы. Ғөмүмән, хужалыҡта элек совхоз һәм колхозда сыныҡҡан, мал эшен яҡшы белгән кешеләрҙең булыуы фермерлыҡ эшен үҫтереүгә ярҙам итә. Әгәр улар хаҡлы ялға сыҡһа, алмаш таба алырмынмы икән тигән һорау борсой. Хәҙер йәштәр малсылыҡ тармағына ынтылмай, күбеһе мал да тотмай, – ти фермер.
Альберт Күсәков мәктәптә, ауылда төрлө саралар һәм байрамдар үткәреүгә бағыусы булараҡ даими ярҙам итә.
-– Яңы Ергән ауыл Советы хакимиәте менән берлектә эшләйбеҙ. Киләсәктә мал һанын арттырырға, йәнә берәй ит эшкәртеү цехын асырға, ферманы капиталь ремонтларға уй бар, – ти эшҡыуар, киләсәккә уй-ниәттәре менән уртаҡлашып.
Ҡатыны Зөбәржәт – сауҙа эшендә уның уң ҡулы. Тырыш ғаилә Эльвир һәм Элина исемле балалар үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Әлиә район үҙәгендә уҡытыусы булып эшләй.
Мәҡәләм геройының артабан да эше уң булыуын, районыбыҙ мәнфәғәтенә тырышып хеҙмәт итеүен, фермерлыҡ хужалығы алға барыуын теләр инем.

Рәзилә БАЙҒУСҠАРОВА.
Хәйбулла районы.


Вернуться назад