Мотлаҡ, мотлаҡ түгел...04.07.2017
Белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙә етештерелгән иҫерткес эсемлектәрҙең 65 проценты ГОСТ талаптарына тура килмәй.
Былтыр лабораторияла алкоголь һәм составында спирт булған 981 төр продукцияның 638-е дәүләт стандартына яуап бирмәгән. Эксперттар аңлатыуынса, этил спиртын етештереүҙе һәм һатыуҙы көйләү буйынса законда ГОСТ талаптары мотлаҡ үтәлергә, этикеткала мәғлүмәт яҙылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта стандартлаштырыу хаҡындағы законда ул ирекле тип билдәләнгән. Әммә бер-береһенә ҡаршы килгән закон әле һаман көйләнмәгән.
Ә бына "Роспотребнадзор" илдә, дөйөм алғанда, иҫерткес эсемлектәр хәүефһеҙ һәм нормаға ярашлы, сифаты тотороҡло һаҡлана тигән фекерҙә. Беҙҙең продукцияға сифат буйынса талап хатта халыҡ-ара стандарттан да ҡатыраҡ, ти улар.