Һарыҡ ите кәрәкме?15.08.2017
Быйыл һауа торошоноң көйһөҙлөгө ауыл хужалығын ауыр хәлдә ҡалдырҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бирешкән юҡ, июлдә Рәсәй Иранға һарыҡ итенең тәүге партияһын оҙатты.
Күптән түгел ике ил араһында экспортҡа ебәрелгән һарыҡ итенә санитар талаптар тураһында килешеү төҙөлгәйне. Яңыраҡ уға ярашлы ветеринар сертификат алынды. Әлбиттә, быға өлгәшеү еңел булманы, сөнки Иран яғынан талап ителгән килешеү буйынса һарыҡтар мотлаҡ уларҙан килгән белгестәрҙең күҙәтеүендә һуйылырға тейеш. Йәнә “Хәләл” сертификаты буйынса махсуслашҡан орган вәкилдәренең дә булыуы мөһим.
Бынан тыш, тиҙҙән төрөктәр ҙә беҙҙең һарыҡ итен тәмләй башлаясаҡ. Әле был юҫыҡта эш алып барыла.


Вернуться назад