Халыҡты иң ныҡ борсоған мәсьәләләрҙең береһе — тауар һәм хеҙмәттәргә хаҡтың үҫеүе. “Газ, электр энергияһы һәм яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүен көтәбеҙ, — тине Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева һәм шунда уҡ республика халҡын тынысландырырға ашыҡты. — Хаҡтар кешене шаңҡытмаһын өсөн күп нәмә эшләнә”.
Билдәле булыуынса, ике йыл рәттән акциздар күтәрелде. Уларҙың артыуы арыу ғына шул — 30 процент самаһы. Шулай ҙа күп кенә тауар һәм хеҙмәттәргә хаҡтар үҙ кимәлендә ҡалды, хатта бер аҙ төштө. Сәбәбе — дәүләт контроленең көслө булыуы.
Бензин һәм башҡа яғыулыҡҡа хаҡ артыу мәсьәләһенә килгәндә, Рәсәйҙә 2007 йылдан алып 2011 йылғаса “ҡара алтын” — 2,2, нефть продукттары 1,4 тапҡырға ҡиммәтләнгән.
— Бөгөн ваҡ компаниялар эшләһен һәм баҙарҙа конкуренция тыуҙыра алһын өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә, — тине идаралыҡ етәксеһе. — Әле ҙур ойошмалар ваҡ күмәртә хаҡын төшөрә, был сәләмәт конкуренция өсөн һөҙөмтә бирмәй ҡалмаясаҡ.
Быға бер нисә миҫал килтерергә мөмкин. Бензиндың тоннаһы өсөн хаҡ — 200, дизель яғыулығыныҡы 800 һумға төшкән. Тик быйыл 1 июлдән акциздар артасаҡ, был күп күрһәткескә бер ни тиклем үҙгәреш индерәсәк. Шулай ҙа, баҙарҙың нефть продукттары менән тулыһынса тәьмин ителгән булыуы сәбәпле, хаҡтарҙың ҡапыл артыуы көтөлмәй.
Республикала нефть продукттары етештереүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһе — “Башкирнефтепродукт” йәмғиәте. Зөлфирә Аҡбашева әйтеүенсә, “Лукойл”дың хәле бер аҙ хөртәйгән, сөнки уға нефть продукттары етмәй. Шул уҡ ваҡытта республика баҙарында бойондороҡһоҙ компаниялар арта.
Бынан тыш, нефть продукттары баҙарында структура йәһәтенән үҙгәреш көтөлә. Компанияларҙы нефть етештереүселәргә, ташыусыларға һәм һатыусыларға бүлергә йыйыналар. Тимәк, етештереүселәр туранан-тура сауҙала ҡатнаша алмаясаҡ, ваҡ күмәртә менән һатыусылар артасаҡ. Ә был үҙ сиратында компаниялар араһында дәғүәселектең артыуына килтерәсәк.
Ә. ИЛДУСОВА.