Ҡыҫҡаса...01.08.2017
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән республиканың Иҡтисад министрлығына экспортты дәртләндереүҙе көйләү буйынса вәкәләттәр бирелде. Был сара республикабыҙ предприятиеларының донъя баҙарына сығыуына ярҙам итергә тейеш.
Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, төбәктәр өсөн экспорт стандарты – илдең бөтә субъекттарына ҡулайлаштырып эшләнгән ҡағиҙә. Ул төбәк етәксеһе ҡарамағындағы эксперт советы булдырыуҙы, консультация үҙәктәре асыуҙы, ойошмалар өсөн ошо йүнәлештәге инфраструктура төҙөүҙе һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала.
* * *
Рәсәйҙең төҙөлөш министры Михаил Мень белдереүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына ҡулланыусыларҙың бурысы ил буйынса 1 триллион һумдан ашҡан. Шуның 645 миллиард һумы – халыҡтыҡы.
Суд приставтары хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн бурыс 10 процентҡа артҡан. 2015 йылда был төр бурыс буйынса суд ҡарарҙары нигеҙендә 3,9 миллион эш ҡуҙғатылһа, былтыр уларҙың һаны дүрт миллиондан ашты. Иң күп бирәсәк Мәскәү ҡалаһы менән Ханты-Манси автономиялы округына тура килә.
* * *
Суд приставтары Рәсәй халҡының бер триллион һумдан ашыу күләмдәге өмөтһөҙ бурысын һыҙып ташлауы ихтимал. Был турала Федераль суд приставтары хеҙмәте “Известия” гәзите аша хәбәр итте.
Ошо мәғлүмәттә билдәләнеүенсә, суд ҡарарынан һуң да түләттереп булмай торған кредит бурыстары күләме йыл һайын арта бара. Быйыл тәүге биш айҙа ғына ла суд приставтары хеҙмәтенә дөйөм бурыс күләме ике триллион һумдан ашҡан башҡарыу эше тапшырылған, шуларҙың 817 мең һумлығы туҡтатылған, йәғни уларын бурыслы яҡтан түләттермәйәсәктәр. Ошо айҙарҙа килгән башҡарыу эштәренең 49 проценты йыл аҙағына саҡлы һөҙөмтәһеҙ туҡтатылыр тип көтөлә.
* * *
Башҡортостанды Иҡтисади һәм социаль яҡтан тотороҡло үҫтереү буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы комплекслы пландың яңы редакцияһы раҫланды. Ул халыҡтың йәшәү кимәлен төшөрмәүҙе һәм социаль йөкләмәләрҙең кисектергеһеҙ үтәлә барыуын төп өҫтөнлөк итеп ҡуя.
Яңы йөкмәткеле Комплекслы план республика Хөкүмәте өсөн 12 төп йүнәлеште билдәләгән. Улар араһында иҡтисадты тотороҡландырыу, инвестицияны әүҙемләштереү, импортты алмаштырыу буйынса эшмәкәрлек һәм башҡа саралар бар. Шул иҫәптән эшҡыуарлыҡты алып барыуҙы ябайлаштырыу моделдәрен тормошҡа ашырыуға ла ҙур өмөт бағлайҙар.
* * *
Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн республикала төбәк лизинг компанияһы ойоштороласаҡ. Ошо турала Башҡортостан Хөкүмәтенең иҡтисадты һәм социаль өлкәне тотороҡло үҫтереү буйынса комиссияһы ултырышында иғлан ителде.
Был компания республиканың ҙур заказсылары булған урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларына сәнәғәт ҡорамалдарын ташламалы процент нигеҙендәге лизинг буйынса алыу мөмкинлеге тыуҙыра. “Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация”ға ошо лизинг компанияһын асыу өсөн ғариза биреү тураһындағы һөйләшеүҙә “Опора России”, “Деловая Россия”, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ ассоциацияһы һәм башҡа ойошмалар ҙа ҡатнашты.
* * *
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында республиканың юл-транспорт комплексының үҫеш йүнәлештәре тикшерелде. Төп иғтибар тармаҡҡа күберәк инвестиция йәлеп итеүгә йүнәлтелде.
Төбәктең юл селтәрен артабан үҫтереү, Өфөлә метро төҙөү, “Көнбайыш Европа – Көнбайыш Ҡытай” халыҡ-ара маршруты, баш ҡаланан көнсығыш яҡҡа сығыу юлы проекттарын эшләү планлаштырыла.
– Башҡортостандың юл хужалығын үҫтереү сифат яғынан яңы кимәлгә күтәрелергә тейеш, – тип билдәләне дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов. – Был осраҡта, барыһынан элек, республика иҡтисадының транспорт хеҙмәтенә йыл һайын арта барған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә өҫтөнлөк бирелә. Пассажирҙар ташыуға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, ташыу паркын яңыртыу, транспортта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
Билдәләнгән саралар исемлегенә юл проблемаларын хәл итеү, туҡталҡаларҙы киңәйтеү, таксомотор эшмәкәрлеген көйләү, берҙәм транспорт навигацияһы системаһын булдырыу, велосипедсылар хәрәкәте өсөн юл эшләү һәм башҡалар инә.