Булдырабыҙ бит!15.08.2017
Рәсәйҙә гидромолот сығарыуҙы үҙләштерҙеләр. Хәҙер был ауыр техниканы донъяла бары өс ил генә етештерә.
Гидромолот – бик кәрәкле һәм ҡыйбатлы ҡоролма. Сит илдәрҙә эшләнгәне 25 – 30 миллион һум торһа, үҙебеҙҙеке күпкә осһоҙға төшә. Гидромолот ғәҙәти быраулауҙы алмаштыра, өҫтәүенә төҙөүселәр өсөн үтә кәрәкле ҡоролма, сөнки ул төҙөлөштә фундамент һалғанда, свай ҡаҡҡанда эште тиҙләтергә мөмкинлек бирә.
Бындай ғәжәп ҡоролманы күптән түгел Себер предприятиеларының береһендә уйлап сығарҙылар. Шулай уҡ ул – мәңгелек туңлыҡта ла фундамент төҙөй алған берҙән-бер техника. Беҙгә тиклем ошоға оҡшаш ҡоролманы Германияла, АҠШ-та, Японияла 1960 йылдарҙа етештерҙеләр. Һуңғы 30 йылда күп илдәр гидромолот эшләп ҡараһа ла, хәленән килмәне. Хатта Ҡытай, Франция, Италия ла был юҫыҡта тешһеҙ булып сыҡты.


Вернуться назад