Йомғаҡ яйлап һүтелә…11.07.2017
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов “Россия-24” телеканалына 27 июндә биргән интервьюһында “Башнефть” компанияһы акцияларына бәйле мөһим белдереү яһаны. Республика етәксеһе фекеренсә, акцияларҙың төбәк пакеты – 25 проценты һәм символик 1 акция законлы хужаһында – Башҡортостанда ҡалырға тейеш.


Акциялар пакеты Башҡортос­тан ҡарамағына күскәндән һуң, тулы булмаған ике йыл эсендә генә төбәк бюджетына күсерелгән дивидендтар күләме 20 миллиард һумға еткән, ә 2017 йыл аҙағына сумма кәмендә 30 миллиард һум тәшкил итәсәк. “Роснефть” кеүек ҡеүәтле һәм ышаныслы струк­тураның Башҡортостанға килеүе республика нефть тармағы үҫеше өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.
“Роснефть” составына күсеү процедураһы “Башнефть” ком­панияһында аудит үткәреүҙе талап итә. Финанс аудиты хәлдең бик ҡатмарлы булыуын асыҡлай. Мәҫәлән, “Система” акционер финанс компанияһының “Башнефть” активтарын күпләп ситкә сыға­рыуы раҫлана. Активтар һуңынан ситкә һатыу өсөн сығарыла. БР Арбитраж суды юридик шәхес – Башҡортостан Республикаһының, “Башнефть” һәм “Роснефть” компанияларының “Система”ға һәм уның филиалдарына 170 миллиард һумлыҡ претензияларын тикшереп, “Система”ның һәм уның филиалдарының 180 миллиард һумлыҡ активтарына арест һалды. Эксперттар раҫлауынса, ҡат­марлы процесс оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. “Система” йомғағы яй­лап һүтелә, һәм уның әлегә тиклем аҙ билдәле бихисап яҡтары асыла.
Техник аудит “Башнефть” берекмәһендә “Система” составында булған осорҙа күп йүнә­лештәрҙә етештереү ҡеүәттәре юҡҡа сығыуын асыҡлай. Мәҫәлән, майлау материалдары, йыуыу матдәләре етештереүҙә киң ҡул­ланылған мөһим компонент – синтетик майлы кислоталар сығарыу туҡтатыла, һәм улар, валюта тү­ләп, ҡиммәтле хаҡҡа сит илдәрҙән килтерелә. Һөҙөмтәлә предприятиелар эш урындарын, кадрҙарҙы, технологияларҙы күпләп юғалта. Хәҙер ошо йүнәлештәрҙе тергеҙеү мөһим. Мәҫәлән, Ишембайҙа ка­тализаторҙар етештереү ҡеүәт­тәре тергеҙелә. Совет осоронда Ишембайҙа, Өфөлә, Салауатта һәм Стәрлетамаҡта был про­дукцияның 25 төрө етештерелә, һәм улар каталитик крекинг, риформинг һәм синтез процестарында киң ҡулланыла. Республикала катализ буйынса бай тәжрибә туплана, әммә был өл­кәлә лә һуңғы йылдарҙа ҡиммәтле технологиялар, кадрҙар күпләп юғалтыла.
“Роснефть” төп фондтары ныҡ иҫкергән нефть эшкәртеү заводтарында ҡорамалдарҙы яңыртыу буйынса программа әҙерләй һәм оҙаҡламай предприятиеларҙа яңы төҙөлөш майҙансыҡтары бар­лыҡҡа киләсәк.
Элекке нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары (НГДУ) урынына ойошторолған “Таргин” нефть-сервис компанияһының “Роснефть” составына инеүе лә республика нефтселәренә киләсәккә өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Бөгөнгө көндә компания составындағы “Таргин-Бурение” предприятиеһында 43 быраулау бригадаһы ғына ҡалһа, оҙаҡламай уларҙың һаны 150-гә еткереләсәк. Башҡортостан быраулаусылары быға тиклем күп осраҡтарҙа коррупция схемалары буйынса ойош­торолған тендерҙарҙан ситләш­терелеп, лидер позицияларын юғалтһа, хәҙер “Роснефть” составында эш артасаҡ. Шуны уҡ ныҡ ҡыҫҡартылған “Таргин-КРС” (сква­жиналарҙы ремонтлау) пред­приятиеһы тураһында ла әйтергә мөмкин. Уҙған йылдарҙа кадр­ҙарының, техниканың ҙур өлөшөн юғалтҡан механика хеҙмәттәрен, транспорт идаралыҡтарын да тергеҙеү талап ителә. Был, үҙ сиратында, Ишембай, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Туймазы, Дүртөйлө, Яңауыл ҡала­ларының, Серафимовка, Приютово кеүек эре нефтселәр ҡасаба­ларының социаль-иҡтисади хәлен төҙәтеүгә юл асасаҡ.
Йәнә бер мөһим йүнәлеш – Башҡортостан заводтарында “Роснефть” заказы буйынса нефть сығарыу һәм эшкәртеү ҡорамал­дары етештереү программаһы. “Салауатнефтемаш”, “Октябрьскхиммаш”, Ишембай нефть промыслалары ҡорамалдары заводы, Туймазы геофизик ҡорамалдар һәм аппаратура заводы, Октябрьский нефть промыслалары ҡорамалдары заводы кеүек предприятиелар өсөн эре һәм даими заказдар ҙур ярҙам буласаҡ.


Вернуться назад