Чернобыль һәм “Маяҡ” тарихта ғына ҡалһын11.07.2017
Ваҡытлыса туҡтатылған Башҡортостан атом электр станцияһы (БАЭС) төҙөлөшө хәҙер инде дүрт тиҫтә йыл самаһы республика халҡын борсоуға һалып килгән ҙур проблема булып ҡала. Ошо дәүер эсендә йәмәғәтселектә атом фобияһы нығынып өлгөрҙө. КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы 1980 йылдың 26 июнендә ҡабул иткән ҡарар нигеҙендә башланған гигант төҙөлөш 1990 йылда туҡтатылды.


2002 йылда проект яңынан ҡарала, әммә, финанс етешмәү сәбәпле, яңы пландар ҙа үтәлмәй ҡала. Артабан, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 2016 йылдың 10 авгусында ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, 2030 йылға тиклем илдә дүрт яңы АЭС сафҡа инергә тейеш, әммә БАЭС төҙөлөшө был юлы ла кисектерелә. Ләкин объект 2000 йылда төҙөлгән “Рәсәй Федерацияһы атом энергетикаһының 2050 йылға тиклем үҫеш стратегияһы” документтарындағы перспективалы пландарға индерелә.
26–29 июндә Екатеринбург ҡалаһында уҙғарылған Халыҡ-ара ядро форумында киң йәмәғәтселеккә еткерелгән һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, яңы станцияларҙа, шул иҫәптән төҙөләсәк Башҡортостан АЭС-ында яңы быуын, тиҙ нейтронлы хәүефһеҙ реакторҙар ҡулланыу ҡарала.
Екатеринбург Халыҡ-ара ядро форумы РФ Хөкүмәте һәм Атом энергетикаһы буйынса халыҡ-ара агентлыҡ (МАГАТЭ) етәкселегендә ойошторола. Әҙерләүсеһе – “Росатом” дәүләт корпорацияһы. Уның составындағы “Росэнергоатом” концернына филиал статусында барлыҡ атом электр станциялары, шулай уҡ төҙөлә башлаған БАЭС инә һәм, 1995 йылдың 21 ноябрендә ҡабул ителгән “Атом энергияһын ҡулланыу тураһында” Федераль законы нигеҙендә, “төҙөлөүсе атом объекты” статусында регламентлана.
Екатеринбургтағы форум – инициаторы МАГАТЭ булған өсөнсө ошондай халыҡ-ара сара. Тәүге форум – FR 09 (аббревиатура “fast reactors” – “тиҙ реакторҙар” тип тәржемәләнә) 2009 йылда Японияның Киото ҡалаһында, икенсеһе – FR 13 форумы 2013 йылда Парижда уҙғарылды. FR 17 форумының быйыл нәҡ Екатеринбургта үткәрелеүе үтә лә мөһим, сөнки Рәсәй Федерацияһы бөгөнгө көндә яңы быуын һәм сағыштырмаса хәүефһеҙ тиҙ нейтронлы реакторҙар өлкәһендә донъя лидеры булып тора. Нәҡ Екатеринбург эргәһендәге Белоярский АЭС-ында (элекке ябыҡ Заречный ҡалаһында) күп йылдар дауамында шундай ике реактор уңышлы эшләп килә. Был төр реакторҙар менән АҠШ, Германия, Франция, Бөйөк Британия һәм башҡа ил белгестәре шөғөлләнеп ҡарай, әммә уңышҡа өлгәшә алмай. Тиҙ нейтронлы тәүге совет реакторы БН-350 Шевченко тәжрибә станцияһында (Ҡа­ҙағ­стан) 1973 йылда уҡ ҡорола һәм 20 йыл туҡтауһыҙ эксплуатация режимында эшләргә тейеш була, әммә ул биш йылға оҙағыраҡ – 1998 йылға тиклем ҡулланыла.
БН сериялы реакторҙарҙың авторҙары – И.И. Африкантов исемендәге тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы (Түбәнге Новгород ҡалаһы), А.И. Лейпунский исемендәге Физика-энергетика институты (Обнинск ҡалаһы) һәм “Атомэнергопроект” фәнни-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты (Санкт-Петербург). Был ойош­маларҙың финанслау етешмәү, байтаҡ кадрҙарҙы юғалтыу, түбән эш хаҡы (мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарының оҡшаш проекттар менән шөғөлләнгән Эрнест Лоуренс исемендәге Ливермор һәм күренекле атом физигы Роберт Оппенгеймер ойошторған Лос-Аламос лабораторияларында эш хаҡы уртаса 12 тап­ҡырға юғарыраҡ, һәм унда хәҙер Рәсәйҙән киткән байтаҡ белгестәр эшләй) шарттарында ла донъя лидерҙары статусын һаҡлауҙары бер яҡтан һоҡланғыс, икенсе яҡтан аңлашылып бөтмәгән феномен булып ҡала.
Белоярский АЭС-ының 3-сө энергоблогында 1980 йылда БН-600 һәм 4-се энергоблокта 2015 йылда БН-800 реак­торҙары эшләй башлай. Уларға алмашҡа БН-1200 реакторҙары әҙерләнә (әле 5-се блокта бер реактор һынау үтә). 2030 йылға тиклем кәмендә һигеҙ комплект БН-1200 етештерелеп, уларҙың тәүгеләре Көньяҡ Урал АЭС-ында (Силәбе өлкәһе Озерск ҡалаһы) ҡороласаҡ.
“Росатом” дәүләт корпорацияһы генераль директоры Алексей Лихачевтың белдереүенсә, перспективала яңы стан­цияларҙа нигеҙҙә БН-1200 реактор­ҙарының артабан камиллаштырылған типтары ҡулланыласаҡ. Улар Башҡортостан АЭС-ында ла ҡоролорға тейешле ВВЭР-1000 реакторҙарына алмашҡа киләсәк. Иң мөһиме – БН сериялы реакторҙар күпкә хәүефһеҙерәк. Элекке реакторҙар йылы­лыҡ нейтрондарына нигеҙләнһә һәм тәбиғәттә һирәк осраған, ҡиммәтле уран-235 изотобын ҡулланһа, тиҙ нейтронлы яңы реакторҙарҙа яғыулыҡ циклына арзаныраҡ уран – 238 һәм торий – 232 изотоптары ҡушыла, шулай уҡ уран – 235 изотобын алғандан һуң тороп ҡалған “отвал ураны” (ғәмәлдә сәнәғәт ҡалдығы) һәм йылылыҡ реакторҙарында барлыҡҡа килгән плутонийҙы ҡулланырға мөмкин. БН реакторҙары уран изотоптарын 60 тапҡырға тулыраҡ яндыра. Был төр реак­торҙарға күсеү илдә тупланған атом яғыулығын, әлеге ҡеүәттәрҙән сығып иҫәпләгәндә, 800 йылға еткереү мөмкин­леген бирә, бер юлы радиоактив ҡал­дыҡтар проблемаһы ла нигеҙҙә хәл ителәсәк.
Әгәр FR 17 форумында ентекләп тикшерелгән барлыҡ был эштәр уңышлы башҡарылһа, Чернобыль атом электр станцияһындағы һәм “Маяҡ” радиохимик комбинатындағы кеүек авариялар хәүефе ҡалмаҫҡа, ундай фажиғәләр ҡабатлан­маҫҡа, йәмғиәтебеҙҙә нығынған атом фобияһына алмашҡа “тыныс атомға” оло ышаныс һәм ихтирамлы мөнәсәбәт урын­лашырға тейеш. Әммә бының өсөн энтузиаст атомсыларыбыҙға көс туплап, күп йылдар дауамында мифологик титандарға хас ауыр эштәр башҡарырға тура киләсәк.



Вернуться назад