Тәгәрәй-тәгәрәй… бесән төргәге28.07.2017
…Ҡыҫҡыс (пресс) таҡҡан “МТЗ-82” урынында ғына “тапана”. Ҡеүәтле техниканан туҡылдаған тауыштар сыға, тимәк, сираттағы бесән төргәгенең дә мәшәҡәте бөтөп килә – ҡорамал мал аҙығын бау менән сырмалай. Ул үҙ эшен башҡарған арала, беҙгә лә “ялан батырҙарына” һүҙ ҡушырға мөмкинлек сыға.

– Радионан “алдағы өс көндә боҙ борсағы, ямғыр яуа, дауыл ҡуба” һымағыраҡ ҡурҡытыуҙар ише­телгәс, бер нимәгә ҡарамай ошо яландағы эште тамамлап ҡуйырға ине, – тип, тракторынан төшөп, беҙҙең янға ыңғайлай Фиҙәрис Көҫәпҡолов.
Ысынлап та, ауыл кешеһенең бындай көндө файҙаһыҙ үткәреүе гонаһтыр ул.
– Ямғыр кәйефте төшөрһә лә, Аллаға шөкөр, төргәктәрҙе һанап бөткөһөҙ. – Тырыш егеттең йөҙөн­дә ҡәнәғәт йылмайыу сағыла.
Булдыҡлының шатлығы менән бүлешмәү мөмкин түгел – быйыл бесән бигерәк уңды шул. Мөмкинлекте файҙаланып, сап та сап.
Егет тигәндәй, Фиҙәрис ир уртаһында инде хәҙер. Ҡатыны Лиана менән өс ҡыҙ тәрбиәләй. Шәхси ихатаһы ярҙамында бынамын итеп донъя көтә.
– Ике тиҫтәнән ашыу ат бар, туғыҙ һыйырҙы һауып, һәр шаршамбы һәм шәмбе һайын Салауат ҡалаһы баҙарына һөт-ҡаймаҡ һатырға йөрөйбөҙ, – ти ул көндәлек мәшәҡәттәр хаҡында.
Беҙ Фиҙәрис менән һөйләшкән арала ҡыҙҙары, ҡаланан ҡайтҡан туғандары менән бергәләп, трактор гел боролоп йөрөмәһен тип, бакуй баштарын тигеҙләй. Фиҙә­ристең атаһы Мөхәмәт ағай, бесән еүеш була күрмәһен тип, бакуй­ҙарҙы ҡапшаштыра. Шулай тикшерә-тикшерә беҙҙең янға килеп етә.
– 74 гектар пай һәм ҡуртымға алған еребеҙ бар. Шуның 33 гектарында бесән эшләйбеҙ, ҡалғанында арыш һәм арпа сәсәбеҙ. – Мөхәмәт Хәсән улы еренең һәр үләнен, мөйөшөн яҡшы белә. – 74 йәштәмен, үҙ ғүмеремдә бындай яуым-төшөмлө йылды күргән юҡ ине. Әммә теләгең, сәләмәтлегең һәм тырышлығың ғына булһын, Хоҙай Тәғәлә мөмкинлеген бирә ул эшләргә.
Ғүмер буйы ауыл хужалы­ғында тир түккән ябай эшсенән тармаҡ бригадиры, ҙур хужалыҡ рәйесе вазифаһына тиклем күтә­релгән аҡһаҡалдың һүҙҙәренә тағы ни өҫтәйһең. Аҡһаҡал тигән­дәй, Мөхәмәт ағай һаман да “рәйес булып”, үләндең еүеш-ҡо­ролоғон ғына тикшереп йөрөмәй, улы бесәнде төргәкләп бөтөү менән, “ГАЗ-53” машинаһында мал аҙағын һарайҙарына ташый башлай. Быуындар бәйләнеше бына шулай хеҙмәттә, икмәк табыуҙа сағыла ул.
Бер килгәндә ғаиләнең килә­сәккә пландары тураһында ла һорашмай китергә ярамай.
– Маҡсат – үҫешергә! – ти Фиҙәрис. – Быйыл фермер булып теркәлергә йыйынабыҙ. Бының өсөн база бар: малдар ҡолонлай-быҙаулай, сәсергә-урырға техника паркы етешә.
Алла бойорһа, инде фермер Көҫәпҡоловтарҙың бесән эшлә­гәне йә иһә ураҡ урғаны хаҡында репортаж баҫтырырға яҙһын.
…Сираттағы бесән төргәге ергә “лып” итеп килеп төшә лә, “мин тиҙерәк ҡайта торам” тигән­дәй, ауыл яғына бер аҙ тәгәрәп ҡуя, ә трактор төтөндәр сығарып йәнә бакуй буйлап елдерә. Беҙгә лә ҡуҙғалырға ваҡыт. Эх, синоптиктарҙың фаразы был юлы тура килмәһен ине. Ана бит, буласаҡ фермерҙарға күпме бесән эшләйһе бар әле!


Стәрлебаш районы.


Вернуться назад