Гүйә, ожмахтың үҙе02.08.2017
Гүйә, ожмахтың үҙеҺуңғы йылдарҙа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында ла, шәхси секторҙа ла үҫемлекселек тармағына иғтибар көсәйҙе. Был аңлашыла. Беренсенән, үҙең үҫтергән йәшелсә, емеш-еләк экологик йәһәттән дә, сифаты буйынса ла мең артыҡ. Унан һуң ете диңгеҙ аръяғынан килтерелгән ризыҡтың ниндәй шарттарҙа үҫтерелеүен кем күргән дә, кем белгән. Ә бында
үҙ ерең, үҙ һыуың тигәндәй.
“Башҡортостандың йәшел ожмахы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биләмәһендә лә бына нисәмә йылдар инде йәшелсәселек менән шөғөлләнәләр. Дүрт мең квадрат метр майҙанды биләгән теплицалар, яҡынса 200 гектарҙа үҫтерелгән кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, һуған, ҡабаҡ һәм башҡа йәшелсә баҫыуҙары... Әйткәндәй, йәмғиәт быға тиклем башлыса салат һәм кәбеҫтә үҫтереү менән генә шөғөлләнгән булған. Әлбиттә, был йәшелсәләрҙең ниндәйен генә сәсеп ҡарамаған улар. Салаттың ғына ла әллә нисәмә сорты — Айсберг, Романо, Фриссе, Лолла-Росса, Лолла-Бион, Айсберг, Радиччио... Кәбеҫтәнең дә йәнең теләгән төрө бар. Хәҙер иһә хужалыҡ етәкселәре башҡа йәшелсә төрҙәренә лә ныҡлап тотонған.
— Беҙҙең климат йәшелсәселеккә бик ҡулай. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә нимәләр генә етештермәҫкә мөмкин. Хәҙер бит ҡайһы бер эшҡыуарҙар хатта ҡарбуз үҫтереүҙе лә бизнес итеп алды. Беҙ, әлбиттә, быға барып етмәнек әлегә. Хәйер, бәлки, киләсәктә уныһына ла тотонорбоҙ. Ә бөгөнгө эшмәкәрлегебеҙгә килгәндә, “эше барҙың — ашы бар” принцибына таянабыҙ. Етмештән ашыу кешене эш менән тәьмин итеүебеҙ генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Уңыш йыйыу осоронда эшселәр һаны тағы ла артып китә, — ти “Башҡортостандың йәшел ожмахы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Новиков.
Ысынлап та, егәрлегә эш етерлек бында — иртә яҙҙан орлоҡтарҙы теплицаларға ултыртырға, унан һуң үҫентеләрҙе асыҡ тупраҡҡа күсерергә, һыу һибергә, сүп үләндәрен утарға... Тауыҡ сүпләһә лә мәшәҡәт кәмерлек түгел. Хатта ҡышын да эш бөтмәй. Техниканы ремонтлайһы, яландарға ашлама сығараһы бар.
— Техникаға ҡытлыҡ юҡ. Барлыҡ ҡорамалдары менән һигеҙ тракторыбыҙ бар. Һыу һибеү өсөн дә махсус ҡоролмалар яһап ҡуйғанбыҙ. Бында төрлө райондарҙан халыҡ килеп эшләй. Улар өсөн йәшәү урындары хәстәрләгәнбеҙ. Күрше ауылдарҙан йөрөгәндәрҙе иһә автобус менән барып алып, илтеп ҡуябыҙ. Көнөнә ике тапҡыр туҡландырыу ҡаралған. Хеҙмәт хаҡына килгәндә, ваҡытлыса эшләгәндәр менән көн һайын иҫәпләшәбеҙ, ә рәсми теркәлгәндәр айына ике тапҡыр ала, — тип эш шарттары менән таныштырҙы йәмғиәт етәксеһе.
Билдәле, йәшелсәселек өлкәһендә күп нәмә ҡул көсөнә бәйле. Шуға директор ҙа уңыш-ҡаҙаныштарҙың нигеҙен тәү сиратта хеҙмәткәрҙәренең тырышлығына бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, йәшелсәселәр Гөлнур Гәрәева, Әлфиҙә Фәттәхова, Люциә Кашапова, Илмира Шәфиғуллина, Олег Бужаев, Айнур Носратуллинды һәм башҡаларҙы маҡтап китте.
— Быйыл уңыш йыйыуға урындағы халыҡты ла йәлеп итербеҙ тип торабыҙ. Беҙгә лә уңайлы, уларға ла миҙгелендә аҡса эшләп ҡалыу мөмкинлеге тыуасаҡ, — ти ул.


Вернуться назад