Ҡыҫҡаса18.07.2017
Өфө дәүләт нефть техник университетында төҙөлөш тармағының тәжрибәле белгестәре “Тиҙ ҡоролоусы һәм энергетик яҡтан отошло йорттар төҙөү технологиялары” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”дә коттедждар төҙөлөшөнөң алдынғы ысулдарын тикшерҙе.

Белгестәр ҙур шәхси торлаҡ йорттарҙың күпселек өсөн һатып алырлыҡ йәки төҙөрлөк булыуына өлгәшеү мөмкинлектәрен эҙләй. Һүҙ, нигеҙҙә, каркас йорттар тураһында бара. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, АҠШ-та һәм Канадала барлыҡ яңы һалынған өйҙәрҙең 70 проценты, ә Скандинавия илдәрендә хатта 90 проценты каркастан һалынған икән. Уның өҫтөнлөктәре шул: хаҡы ҡыйбат түгел, тиҙ ҡороп ҡуйыла, йылдың һәр миҙгелендә лә төҙөргә мөмкин.

***
Күптән түгел билдәләнгән Рәсәй почтаһы көнөнә ҡарата “HeadHunter” агентлығы аналитиктары Башҡортостанда почта хеҙмәткәрҙәренең хәленә ҡағылышлы тикшереү үткәрҙе.

Әле республикабыҙҙың хеҙмәт баҙарында эш эҙләүселәрҙең 0,4 проценты ғына почтальон һәм курьер урындарына дәғүә итә. Был тәңгәлдә тармаҡта бер буш урынға биш кандидат тура килгәнлеге мәғлүм, ул иһә вакансиялар менән резюме һандарының бер-береһенә тап килеүен раҫлай. Башҡортостандың хеҙмәт баҙары буйынса уртаса алғанда, бер буш урынға һигеҙ дәғүәсе тура килә. Күрһәтелгән вазифаларға айына уртаса 10 мең һум тәҡдим итәләр, ә үҙ автомобиле менән курьер булып эшләргә теләүселәргә айына 20 мең һум вәғәҙә ителә.
Эшкә килгәндәргә бөхтә кейенеү, оҫта итеп һөйләй белеү, яуаплылыҡ, теүәллек һәм ҡаланы яҡшы белеү талаптары ҡуйыла. Почтальон булып эшләргә теләгәндәр – нигеҙҙә 20 йәшкә саҡлымғы студенттар, улар үҙ хеҙмәте өсөн айына 20-шәр мең һум, ә курьер булырға йыйынғандар ике тапҡырға күберәк һорай.

***
Башҡортостан Рәсәйҙең экспорт стандартын ғәмәлгә ашырасаҡ 20 “пилот” субъекты иҫәбенә индерелде. Был сараның маҡсаты – компанияларҙың экспорт эшмәкәрлеген дәртләндереү.

Стандарт илдең барлыҡ төбәктәре өсөн дә ғәҙел булырлыҡ дөйөм документ ҡабул итеүҙе аңлата. “Рәсәй экспорт үҙәге” йәмғиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мөмкин тиклем күберәк субъекттарҙың үҙенсәлеген иҫәпкә алған бындай стандарт сит илдәр менән сауҙа эшенә урта һәм бәләкәй предприятиеларҙы ла йәлеп итеү форсаты тыуҙырасаҡ.

***
Быйыл йәй ямғырҙың йыш яуыуы Өфө ҡалаһында ташҡын канализацияһының етешмәүен тағы ла асығыраҡ күрһәтте. Ҡала хакимиәтендә ошо көндәрҙә булып үткән кәңәшмә хәлде төҙәтеү юлдарын тикшерҙе.

Июндә баш ҡалабыҙҙа 167 миллиметрлыҡ яуын-төшөм булды, был уртаса айлыҡ норманың 254 проценты тигән һүҙ. Ә 28 июндә яуғаны уртаса айлыҡ норманы тәшкил итә. Был көндә хакимиәткә урамды һыу баҫыуы тураһында 132 ялыу килде. Сәбәбе ябай: дренаж ҡойолары булмау арҡаһында асфальтта күләүек ҙур булып йыйыла һәм артабан, бордюр аша сығып, торлаҡ йорттар ихатаһын баҫа башлай.
“Ленпромстройпроект” институты әҙерләгән схема буйынса Өфөлә яҡын йылдарҙа, элеккеләренә өҫтәп, 300 километрлыҡ үҙағышлы канализация, 100 километрҙан ашыу асыҡ һыу ағыҙғыс, 14 һурҙырыу станцияһы һәм 30 таҙартҡыс төҙөү планлаштырыла.

***
Стәрлетамаҡ күптән түгел республикала һөт иң арзан ҡала булараҡ танылды. “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәре буйынса айыртылмаған бер литр һөттөң хаҡы бында уртаса 43 һум 41 тин тәшкил итте.

Иң ҡыйбат һөттө, ғәҙәттәгесә, Өфө халҡы һатып ала: бында уның литры өсөн үткән айҙа уртаса 47 һум самаһы бирҙеләр. Сибай ҡалаһы өсөн ул ике һумға осһоҙораҡ. Ә Башҡортостан буйынса уртаса алғанда июндә был күрһәткес 46 һум 11 тин ине, май айында ул 46 тингә ҡыйбатыраҡ булды.

***
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны кәмеүен дауам итә, хәҙер ундайҙар – 22 мең кеше. Йыл башында эшһеҙҙәр 23 мең 600 ине.

Яңы теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ла кәмей һәм бөгөн 1,1 процент тәшкил итә. Мәшғүллек хеҙмәттәренә килгән вакансиялар, киреһенсә, арта бара: үткән айҙа улар 44,9 мең булды. Йыл башында 32,4 мең буш хеҙмәт урыны тәҡдим ителә ине.


Вернуться назад