Халыҡтың мәнфәғәте даими хәстәрләнә14.07.2017
Халыҡтың мәнфәғәте даими хәстәрләнәБашҡортостанда ойошторолған донъя һәм ил кимәлендәге сараларға өйрәнеп тә бөттөк, шикелле, республикабыҙҙағыларын телгә лә алмайым. “Өфөлә киләһе аҙнала агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә арналған семинар үтә” йәки “Башҡортостан бөгөн сәнғәт һәм мәҙәниәткә бағышланған симпозиум ҡунаҡтарын ҡабул итә!” кеүек хәбәрҙәрҙе ишетеү хәҙер бер кем өсөн дә яңылыҡ түгел.

Әйткәндәй, тиҙҙән беҙҙә тағы бер оло сара көтөлә: баш ҡала­быҙҙа 19 – 21 июлдә “Хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына һәм ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереүгә дәүләт ярҙамы” тип аталған Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһенең уҙғарылыуы күҙ уңында тотола. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында ошо уңайҙан һәм, ғөмүмән, дөйөм ауыл хужалығы мәсьәләләренә арнал­ған матбуғат конференцияһында иҡтисад фәндәре кандидаты, республикабыҙҙың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.
Был осраҡта белгестәрҙең Өфөнө һайлауы осраҡлы түгел. Беренсенән, Башҡортостан һәр йәһәттән дә йылдам үҫешә, айырыуса агросәнәғәт комплексы күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙә лидер төбәк исемлегенә ингән. Йыраҡ йөрөйһө түгел, шул уҡ крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ғаилә малсылыҡ фермалары, дәүләттән шаҡтай ҙур ярҙам алып, уй-ниәттәрен уңышлы тормошҡа ашыра. Әле беҙҙә 6100 крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә. Сағыштырыу өсөн: 1995 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күп. Былтыр уңғандар тарафынан 17 миллиард һумлыҡ продукция етеш­терелгән. Фермерҙарҙың йылдан-йыл һыйыр малдарын ишәйтеүе һәм сәсеүлек майҙандарын ки­ңәйтеүе шатлыҡлы. Үҙ сиратында, һөт һәм ит етештереү артҡан, бүтән төр продукциялар ҙа күпләп һатыуға сығарыла. Уңыш сере нимәлә? Әлбиттә, “Эш башлаған фермер” һәм “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” дәүләт программаларының һөҙөм­тәле тормошҡа ашырылыуы быға этәргес көс биргән. Былтыр эшен башлап ҡына торған 114 фер­мерҙың һәм 34 ғаилә малсылыҡ фермаларының 300 миллион һумдан ашыу аҡса алыуы – шуға асыҡ миҫал.
Икенсенән, ауыл биләмәләрен төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан иң күп аҡса алыуға өл­гәшкәнбеҙ. Ысынлап та, рес­публикабыҙ етәкселеге халыҡтың мәнфәғәтен даими хәстәрләй. Юлдарҙы рәтләү, газ һәм һыу торбалары һуҙыу, электр менән тәьмин итеү, бихисап объекттар төҙөп сафҡа индереү, ғөмүмән, ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереү – өҫтөнлөклө йүнәлеш­тәрҙең береһе. Мәҫәлән, “2013 йылға хәтлем иҫәпләнгән ауылды социаль үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә Башҡортостанда 522 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, 6647 ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртҡан. 2014 йылдан программа “Ауыл биләмә­ләрен тотороҡло үҫтереү” статусын алды.
Семинар-кәңәшмәгә килгәндә, уға әҙерлек ҡыҙыу алып барыла. Унда Рәсәйҙең 60 төбәгенән агро­сәнәғәт комплексы белгестәр­е, муниципаль ауыл биләмәләре башлыҡтары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре һәм башҡа ҡунаҡтар килергә теләк белдергән дә инде. Ойоштороу­сылар бер нисә маршрут бил­дәләгән. Башта сарала ҡатна­шыусылар Дүртөйлө, Илеш, Туймазы, Бүздәк тарафтарына юлланып, заманса агросәнәғәт комплексы объекттары менән яҡындан танышасаҡ. Аҙаҡтан Конгресс-холда пленар ултырыш уҙғарыласаҡ.
Ауыл тураһында һүҙ сыҡһа, күптәрҙең аңында ул “колхозник” төшөнсәһенә барып тоташа. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, хәҙер бөтөнләй икенсе күренеш. Эш алымы үҙгәрҙе, йәшәү рәүеше ҡаланыҡынан һис тә кәм түгел. Ошо турала Илшат Илдус улы миҫалдар менән аңлатты. Улай ғына ла түгел, балалары фермер ата-әсәләренең юлын дауам итһә ине тигән теләген дә белдерҙе министр.
Быйыл ҡар күп булды, өҫтәүенә ямғыр туҡтарға уйламай ҙа, бер һүҙ менән әйткәндә, тупраҡта дым саманан тыш. Тәбиғәттәге көтөл­мәгән хәлдәр ауыл хужалығына туранан-тура кире йоғонто яһамай ҡалмай. Юғары даирәләрҙә был тәңгәлдә саң ҡағыу тиккә түгел. Журналистар мал аҙығы әҙерләү барышы, ураҡҡа төшөү ваҡыты һәм иғлан ителәсәк ғәҙәттән тыш хәлдәр менән бәйле һорауҙарға төплө яуап алды.




Вернуться назад