Эшҡыуарҙар йыйыла12.07.2017
Эшҡыуарҙар йыйыла14 июлдә республиканың ҡала, ра­йондарында муниципалитет башлыҡтары ҡарамағындағы Координация советтарының ултырыштары үткәрелә. Сараның төп темаһы – законһыҙ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген легалләштереү.

Бындай башланғыс күптән түгел Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы тарафынан тәҡдим ителгәйне. Ассоциация урындарҙа йүнселлек мәсьәләләрен тикшергәндән һуң республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына бөтә муниципалитеттарҙа бер үк көн тәртибе менән Координация советтарының ултырыштарын үткәреү башланғысы менән сыҡты. Дәүләт комитеты хакимиәттәргә 14 июлдә Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы ултырышын үткәрергә, унда законһыҙ йүнселлек эшмәкәрлеген легалләштереү мәсьәләһен тикшерергә тәҡдим итте.
Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһында билдәләүҙәренсә, бындай ултырыштарҙы бер көндә үткәреү йүнселдәргә хакимиәт вәкилдәре менән бәйләнеште нығытыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк.


Вернуться назад