Тағы бер уҡыу йорто15.08.2017
Рәсәй менән Ҡытай берлектә йәнә бер юғары уҡыу йорто булдырасаҡ. Әле Санкт-Петербург дәүләт университеты менән Харбин политехник университеты араһында ошо мәсьәлә буйынса һөйләшеү алып барыла.
Харбин – Хэйлунцзян провинцияһы үҙәге. Тәүҙә ул урыҫтар тарафынан Трансманьчжур магистраленең тимер юл станцияһы булараҡ 1898 йылда нигеҙләнгән. Ул саҡта ҡытайҙар менән бергә ҡалала урыҫ хакимиәте һәм полицияһы ла булған. 1917 йылда Харбинда урыҫтарҙың һаны 40 меңдән ашып киткән.
Хэйлунцзян провинцияһы менән Рәсәй әле лә ныҡлы хеҙмәттәшлек итә. Урындағы уҡыу йорттары менән дә ты­ғыҙ бәйләнеш бар. Дуҫлыҡ һөҙөмтә­һендә Харбин консерваторияһы, Ҡы­тай – Рәсәй һынлы сәнғәт институты, Ҡытай – Рәсәй юридик фән үҙәге ойош­торолған. Ике яҡтың вуздары авиация, косманавтика, мәғлүмәти технологиялар һәм наноматериалдар буйынса махсус­лашҡан предприятиелар эшмәкәрлеген көйләү буйынса ҙур эш алып бара.


Вернуться назад