Халыҡты алдағандарҙы йәлләргә ярамай25.07.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт йортонда торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм тергеҙеү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Хөкүмәт ағзалары, профиль министрлыҡтары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, муниципалитет етәкселәре һәм төҙөлөш компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.
– Бынан бер йыл элек беҙ был мәсьәлә менән шөғөлләнгәйнек инде. Ул саҡта 28 проблемалы торлаҡ йорт булып, 3 меңдән ашыу кеше зыян күргәйне. Беҙ граждандарҙы ауыр хәлдә ҡалдырманыҡ, күптәренә ярҙам иттек һәм, ғәмәлдә, проблеманы япҡайныҡ, – тип башланы сығышын Рөстәм Хәмитов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул уҡ хәл йәнә ҡабатлана. Хөкүмәт йорто, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, министрлыҡтар биналары алдында алданған граждандар ойошторған пикеттар ғәҙәти күренешкә әйләнде. Минең адресҡа килгән мөрәжәғәттәр һаны ла артҡандан-арта. Граждандар республика етәкселегенән, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан реаль, аныҡ эш көтә. Беҙ, бөгөнгө проблеманы хәл итеү менән генә сикләнмәйенсә, бындай кире күренештәрҙең киләсәктә ҡабатланмауын да гарантияларға тейешбеҙ.
Беҙҙә әле проблемалы 29 объект иҫәпкә алынған. Уларҙың һәр береһе менән айырым шөғөлләнеү талап ителә. Һәр береһе буйынса айырым план-график төҙөргә кәрәк. Зыян күргән граждандарға ул план-графиктарҙың үтәлеше тураһында даими мәғлүмәт биреп торорға тейешбеҙ. 1 октябргә тиклем һәм артабан квартал һайын һәр объект буйынса отчет талап ителәсәк. Проблемалы яңы объекттар өҫтәлеүенә юл ҡуйылмаҫҡа тейеш.
Йәнә бер ауыр мәсьәлә – суд ҡарарҙары буйынса граждандар фатирҙар алған, әммә төҙөүселәр ғәйебе менән файҙаланыуға тапшырылмаған торлаҡ йорттар. Муниципалитет хакимиәттәре уны хәл итергә тейеш. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына һәр ике аҙна һайын объекттарҙағы эш барышы тураһында отчет биреп тороу йөкмәтелә.
Отчеттар нигеҙендә хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә башлаясаҡбыҙ. Рәсәй Хөкүмәтенә торлаҡ төҙөлөшөндә граждандарҙың өлөшләтә ҡатнашыуын тыйыу инициативаһы менән сығасаҡбыҙ. Торлаҡ төҙөүселәр банктан кредит алып төҙөһөн һәм тулыһынса әҙер фатирҙарҙы ғына һатһын, ә граждандар был хәүефтән ҡурсаланырға тейеш. Граждандарға квалификациялы юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында берҙәм республика офисы ойоштороу кәрәк буласаҡ.
Республикала проблемалы объекттары булған төҙөлөш ойошмалары башҡа төбәктәрҙә лә шулай уҡ эш итә – уларҙың етәкселәре хәҙер беҙҙән ярҙам һорай.
Төҙөлөш ойошмалары етәкселәренә шуны әйтергә теләйем: ваҡытты һуҙып, проблема үҙенән-үҙе хәл ителәсәк, тип уйламағыҙ. Улай булмаясаҡ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәренә мөрәжәғәт итәм: граждандарҙы алдаған, ауыр хәлдә ҡалдырған кешеләрҙе йәлләп торорға ярамай…
Рөстәм Хәмитов ҙур хәүеф тип баһалаған проблеманың, әгәр тиҙ арала һөҙөмтәле саралар ҡулланылмаһа, тағы ла ауырыраҡ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Торлаҡ төҙөлөшөнөң был төрөн регламентлаған, 2004 йылдың 30 декабрендә ҡабул ителгән 214-се Федераль закон ғәмәлгә инеү менән төҙөлөш компаниялары граждандарҙы алдауҙың – уларҙы аҡсаһыҙ ҙа, торлаҡһыҙ ҙа ҡалдырыуҙың бихисап схемаларын ҡуллана башланы. 214-се Федераль законға үҙгәрештәр индерелһә лә, хоҡуҡ боҙоуҙар дауам итә, алданғандар һаны кәмемәй, һәм торлаҡ төҙөүҙең криминалды йәлеп иткән был формаһын кисектермәйенсә, ҡәтғи рәүештә бөтөнләй тыйыу яҡлы граждандар һаны арта бара.