Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА,
әҙибә һәм журналист:
– Бер быуатлыҡ тарих. Ниҙәр генә булмаған шул дәүерҙә! “Башҡортостан” гәзите республикабыҙ тормошон йөҙ йыл буйына яҡтыртып, тарих йылъяҙмаһын алып бара. Халҡыбыҙ йәшәйешенең бөтә өлкәһе лә – иҡтисад, йәмғиәт, сәйәсәт, мәҙәниәт, спорт – барыһы ла теркәлә. Тарихи һынылыштар, ваҡиғалар сағылыш таба.
Колхозлашыу осоронда, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, үҫеш биш йыллыҡтарында республика нисек йәшәгән – былар хаҡында гәзит биттәрендә бай мәғлүмәт табырға мөмкин. Бөгөнгө уҡыусылар үткәндәр тураһында “Башҡортостан”да бирелгән, элек баҫылған хәбәрҙәр, мәҡәләләр аша танышып бара. Йылдар үтеү менән бөгөнгөләр ҙә тарихта ҡаласаҡ. Уларҙы киләсәк быуын шулай уҡ ҡыҙыҡһынып уҡыр.
Матбуғат – үткер ҡорал, пропагандист, әңгәмәләш, тәжрибә уртаҡлашыусы, белем биреүсе, кәңәшсе, ихлас дуҫ, фекерҙәш... Был исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин.Бөгөн, Интернет селтәре бөтә донъяны баҫып алған дәүерҙә лә, баҫма матбуғаттың баһаһы кәмегәне юҡ. Буяу еҫе сығып торған ҡағыҙ гәзитте ҡулға тотоп уҡыуҙа ғына түгел хикмәт. Башҡа мәғлүмәт сараларынан айырмалы рәүештә, тарихта ҡаласаҡ йылъяҙма булараҡ, “Башҡортостан” республикала барған хәл-ваҡиғаларға объектив ҡарашын белдерә, “һары” баҫмалар шикелле намыҫын аҡсаға һатмай, ғәҙел, хаҡ баһаһын бирә. Шуның өсөн дә яҡын ул халыҡҡа, шуның өсөн дә ҡәҙерле ул беҙгә. Әллә күпме ашамай торорға була, әммә бер көн гәзит уҡымау тормошта аныҡ йүнәлешһеҙ ҡалыуға тиң. Кешегә рухи аҙыҡ мөһимерәк.
Тиҙҙән үҙенең 100 йыллығын билдәләйәсәк “Башҡортостан” гәзите – республика тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә баҫма. Бында дәүләт етәкселәре лә, фән белгестәре лә, төрлө өлкәләге эшҡыуарҙар ҙа, зыялылар ҙа, башҡа һөнәр эйәләре лә үҙен ҡыҙыҡһындырған мәҡәләләрҙе таба ала. Балалар өсөн дә, аҡһаҡалдарға ла тәғәйенләнгән яҙмаларҙы күрергә була унда. Спорт, сәнғәт, сәнәғәт, сәйәсәт, экология, иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф, матбуғат, тәбиғәт – ниндәй генә теманы яҡтыртмай гәзит!
“Башҡортостан” – республикабыҙ тормошоноң сағылышы. Уның бер быуатлыҡ фиҙакәр хеҙмәте оло баһаға лайыҡ. Юбилей уңайынан яратҡан гәзитебеҙгә Башҡортостандың иң юғары наградаһы – Салауат Юлаев ордены – тапшырылһа, ғәҙел ғәмәл булыр ине. Йөҙ йыллыҡ тарихты яҡтыртҡан баҫма быға күптән лайыҡ бит.