Ит “деликатес”ына ихтыяж ҙур02.08.2017
Ит “деликатес”ына ихтыяж ҙурМагазин кәштәләрендә ит ризыҡтарының ниндәй генә төрө юҡ. Халыҡтың шулар араһынан “Нуриман” ит комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештергән продукцияға өҫтөнлөк биреүе һис тә ғәжәп түгел.
Халыҡ араһында юғары сифатлы иттән үҙенсәлекле рецепт буйынса әҙерләнгән, даими күҙәтеү үткән аҙыҡҡа ихтыяж ҙур. Йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре ҡулланыусыларҙы сифатлы һәм тәмле ризыҡ менән тәьмин итеү өсөн бар тырышлығын һала. Комбинат Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге һәм сифат менеджменты системаһына ярашлы сертификаттарға эйә.
— Ҡош итенән 13, сусҡанан ете, ә йылҡынан биш төрлө продукция етештерәбеҙ, — ти предприятие етәксеһе Таһир Кинйәбулатов.
— Комбинатта етештерелгән продук­цияның ассортименты киң.
Етештерелгән продукция “деликатес” тип аталһа ла, хаҡтар бында тешләшмәй: уларҙың хаҡы бер килограмм иттекенә тиң. Тәбиғәттә ял итеүселәр өсөн шашлыҡ, грилдә ҡыҙҙырып ашай торған купат һәм колбаса айырыуса ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.
Йылҡы итенән етештерелгән продук­цияның хаҡы ҡиммәт булыуға ҡарамаҫтан, кеше яратып һатып ала.
Ун бер кешенән торған коллективта үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгән, изге уйлы, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр эшләй. “Нуриман” ит комбинаты” етәксеһе белдереүенсә, хеҙмәткә ваҡытында түләнә, уртаса эш хаҡы 16 мең һум тирәһе. Етәкселек Илгиз Нәбиев, Рүзилә Шәйҙуллина, Миләүшә Мередиянова, Таңһылыу Ғарипова, Илүзә Садиҡоваларҙы һәр яҡлап маҡтап телгә алды.
– Эшкә йәштәрҙең күп килеүе айырыуса һөйөндөрә, – ти Таһир Ишмөхәмәт улы. – Махсус белеме булмағандарҙы үҙебеҙ өйрәтәбеҙ. Айырыуса эшкә ҡыҙыҡһыныу менән ҡарағандарҙы, ҙур күрһәткестәргә ирешкәндәрҙе яуаплы урындарға тәғәйен­ләйбеҙ.
Бөгөн бында етештерелгән продукцияны төбәк халҡы ғына яратып һатып алмай, өфөләр ҙә уға өҫтөнлөк бирә. Комбинат ит йәрминкәләрендә ҡатнашып, данын йыраҡтарға тарата.
Әйткәндәй, Таһир Кинйәбулатов етәк­селек өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә. Үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытҡан, заман һулышын һәм ҡулланыусы ихтыяжын яҡшы белгән хужа эшселәрен көндән-көн яңы уңыштарға дәртләндерә. Киләсәктә үҙҙәренең мал һуйыу цехын булдырып, халыҡтан ит һатып алыуҙы ойошторорға ниәтләй.
Йәмғиәт бағыусылыҡ менән дә шөғөл­ләнә, районда үткән байрам сараларынан ситтә ҡалмай.


Вернуться назад