Салауат улы бит ул!12.07.2017
Салауат улы бит ул!Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Салауат улы Фәхрисламов етәкселегендәге “Ҡыҙыл Башҡортостан” ауыл хужалығы кооперативы элек-электән баҫыусылыҡ менән ныҡлап һәм ентекле шөғөлләнә. Ерҙең уңдырышлылығын күтәреү, баҫыуҙарҙа иген һәм мал аҙығы культураларының тослоғон арттырыу маҡсатында төрлө тәжрибәләрҙе оҫта ҡулланыуы менән республикала ғына түгел, хатта илдә билдәле улар.


Әле кооперативтың 16 мең гектарға яҡын ере бар, баҫыуҙар тәрбиәле һәм ҡараулы, минераль ашламалар менән туйындырылғас, йәмғиәт йыл һайын мул уңыш алыуға өлгәшә. Быйыл ауыл эшсәндәренә 11 мең тоннанан ашыу силос, 2500 тонна сенаж әҙерләү бурысы ҡуйылған, бынан тыш, күпләп бесән дә хәстәрләйәсәктәр.
Хужалыҡ баҫыуҙарын, беҙҙә етеште­релгән агрегаттарҙан тыш, сит ил техникаһы ла иңләй. Бар эштәрҙе уңышлы атҡарып сығыуҙа Аргентинанан һатып алынған 9 миллион һумлыҡ сәскестәр тос өлөш индерә. Әйткәндәй, бындай техника Башҡортостандың башҡа бер хужалығында ла юҡ. Етәкселек заманса һәм ҡеүәтле техника һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй.
Кооператив элеккесә иҫке техноло­гияларға йәбешеп ятмай, ә төбәк өсөн, ер өсөн уңышлы булған яңы алымдар ҡулланырға, башҡа илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнергә тырыша. Был йәһәттән, әлбиттә, нуль технологияһы иң ҡулайлыларҙан һанала. Уны ҡулланғанда уңыштың 80 проценты тәбиғәт шарттарына бәйле булмай.
“Ҡыҙыл Башҡортостан” хужалығы малсылыҡта ла юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Бөгөн йәмғиәттең дүрт һөтсөлөк фермаһында 1400 баш һыйыр малы тотола, көтөү йыл һайын йәш таналар менән тулылана. Әле малдар заманса йыһазландырылған йәйге лагерҙарҙа тотола.Салауат улы бит ул!
Техника паркы яңыртыла, юғары аҡһымлы мал аҙығы культуралары майҙандары ишәйтелә, ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырыла, тоҡомло малға тейешле шарттар булған аҙбар төҙөлә. Барлыҡ һөтсөлөк фермалары ла тиерлек заманға ярашлы “Елочка” ҡоролмалары ҡуйылған һауыу залы менән йыһазлан­дырылып, эште нигеҙҙә компьютер башҡара. Бөгөн ҡул көсө ҡулланылмай тиерлек.
Етәкселек өлгәшелгәндәр менән сикләнергә уйламай, улар белдереүенсә, киләһе йылдарҙа хужалыҡтың иҫке фермаларын тулыһынса яңыртыу, заманса һыйыр аҙбарҙары төҙөү, яҡшы техника һатып алыуҙы дауам итеп, ғилми-тикшеренеү институты менән берлектә, баҫыусылыҡты яңы үрҙәргә күтәреү, мал аҙығы базаһын артабан нығытыу күҙаллана. Шулай уҡ киләсәктә кадрҙар мәсьәләһенә, эшселәр өсөн торлаҡ тө­ҙөүгә, яҡшы хеҙмәт шарттары булдырыуға ла етди иғтибар бирергә уйлайҙар. Әйткәндәй, әле бында 140 кеше эш менән мәшғүл.
– Ололарға алмашҡа йәштәр бар, кадрҙар мәсьәләһе лә киҫкендәрҙән түгел. Хеҙмәт хаҡының ваҡытында түләнеүе һәм юғары булыуы күптәрҙе ылыҡтыра, – ти етәкселек. – Элек туған хужалығын ташлап, Себер тарафтарына сығып киткәндәр ҙә кире ҡайта башланы, ошо беҙҙе һөйөн­дөрә лә инде. Тимәк, йәмғиәт эшмәкәрлеге тураһында улар хәбәрҙар.
Кооперативтың Һамар бүлексәһе эшсәндәре өсөн бөгөн ҡыҙыу мәл, улар аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен маҡсатлы ҡулланып, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙер­ләү хәстәре менән йәшәй. Баҫыуҙарҙан хужалыҡ ихатаһында урынлашҡан силос соҡорҙарына сәғәт һайын ҡеүәтле маши­наларҙа мал аҙығы ҡайта. Бөгөн дүрт тоннанан ашыу мал аҙығы соҡорҙарҙа һаҡлана, көндәр матур торһа, ямғырҙар эште тотҡарламаһа, ҡалған соҡорҙар ҙа сифатлы һәм шифалы аҙыҡ менән тулы­ланасаҡ. Күптән түгел алты тонна силос һыйҙырышлы соҡор төҙөп ҡуйғандар. Тиҙҙән ошондай уҡ өс соҡор сафҡа инәсәк. Һамар бүлексәһендә тағы ла дүрт бүлексәнең быҙау һәм йәш таналарын тотоу өсөн заманса ферма төҙөү башланырға тора, әле унда төҙөлөш эштәре бара. Бүлексәнең баш зоотехнигы Шәфҡәт Зәйнетдин улы Шәмсетдинов йәш механизаторҙар Ғүмәр Тайсин, Раян Мәғәфүров, Альберт Яуымбаев, йәш водителдәр Рөстәм Әхмәтов, Марат Ғәлиуллин кеүектәрҙе һәр яҡлап маҡтап телгә алып, шөкөр, йәштәр бөгөн ҙур ихласлыҡ менән тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә, тип билдәләне.
Ауыл эшсәндәре ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителә, баҫыуҙағыларға аш еңел машинала алып барыла. Социаль яҡлауҙар ҡаралған, сәләмәтлеген нығы­тырға теләүселәргә ял йорттарына йүнәлтмә бирелә. Шәхси ихатаһында мал аҫраусылар ҙа ашлыҡ, бесән-һалам менән тәьмин ителә.
– Улар тураһында беҙ ҡайғыртмаһаҡ, кем ҡайғыртһын. Ә уңайлы шарттар тыуҙырылғас, һәр кем үҙ бурысын намыҫ­лы башҡарып, хужалыҡ данын йыраҡтар­ға тарата ла инде, – ти етәкселек.



Вернуться назад