Мөғжизә юҡ: үҙенән-үҙе көйләнмәй08.08.2017
Мөғжизә юҡ: үҙенән-үҙе көйләнмәй Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сәнәғәт тармаҡтарындағы инвестиция проекттарын федераль сығанаҡтарҙан финанслау маҡсатында Сәнәғәтте үҫтереү фонды (ФРП) ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте. Төбәк структураһы шул уҡ маҡсатта ойошторолған федераль структура – Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фонды тураһындағы ҡарарҙарға нигеҙләнә. Федераль финанстар юғары технологиялы, донъя баҙарында конкурентлыҡҡа һәләтле яңы төр продукция етештереүгә, импортты алмаштырыуҙы һәм сәнәғәтте үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен маҡсат итеп ҡуйған, банк капиталын әүҙем йәлеп итеп тормошҡа ашырырлыҡ проекттарға экспертиза үткәреүгә йүнәлтеләсәк.
Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәтте үҫтереү фонды Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев 2014 йылдың 28 авгусында раҫлаған ҡарар нигеҙендә ойошторола. Уның төп тәғәйенләнеше – тулы экспертиза үтеп, һайлап алынған етештереү-технология проекттарын финанслау өсөн займдар бүлеү, заманса технологиялар нигеҙендә яңы предприятиелар асыу, реаль етештереү тармаҡтарына инвестициялар йәлеп итеү. Фонд үҙ эшмәкәрлегенең төп йүнәлешен конкурентлыҡҡа һәләтле продукция сығарыуҙа күрә. ФРП биш–ете йылға иҫәпләнгән займдар тәҡдим итә, уларҙың максималь суммаһы – 300 миллион һум, минималь йыллыҡ ставкаһы – биш процент. Ставканың аныҡ кимәлен, претендент компанияның етештереү ҡеүәтенә һәм технологик мөмкинлектәренә ҡарап, фондтың Күҙәтеү советы билдәләй.
Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәтте үҫтереү фонды етәксеһе Алексей Комиссаров мәғлүмәттәренә ярашлы, 2015-2016 йылдарҙа 1,5 меңдән ашыу заявка тикшерелеп, 193 проект ҡабул ителгән, шуларҙың 130-ына 35 миллиард һумлыҡ финанс бүленгән. Ошо суммалағы займдарға ФРП ярҙамында йәлеп ителгән шәхси инвестициялар өҫтәлеп, финанслауҙың дөйөм күләме 143 миллиард һумға еткерелгән. Проекттарҙы ғәмәлгә ашы­рыу һөҙөмтәһендә 12 мең яңы эш урыны асылып, бюджетҡа 70 миллиард һумлыҡ һалым тап­шырылған. Был нисбәт фондтың отошло эшләүен күрһәтә. ФРП етәксеһе фондты артабан үҫтереү, төбәк фондтарын ойоштороу мәсьәләһен күтәрә.
Шул уҡ ваҡытта фондтың үҫешенә ҡамасаулаған факторҙар ҙа күп. Мәҫәлән, займдарҙың максималь суммаһы бик бәләкәй булыуы (300 миллион һум) потенциаль клиенттарҙың күбеһен бигүк ҡыҙыҡһындырмай. Клиенттарҙың 80 проценты – реаль етештереү тармағына ҡараған уртаса эшҡыуарҙар. Эре эшҡыуарҙарға ер биләмәләре һәм биналар һатып алыу өсөн ҙурыраҡ суммалар кәрәк, һәм улар, ҡағиҙә булараҡ, эре финанс-сәнәғәт структуралары менән бергә эшләй. Йәнә, эре бизнес банктан аҡса алыу менән уны ваҡытлыса депозитҡа һала, ә ФРП займдарын депозитҡа һалыу тыйыла. Шулай уҡ займдарҙы ер биләмәләре һәм биналар һатып алыу өсөн ҡулланыу рөхсәт ителмәй. Ә биналар төҙөмәйенсә, булған аҡсаны депозитҡа һалып тормайынса, ниндәй эшҡыуарлыҡҡа тотоноу мөмкин?
Төбәк фондтары менән бергә эшләгәндә проекттарҙы финанслауҙың 70 проценты федераль бюджет, 30 проценты ғына төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыла. ФРП менән иң әүҙем хеҙмәттәшлек иткән төбәктәр – Татарстан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе. Улар химия, фармацевтика, станоктар етештереүҙә фонд займдарын уңышлы ҡуллана.
Фонд үҫешенә етди ҡамасаулаған факторҙарҙың иң мөһиме, әлбиттә, финанстарҙың ныҡ сиклән­гәнлеге. Күп оппоненттар фондтың киләсәгенә шик менән ҡарай. Займ ставкалары формалашыуы, ысынлап та, иҡтисадсыларҙа шик уята. ФРП ойошторолған 2014 йылда Рәсәй Үҙәк банкы ставкаһы үҫеүгә бара ине: йыл башында ул 5,5 процент тәшкил итһә, йыл аҙағында 17,0 процентҡа тиклем күтәрелеп, күпселек потенциаль кредиторҙар коммерция банктарынан кредит алыуҙы кисектереп торғанда, биш процентлы 500 миллион һумлыҡ займдар (аҙаҡ улар 300 миллион һумға тиклем кәметелде) бик отошло булды. 2015 йылдан алып Үҙәк банк ставкаһы кәмеүгә барып, әлеге көндә 9,0 процентҡа тиклем төшөп, перспективала 6-7, хатта 4-5 процентҡа етеү фаразланғанда, ФРП үҙен аҡламай. Әгәр Үҙәк банк ставкаһы биш процентҡа тиклем төшһә, фондты һаҡлауҙың бер ниндәй ҙә мәғәнәһе ҡалмаясаҡ.
Күпселек абруйлы аналитиктар, шул иҫәптән Рәсәй Президентының төбәк иҡтисади интегра­цияһы мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Сергей Глазьев, айырыуса Үҙәк банктың элекке етәксеһе Виктор Геращенко фекеренсә, 2014-2015 йылдарҙа ставканы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өс тапҡырға арттырып, 5,50 проценттан 17,0-гә тиклем күтәреү ил иҡтисадына ҙур зыян килтергән хаталы аҙымдарҙың береһе булды.

Үҙәк банк ставкаһы 2013 – 2017 йылдарҙа (проценттарҙа)

13.09.2013 – 5,50
03.03.2014 – 7,00
28.04.2014 – 7,50
28.07.2014 – 8,00
05.11.2014 – 9,50
12.12.2014 – 9,50
12.12.2014 – 10,50
16.12.2014 – 17,00
02.02.2015 – 15,00
16.03.2015 – 14,00
05.05.2015 – 12,50
15.06.2015 – 11,50
03.08.2015 – 11,00
04.06.2016 – 10,50
19.09.2016 – 10,00
24.03.2017 – 9,75
02.05.2017 – 9,25
19.06.2017 – 9,00

Үҙәк банк ставкаһын күтәреүҙең эҙемтәләре финанстарҙы көйләүгә ныҡ ҡамасаулай. Мәҫәлән, бөгөнгө шарттарҙа, предприятиеларҙың ил буйынса уртаса рентабеллелеге 8,97 процентҡа тиклем кәмегәндә, Үҙәк банк ставкаһын артабан да ундай юғары – 9,0 процент кимәлендә тотоу коммерция банктарын кредит ставкаларын шулай уҡ юғары кимәлдә – уртаса 12,7 процент кимәлендә (2016 йылдың 31 ғинуар статистикаһы) билдәләргә мәжбүр итә һәм уртаса статистик предприятиеларҙы банкротлыҡҡа этәрә. Эксперттар иҫәпләүенсә, иҡтисадта минималь үҫеш процестары башланһын өсөн, Үҙәк банк ставкаһын дүрт проценттан, коммерция банктары алты проценттан түбәнерәк ҡуйып, перспективала донъя практикаһына яҡынлашыу талап ителә. Миҫал өсөн: АҠШ-тың Федераль резерв системаһы 1,0 (+0,25) процент, Европа союзы Үҙәк банкы ставкаһы 0,05 процент, йәғни бөтөнләй символик миҡдар, тәшкил итә. Коммерция банктарының сәнәғәт предприятиеларын кредитлау ставкалары АҠШ буйынса уртаса 3,5 проценттан, ЕС илдәрендә 0,32 проценттан артмай.
Рәсәй иҡтисадын йәнләндереү өсөн Үҙәк банк йәнә бер талапты үтәргә тейеш: әйләнештәге аҡса массаһын ҡыҫыуҙы туҡтатып, эмиссия үткәреү, иҡтисадта монетизация кимәлен (монетизация коэффициенты – әйләнештәге аҡса массаһының тулайым эске продуктҡа ҡарата нисбәте) үҫеш өсөн кәрәкле кимәлгә еткереү. Сағыштырыу өсөн: Рәсәйҙә күрһәткес былтыр, рәсми сығанаҡтарға ярашлы, 44,5 процент тәшкил итте (бойондороҡһоҙ эксперттар, реаль инфляцияны, нефть һәм газ экспортынан килгән валютаның ҙур өлөшө оффшорҙарға эләгеп, илгә инмәүен һәм башҡа факторҙарҙы иҫәпкә алып, монетизация коэффициенты илдә 37 проценттан артмай, тип раҫлай). Үҫеш өсөн монетизация коэффициенты 100 проценттан юғарыраҡ булырға тейеш: мәҫәлән, был күрһәткес 2016 йылда Англияла – 140,2 процент, Ҡытайҙа – 148, Японияла 253 процент тәшкил итте, уртаса донъя күрһәткесе – 125 процент. Рәсәйҙә әйләнештәге аҡса массаһын ҡыҫыу инфляцияны еңеү өсөн ҡулланыла һәм эш хаҡын, пенсияларҙы, социаль түләүҙәрҙе сикләү аша эшләнә.
Айырым идеологтар был примитив ғәмәлде яҡлап, миҫал итеп Америка Ҡушма Штаттарындағы монетизация коэффициентын күрһәтә. Унда 2016 йылда күрһәткес 89,5 процент тәшкил итте. Әммә Америка Ҡушма Штаттарында 12 ҡалала баҫылған долларҙар, халыҡ-ара килешеүҙәр нигеҙендә донъя валютаһы сифатында ҡулланылып, бөтә Ер йөҙөнә тарала, уларҙың ҙур өлөшө илгә кире әйләнеп ҡайта һәм АҠШ иҡтисадына эшләй. Һөҙөмтәлә уларҙа, үҫеш масштабтарынан һәм темптарынан сығып иҫәпләгәндә, монетизация коэффициенты Японияныҡынан да юғарыраҡ булыуын күрергә мөмкин.
Японияла монетизация коэффициенты 253 процентҡа еткәндә, инфляция ни бары 0,8 процент тәшкил итә, сөнки япондар бик ҙур суммаларҙы оҙайлы һәм ҡиммәтле проекттарға – юғары технологияларға һала. Эре һәм оҙайлы проекттар, билдәле булыуынса, инфляция процестарына ҡаршы ҡеүәтле демпфер ролен үтәй. Рәсәйҙә иң көслө инфляция 1992 йылда күҙәтелде һәм 2508 процентҡа етте. Ул осорҙа монетизация коэффициенты 16 процент ҡына тәшкил итә ине. Артабан монетизация кәметелеп, 2000 йылда күрһәткес 9,8 процентҡа тиклем төштө, әммә инфляция хәүефе һаҡланды. 1998 йылдың 17 авгусында инфляцияның ҡапыл 84,4 процентҡа етеүе ил етәкселәре өсөн көтөлмәгән хәл булды, тик улар тейешле һығымта яһаманы. Ил финансын ҡотҡарыу өсөн Үҙәк банк рәйесе вазифаһына Виктор Владимирович Геращенко саҡырылды, әммә уның рекомендациялары, сеймал экспорты олигархтары мәнфәғәттәренә ҡаршы килеү сәбәпле, тейешенсә үтәлмәне, үҙе оҙаҡламай эшенән бушатылды.
2014 йылда ойошторолған Сәнәғәтте үҫтереү фонды ике йыл дауамында юғары технологияларға, донъя баҙарында конкурентлыҡҡа һәләтле яңы продукция етештереүгә ни бары 35 миллиард һум һалған. Федераль фонд өсөн был бик аҙ, әлбиттә, әммә тотош ил бюджетында ла ағымдағы йылда иҡтисадҡа ни бары ике триллион 117 миллиард һум йүнәлтелә (сағыштырыу өсөн: оборонаға һәм хоҡуҡ һаҡлау системаһына – дүрт триллион 110 миллиард һум, ә барлыҡ социаль өлкәгә – биш триллион 75 миллиард һум). Әлбиттә, бюджет үҙе лә бик бәләкәй (мәҫәлән, 2017 йылға АҠШ бюджеты 16 тапҡырға ҙурыраҡ), ләкин киләсәктә иҡтисади үҫешкә, юғары технологияларға, конкурентлыҡҡа һәләтле продукцияға иҫәп тотабыҙ икән, иң тәүҙә ул иҫәп бюджетта сағылыш табырға тейеш. Әгәр һүҙ ысынлап та юғары технологиялар, донъя баҙарында үтемле продукция тураһында бара икән, бөгөн ундай технологиялар һәм продукция менән ФРП тапҡан 300 миллион һумлыҡ займға өмөт иткән ваҡ һәм уртаса эшҡыуар шөғөлләнә алмай. Бындай технологиялар һәм продукция менән миллиард һумдар кимәлендә эш иткән эре структуралар ғына шөғөлләнә. Улар – бөгөн бик ауыр хәлдә ҡалған хәрби-сәнәғәт комплексы предприятиелары – быны беҙҙең Өфөлә көс-хәл менән йәшәп килгән заводтар миҫалында күрергә мөмкин. Улар оҙайлы эре кредиттарға мохтаж. АҠШ, Япония, Ҡытай, ЕС илдәре алдынғы технологияларҙы үҫтереү өсөн процентһыҙ ғына түгел, хатта “минус процентлы” (йәғни банк үҙе клиентҡа проценттар түләй) кредиттар тәҡдим итә. Беҙҙә иһә банк ставкалары предприятиеларҙың уртаса рентабеллелегенән юғарыраҡ һәм заводтар, кредит “тоҙағына” эләгеп, банкротлыҡҡа төшә.
Был ауыр хәлдән сығыу өсөн дәүләт иң ҡеүәтле ике ресурсты ҡуллана ала: һалым-бюджет системаһын һәм финанс-кредит сәйәсәтен. Әммә улар беҙҙә реаль етештереү тармаҡтарын үҫтереүгә хеҙмәт итмәй һәм сеймал экспортерҙары мәнфәғәтен өҫтөн ҡуя. Бюджет системаһы нефть һәм газ экспортынан килгән валютаны, етештереү тармаҡтарын инвестициялау урынына, резервҡа – сит илдәрҙең (нигеҙҙә – АҠШ) ҡиммәтле ҡағыҙҙарына һалыуға юл аса. Валютаның ҙур өлөшө оффшор зоналарында юғалтыла. Ә етештереү тармаҡтары финанслау етешмәү сәбәпле деградациялай – кадрҙарҙы, фондтарҙы, технологияларҙы күпләп юғалта.
Илдәге финанс-кредит сәйәсәте иҡтисадҡа кәмерәк аҡса һалып, күберәк алыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Үҙәк банк, эмиссияны ҡыҫып, ставкаларҙы арттырып, етештереү тармаҡтарын финанслауҙы сикләй һәм, сеймал экспортерҙары мәнфәғәттәренә, донъя валютаһы – долларға өҫтөнлөк биреп, милли валюта – һумдың позицияларын ҡаҡшатыуға юл ҡуя. Һөҙөмтәлә һалым-бюджет системаһына ла ҙур зыян килтерелә: Рәсәй Федерацияһының күпселек төбәктәре, элекке бюджет донорҙары Федераль үҙәктән дотация алған реципиент хәленә төштө. Былтыр Башҡортостан Республикаһы ла, иң көслө бюджет донорҙарының береһе, дотациялы төбәккә әйләнде.
Байтаҡ предприятиелар, хатта тотош тармаҡтар сит илдәрҙән валюта кредиттары алып, банкротлыҡҡа төштө һәм активтарын юғалтты, сит ил милкенә, юрисдикцияһына күсте. Улар араһында химия, металлургия (айырыуса төҫлө металлургия) предприятиелары күп. Шуныһы ла асыҡланды: Көнбайыш Европа фирмалары, айырыуса американдар беҙҙең предприятиеларҙы юҡҡа сығарыу өсөн генә һатып ала башланы. Был эшкә криминаль структуралар ҙа үҙ өлөшөн индерҙе.
Беҙҙә шундай фекерҙе йыш ишетергә тура килә: йәнәһе, илдә инвестиция мөхите насар, шуға капитал ситкә китә, ләкин илдән иң тәүҙә шикле, криминалға бәйле капитал сығарыла – уның Рәсәйгә кире ҡайтыуы мөмкин түгел. Фиктив сауҙа операциялары, “бер көнлөк” фирмалар аша сығарылған валютаны юғалтылған тип иҫәпләргә мөмкин. Криминаль даирәләрҙе илдәге инвестиция мөхите бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай.
Етештереү тармаҡтарын тергеҙеү өсөн эре һәм оҙайлы кредиттар талап ителә – һүҙ бында 2014 йылда ойошторолған Сәнәғәтте үҫтереү фонды тәҡдим иткән миллион түгел, ә триллион һумдар тураһында бара. Кредиттар оҙайлы булырға тейеш – яңы быуын техника етештереүҙе үҙләштереү өсөн күп йылдар талап ителәсәк, сөнки эште тулыһынса тиерлек деградациялаған заводтарҙы тергеҙеүҙән башларға тура киләсәк. Был мәсьәлә – тотош илде тулыһынса яңынан индустриал­ләштереү масштабтарындағы эш. Предприя­тиеларҙың оҙайлы эре кредиттар алырлыҡ мөмкинлеге юҡ, тимәк, уларға дәүләт гарантиялары кәрәк. Гарантиялар бирер өсөн тейешле дәүләт капиталы талап ителә, ә ул юҡ, донъяла ресурстарға иң бай ил банкротлыҡ сигендә. Был ауыр хәлде 2013 йылдың башында уҡ төҫмөрләгән Рәсәй Фәндәр академияһының бер төркөм белгестәре Президент Владимир Путинға махсус доклад әҙерләгәйне. Президент кәңәшсеһе академик Сергей Глазьев был эштең кураторы булды. Ғалимдар эште банк системаһынан башларға тәҡдим итә. Индустриалләштереүҙе финанслау өсөн эре банктар – мәҫәлән, Һаҡлыҡ банкы тулыһынса дәүләт ҡулында булырға тейеш. Һаҡлыҡ банкы һәм башҡа элекке дәүләт банктары хәҙер үҙ функцияларын үтәмәй һәм, ябай коммерция банктары кеүек, үҙҙәренә мөмкин булған тиклем күберәк килем эшләүҙе генә төп маҡсат итеп ҡуя, ә дәүләттең иҡтисади үҫешен финанслауҙан улар ситләшә. Был хәлдең сәбәптәре Үҙәк банктың һуңғы йылдарҙағы финанс-кредит сәйәсәтенә бәйле – ул сәйәсәт илдең иҡтисади үҫешенә ҡаршы килә һәм, тулыһынса сеймал экспортерҙары мәнфәғәттәренә буйһондоролоп, уларға өҫтөнлөк биреп, реаль етештереү тармаҡтарын финанслауҙы тотҡарлай.
Эмиссияны сикләү, ставкаларҙы арттырыу социаль үҫеште лә тотҡарлай – реаль эш хаҡтары, пенсиялар, социаль түләүҙәр кәмеүгә бара. Үҙәк банктың эш принциптарын тамырынан үҙгәртеү талап ителә. Тәбиғәт ресурстары, айырыуса нефть, газ һәм металл экспорты, энергетика, етештереү тармаҡтары, хәрби сәнәғәт предприятиелары һәм башҡа стратегик тармаҡтарҙа ныҡлы дәүләт күҙәтеүе урынлаштырылып, уларҙы финанслау ышаныслы дәүләт банктарына ғына тапшырылырға тейеш.
Беҙҙә барлыҡ бихисап “үҫеш стратегиялары”, ентекләп ҡараһаң, “баҙар иҡтисады барыһын да үҙе көйләйәсәк” принцибына нигеҙләнә. Әммә ил иҡтисадындағы хәлдәр хәҙер инде сирек быуаттан ашыу дәүер бының киреһен иҫбатлап килә – иҡтисад мөғжизәле рәүештә үҙенән-үҙе көйләнмәй. Көнбайыш Европа илдәрендә популярлығы артҡандан-артҡан, ә беҙҙә онотола башлаған Карл Маркстың “Капитал” хеҙмәтен иҫкә төшөрәйек…


Вернуться назад