“Тимер ат”тар көрсөклө юлдан ҡурҡмай18.07.2017
Һәр ҙур ил милли автомобиль етештереү тармағын булдырырға тырыша, сөнки ул йәмғиәттең инновацияларға һәләтен күтәрә, яңы технологиялар тыуҙыра, экспорт күләмен арттыра. Хәҙерге ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа Рәсәй автопромы үҙен нисек тоя һәм унан нимәләр көтөргә була?


Һуңғы ике тиҫтә йыл самаһы эсендә Рәсәйҙә сит ил компания­ларының “ҡороу технологиялары”, йәғни башҡа илдәрҙә етештерелгән автомобиль деталдәрен беҙҙең завод конвейерҙарында йыйыу киң тамыр йәйҙе. Бер ҡараһаң, Рәсәй предприятиеһында эшләп сыға­рыл­ған кеүек, ләкин ватан автопромынан бер нәмә лә юҡ. Уның ҡарауы, үҙебеҙҙә уйлап табылған һәм электән етештерелгән автомобиль моделдәре күләме бермә-бер кәмене. 2010 йылда, мәҫәлән, Рәсәйҙең үҙ маркаларын етеш­тереү 1980 йылғы кимәлгә төшкәйне. Фәҡәт 2011 йылда ғына ул үҫеш алып китте.
Шул арала күп кенә илдәрҙә автомобиль етештереү йылдам артты. 1980 йылда СССР 1,9 миллион дана автомобиль етештереп, донъя­ла бишенсе урынды алһа, Көньяҡ Корея ошо уҡ йылда – 123 мең, Ҡытай – 222 мең, Һиндостан – 114 мең, Мексика – 490 мең, Иран – 190 мең, Таиланд 73 мең генә автомобиль эшләп сығарҙы. Беҙҙең илдең автопромы утыҙ йыл самаһы бер урында тапанып торған осорҙа Ҡытай автомобиль етештереү буйынса алдынғы дәүләткә әйләнде, Һиндостан, Мексика һәм Бразилия Рәсәйҙән күберәк етештерә башлауға өлгәште, ә Иран менән Таиланд беҙгә тиңләште. Таиландтың автомобиль сәнәғәте ошо ваҡытта күләмде 20 мәртәбә, Көньяҡ Корея – 38, Ҡытай – 83, ә Рәсәй 1,1 тапҡырға ғына арттырҙы! Әйткән­дәй, Рәсәйҙең автомобиль баҙары­ның 40 проценты самаһы сит илдәрҙән индерелгән машина­ларҙан тора. Бразилияла был күрһәткес – 19 процент, Ҡытайҙа – өс, Һиндостанда бер процент ҡына.
Иң ҙур автомобиль компания­ларының теге йәки был илдә урынлашыу һәм тупланыу барышы был тармаҡтың ошо илдәге үҫеш мөмкинлектәрен дә билдәләй. Тәүге этапта бындай компаниялар фәҡәт үҙҙәре барлыҡҡа килгән илдәрҙә, башлыса Көнбайыш Европала, Японияла һәм АҠШ-та эшләй. Артабанғы этап – яңы үҫешкән илдәрҙә етештереүҙең ҡайһы бер цехтарын, айырым деталдәре конвейерҙарын урынлаштырыу. Тимәк, был етештереүгә идара итеү һәм, кәрәк булған саҡта (шул иҫәптән, сәйәси сәбәптәр буйынса), уны туҡтатыу ҙа әлеге ҡитғаларҙағы штаб-фатирға бәйле. Үҫештең киләһе этабында әлеге филиалдың үҙаллы етештереү цехтары барлыҡҡа килә, шулай ҙа төп йүнәлештәр сит илдәге компания етәкселәре ҡулында һаҡлана әле. Киләһе маҡсат – барлыҡ төп операцияларҙы ошо илгә күсереү һәм үҙҙәре урынлашҡан был дәүләтте айырым автомобиль моделдәре йәки уларҙың айырым компоненттары буйынса донъя­лағы берҙән-бер экспортерға әйләндереү.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Рәсәй тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән БРИКС илдәренең береһендә лә әлеге аҙаҡҡы этап башланмаған. Ә бит ҙур автомобиль компаниялары быны нисәмә йыл буйы вәғәҙә итеп килә. Ҡытай менән Бразилия һуңғы йылдарҙа был компанияларға талаптарын арттыра һәм яңы уйлап табыуҙарҙы, яңы технологияларҙы үҙ илендә туплатыуға өлгәшә. Талаптарҙың береһе – компанияның ошо илдәге филиалы эшмәкәрлеген дәүләт контролендә тотоу. Рәсәйҙә был ҙур предприя­тиеларҙың цехтары сағыштырмаса күптән түгел эшләй башланы һәм, белгестәр аңлатыуынса, шуға күрә сит ил компанияларына ҙур талаптар ҡуйырға “ҡыймайҙар”.
Беҙҙең илдә автомобилдәр етештереү менән донъялағы иң ҙур автозавод булған “АвтоВАЗ” шөғөлләнә. 1969 йылда асылған был предприятие Италияның “Fiat-124” моделе нигеҙендәге “Лада-2101” машинаһын 70-се йылдарҙан алып 80-се йылдарҙың уртаһына саҡлы йылына бер миллион дана етештерә ине. Артабан ул кәмегәндән-кәмей барҙы, сөнки халыҡ сит ил моделдәренә өҫтөнлөк бирә башланы. Рәсәй инженерҙары автомобилдәрҙе камиллаштырыу менән шөғөлләнгән ғилми-тикшеренеү үҙәктәрендә әлегә ҙур тәжрибә тупламаған, улар юғары уҡыу йорттарын тамамлағас та күбеһенсә нефть һәм газ тармаҡтарына эшкә урынлашырға ынтыла. Тимәк, автомобиль сәнәғәтенең абруйын күтәреү һәм уға белгестәрҙе йәлеп итеү эшен дә әүҙемләштерәһе бар әле.


Вернуться назад