Бәшмәк үҫтерергә теләһәң...15.08.2017
Бөгөн Рәсәй сит илдәрҙән бәшмәк продукцияһы һәм уны үҫтереү өсөн компост һатып алыуға йылына 400 миллион доллар самаһы сығым тотона. Һөҙөмтәлә беҙ файҙаланған бәшмәктең 90 проценты (100 мең тонна) ситтән килә. Илдең Ауыл хужалығы министрлығында был хаҡта етди һөйләшеү булды. Ни генә тимә, халыҡ йылдан-йыл бәшмәкте ихлас файҙалана, һуңғы йылдарҙа бигерәк тә ҡарама бәшмәге менән шампиньонды ҡулланыу күләме арта.
Белгестәр Рәсәй халҡы өсөн 150 мең тоннанан ашыу бәшмәк кәрәк тигән ҡарашта. Бөгөн ысынбарлыҡта ни бары 110 мең тонна икенсе ит файҙаланыла. Тимәк, тармаҡты киңәйтеү, унан файҙа алыу өсөн ҙур мөмкинлек бар. Бәшмәк үҫтереүселәрҙең эшен көйләүгә дәүләт ярҙамы ла ҡушылһа, был йүнәлеш бермә-бер күтәрелер тип көтөлә.
Тап шуға ла ил хөкүмәте барыһын да аныҡ билдәләү, теплица комплекстарын асыҡлау һәм импортты алмаштырыу йәһәтенән махсус проект ҡабул итте. Яңы ҡағиҙә буйынса йәшелсә, емеш-еләк үҫтереү менән шөғөлләнгән урындар ғына түгел, йыл әйләнәһенә бәшмәк етештергән биналар ҙа теплица комплексы тип аталасаҡ. Бөтәһе лә уңышла барһа, яҡын йылдарҙа Рәсәй үҙенең халҡын файҙалы аҙыҡ менән тулыһынса тәьмин итә аласаҡ. Ә биш-ун йылдан беҙҙең бәшмәкселәр ышаныслы рәүештә донъя баҙарына сығасаҡ тип күҙаллана.