Ураҡҡа ҡасан төшөрбөҙ?12.07.2017
Ураҡҡа ҡасан төшөрбөҙ?Республикабыҙҙа һауа шарттары яҙғы баҫыу эштәренә һәм мал аҙығы әҙерләү кампанияһына үҙ төҙәтмәләрен индергәйне, ураҡҡа ла йоғонто яһамай ҡалманы.

Төбәк Хөкүмәтендә үткән ултырышта ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов хәбәр итеүенсә, ҡойма ямғырҙар сәсеүлектәрҙе ҡарау буйынса агротехник эштәрҙе тотҡарланы. Айырым райондарҙа яуым-төшөм норманан ике-өс тапҡырға артыҡ булды. Һөҙөмтәлә сәсеү ваҡыты ике-өс аҙнаға күсерелде. Һауа температураһы ла әллә ни ҡыуандырманы.
– Яҡынса иҫәп-хисаптар буйынса, көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа ураҡ 10 августа, төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ зонала 20 августан һуң башланыр, моғайын. Элегерәк ураҡҡа 20-25 июлдә төшә инек, – тине ауыл хужалығы министры.


Вернуться назад