Дәүләткә эшләһәң, ҡаҙнанан түләрҙәр18.07.2017
Быйыл 1 июлдән дәүләт ҡаҙнаһы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырылды. “HeadHunter” эш эҙләү агентлығы Башҡортостанда был хеҙмәт хаҡының хәҙерге кимәлен, ҡайһы белгестәргә мохтажлыҡ ҙур икәнлеген, бер урынға нисә кеше дәғүә итеүен асыҡланы.

Әле Башҡортостан буйынса уртаса эш хаҡы 36 мең һум тәшкил итә (“Башҡортостанстат” мәғлүмәт­тәренән). Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә эш биреүселәр 27 мең һум түләргә вәғәҙә итә, йәғни уртаса кимәлдән 25 процентҡа аҙыраҡ. Фән һәм мәғариф тармағында был күрһәткес – 30 мең һум, медицина хеҙмәт­кәр­ҙәренеке – 33 мең һум. Дәүләт хеҙмәтенә эшкә саҡырғанда иһә хеҙмәт хаҡы 35 мең һум буласаҡ тип күрһәтәләр.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында иң ҙур эш хаҡын табиптарға, провизорҙарға һәм фармацевтарға вәғәҙә итәләр: уларға айына 30 мең һум түләнә. Урта һәм кесе медперсоналды – 23 мең һум, ә клиник тикшереү лабораторияһы хеҙмәткәрҙәрен айына 15 мең һум ғына көтә.
Фән һәм мәғариф буйынса иң ҙур хеҙмәт хаҡы университет уҡытыусыларына буласаҡ – уларҙы айына 33 мең һум көтә. Уҡытыусыларға айына 30 мең һум түләнәсәк, ғилми хеҙмәткәрҙәргә 26 мең һум, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенә – 24 мең һум.
Мәҙәниәт өлкәһендә коллектив етәксеһе һәм администратор – 32 мең һумға, актерҙар, йырсылар, музыканттар һәм бейеүселәр – айына уртаса 19 мең һумға, китапханасылар һәм музей хеҙмәткәрҙәре 18-әр мең һумға иҫәп тота ала.
Ҡаҙнанан финансланған ойошмаларҙа кадрҙарға ихтыяж тураһында һөйләгәндә, иң тәүҙә медицина тармағы иғтибарға лайыҡ: бер буш урынға 2,9 ғына кандидатура тура килә. Фән һәм мәғарифтағы был күрһәткес – 4,7, сәнғәт һәм мәҙәниәттә 4,9 кеше тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: Башҡортостандың хеҙмәт баҙарында бер урынға һигеҙ кеше дәғүә итә. Иң ҙур конкуренция дәүләт хеҙмәте вазифалары буйынса – бында бер буш урынға 43 кеше урынлашырға теләй.


Вернуться назад