Уңыш – йылына өс тапҡыр28.07.2017
Баҡсасылыҡтағы үҙенә генә хас эш алымы менән бөтә донъяға дан ҡаҙанған “Алексеевка” совхозының бай тәжрибәһен өйрәнергә ситтән белгестәр ағылыуын дауам итә. Шул айҡанлы бында йыш ҡына төрлө ҙур саралар ойошторола. Дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының эшмәкәрлеген киңәйтеүе айырыуса һөйөнөслө. Ошо көндәрҙә хужалыҡта теплицаның икенсе сиратын асыу – шуның асыҡ миҫалы. Тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен арттырҙы, ә инде “Рәсәй теплицалары” ассоциацияһының генераль директоры Наталия Рогованың сараға килеүе күпте һөйләй.

“Алексеевка” – төрлө тармаҡ буйынса махсуслашҡан ауыл хужалығы предприятиеһы. Үҙҙәрендә үк үҫем­лекселек һәм малсылыҡ продук­цияһы эшкәртелә, сауҙа нөктәләре лә булдырылған. Йыл да тырыштар 12,2 мең тонна иген, 2,1 мең тонна йәшелсә-емеш, 3,5 мең тонна картуф үҫтерә.
“Рәсәй теплицалары” ассоциа­цияһы рейтингына ярашлы, хужалыҡ илебеҙҙең тәүге эре биш теплица комплексы исемлегенә индерелгән. Предприятиеның майҙаны ярайһы ҙур ғына, ул Мәскәү Агрокомбинат акционерҙар йәмғиәтенән генә ҡалыша, шулай уҡ теплица культу­раларының уңышы буйынса – икенсе урынды, ә тулайым йәшелсә-емеш йыйыуҙа дүртенсе баҫҡысты биләй.
Тәүҙә хужалыҡтың генераль директоры Рәмзил Низаметдинов ҡунаҡтарға предприятиеның эшмә­кәрлеге тураһында һөйләне, тауар­ҙары ҡуйылған бай күргәҙмә менән таныштырҙы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: хужалыҡ етештергән бөтә төр продукция ла экологик йәһәттән иң таҙаларҙан һанала. Бынан ары уңышты йылына өс тапҡыр йыясаҡтар.
Рөстәм Зәки улы хеҙмәткәрҙәр менән аралашырға ла ваҡыт тапты.
– Бындағы уңғандарҙың фиҙа­кәрлеген баһаламау мөмкин түгел, һеҙ – иң-иңдәре, – тине республика етәксеһе әңгәмә барышында. – Тупланған коллектив – беҙҙең көс, эш урындарын тулыһынса һаҡлап ҡалыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Республика Башлығы белдере­үенсә, самолет менән командировканан ҡайтып килгәндә, күп осраҡта, бигерәк тә ҡыш миҙгелендә һауанан республикалағы теплицаларҙың балҡып күренеүенә шатланмау мөмкин түгел. Тимәк, сәмселдәр дөрөҫ юлда, улар тауар етештерә, күптәрҙе эш урыны менән тәьмин итә. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡты үҙгәртеп ҡороу – заман талабы, тине Рөстәм Хәмитов хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап биргәндә.
Беҙ танышҡан теплицалағы 7-се бүлектең икенсе сираты заманса ҡоролған. Иркен һәм йылы бинала ҡыяр күпереп үҫкән, ҡыярҙы махсус кейемдәге ҡатын-ҡыҙ үҙ эшенә мөкиббән биреп тәрбиәләй.
– Предприятиены иҡтисади яҡтан һауыҡтырыуға етди иғтибар бүле­нәсәк, беҙ килеп тыуған бындай ҡатмарлы хәлдән мотлаҡ сығасаҡ­быҙ, – тип аныҡ итеп әйтте Башҡортостан Башлығы.

Өфө районы.


Вернуться назад