Өфөләр һораған…04.08.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәре барышында Тимашев ауылы эргәһендә тимер юл аша сыҡҡан ерҙә транспорт айырсаһы төҙөлөшөн тикшерҙе.
Объект төбәк етәксеһе исеменә өфөләрҙән килгән күп һанлы мөрәжәғәттәрҙе иҫәпкә алып 2016 йылда төҙөлә башлай. Әле был ерҙә иртәле-кисле бик күп машиналар йыйыла. Ике һыҙатлы яңы юл үткәргестең оҙонлоғо – 161 метр, участканыҡы иһә күпергә илткән юлды иҫәпкә алып – бер километр.
Бөгөнгө көндә әҙерлек эштәре башҡарылған. Ер участкаһы бүленгән, бөтә коммуникациялар, атап әйткәндә, юғары баҫымлы газ үткәргес һәм һыу үткәргес ошо ерҙән ситкә сығарылған. Проекттың тәүге этабы 905,4 миллион һумға төшә.
Төбәк Башлығы юл үткәргестең конструкцияһын ҡарап сыҡты, уның машиналар үткәреү һәләте, эш графигын үтәү менән ҡыҙыҡһынды. Төҙөүселәр әйтеүенсә, объект әлеге транспорт ағымына иҫәпләнгән. Киләсәктә тағы ла бер күпер төҙөү күҙаллана.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ “Бензин” тимер юл станцияһы эргәһендә юл үткәргесте һәм көнбайыш автомобиль юлын төҙөкләндереү барышын тикшерҙе. Участкала 13 саҡрымлыҡ ер тигеҙләнгән, уның өҫкө ҡатламы нығытыла. Эште август аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Проекттың хаҡы – 207 миллион һум.