Балаларға — тағы бер шатлыҡ07.07.2017
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын яңауылдар ҙа үҙ итте. Былтырғы конкурста яҡлау тапҡан 11 проектты тормошҡа ашырыу районда уңышлы тамамланды: алты ауылда юлдар тәртипкә килтерелһә, дүртеһендә төрлө йүнәлештәге төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Кониг ауылында иһә балаларға ҙур шатлыҡ килтергән заманса спорт-уйын майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды.


Ул элекке мәктәп урынында йыһазландырылды. Ҡоролмалар ҡуйылырға тейешле ерҙе таҙартып, тәртипкә килтереүҙән ауылда йәшәүсе йөҙҙән артыҡ кешенең береһе лә ситтә ҡалманы. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел: урындағы баш­ланғыстарҙы яҡлау програм­маһына ҡушылыу хаҡында һүҙ башланыу менән дә олоһо ла, йәше лә әүҙемлек күрһәтте бит, был мәсьәлә ҡаралған йыйылыштарҙа бер кем дә үҙ фекерен әйтергә ҡыйынһынманы. Һөҙөмтәлә төрлө тәҡдимдәрҙе тикшергәндән һуң, нәҡ күпселек теләге иҫәпкә алынды. Йәш быуын тураһында хәстәрлек йөҙөнән спорт-уйын майҙансығы булдырыу тураһындағы ҡарар бер тауыштан ҡабул ителде.
Программа шарттарына ярашлы үткәрелгән конкурста “Ксил-Балтэкс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт еңеп сыҡты һәм һауа торошо мөмкинлек биреү менән тейешле эштәргә тотондо. Быға тиклем ауылда булған һәм яңыртылып буялған ҡайһы бер уйын ҡоролмаларына яңынан ҡайтарылған һигеҙе өҫтәлде, улар араһында таусыҡ, бәүелсәк, швед стенкаһы, эскәмйәләр һәм беседкалар бар. Йәйге каникул көндәрендә малай-ҡыҙҙарға ҡыуаныс биргән майҙансыҡтың дөйөм хаҡы 229 мең тәшкил итһә, шуның проектта ҡаралған өлөшө ауыл халҡы тарафынан йыйылды. Шуға ла яҡын-тирәгә йәм биреп торған объектты асыу тан­танаһына иртән балалар йыйыл­һа, кисен ҡоролмаларға ата-әсәләр һәм олатай-өләсәйҙәр һоҡланды. Ололар төрлө дөйөм сараларҙы ауыл уртаһында урын­лашҡан ошо майҙансыҡта үткә­реү тураһында килеште. Ул ғына түгел, Конигтың тыуған төбәк­тәренә ихлас ғашиҡ кешеләре яҡын киләсәктә майҙансыҡты һәм уның тирә-яғын заманса матурлап, йәшеллән­дереү тураһында ла һөйләште. Алдағы ниәттәр ҡойманы яңыртыуға, кесе архитектура формалары урынлаш­тырыуға йүнәлтелгән.
Шүдек ауыл биләмәһе баш­лығы Инзилә Миңлекәйева әйтеүенсә, ауыл халҡы, ысынлап та, татыу йәшәй, әүҙемлеге менән һоҡландыра, араларында төрлө файҙалы башланғыстар тәҡдим итеүсе һәм үҙ фекерен яҡлай алыусылар бихисап. Тыуған төбәктәренең артабанғы үҫеше һәм матурланыуы өсөн улар ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә әҙер, яҡташтарына тейешле өлгө лә күрһәтә.



Яңауыл районы.



Вернуться назад