Басай Кулибины04.07.2017
Басай Кулибины– Египетта самолеттың авиаһәләкәткә осрауын ишеттем дә, оҙаҡ уйланып йөрөй торғас: “Уны ҡотҡарып булыр ине бит! Минең идея буйынса 99,9 процент кешене аралап ҡалыу мөмкин! Маршруттан сыҡҡас, алғы тәгәрмәсе асылмаған саҡта, йәғни авария хәлендә, вертолетты ла ҡотҡарыу мөмкинлеге бар”, – тигән уй башҡа төштө. Төрлө һыҙмалар эшләп ҡараным. Үҙем ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәйем, шулай ҙа Сибай аэропортына киттем. Улар Күмертауҙағы вертолет заводына барырға кәңәш итте, – тип һөйләй Әхмәт ағай Баймырҙин.


Сығышы менән Өмөтбайҙан булған ағай әле Басай ауылында йәшәй. Зоотехник та, 45 йыл водитель дә булып эшләгән. 15 йыл ғүмерен Яр Саллы ҡалаһында автомобилдәр етештереү заводы (“КамАЗ”) менән бәйләгән. Унда йәшәгән осорҙа башҡорттар ҡоролтайында әүҙем ағза булған, башҡорт мәктәбен асыуға, спортты үҫтереүгә күп көс һалған. Конструктор-рационализаторлыҡ һөнәре шул ваҡытта уҡ асылған – 1988 йылда “Ока” машинаһына вакуумлы көсәйткес урынлаштырыу өсөн ҡулайлама уйлап табып, уға патент алған.
...Самолетты камиллаштырыу уйы менән янған Әхмәт ағай ил башлығы В.В. Путинға мөрәжәғәт итә. Уға ЛДПР етәксеһе В.В. Жириновскийҙан яуап хаты килә. “Һеҙҙең теүәл иҫәптәр менән тәҡдимегеҙ профилле ойошмаларға йүнәлтелеп, улар, килешеү нигеҙендә, уйлап табылған эшегеҙҙе финансларға тейеш”, – тиелә унда. Эшенең яуапһыҙ ҡалмауына ҡанатланған ағай Ҡазан авиация һәм Өфө дәүләт авиация университеттарына ла һыҙмаларын алып бара. Әлеге ваҡытта уның был идеялары өйрәнелеү өҫтөндә. Тиҙҙән уның исеме Рәсәй кимәлендә лә танылыу алмаҫ тимә! Амин, шулай булһын!

Баймаҡ районы.


Вернуться назад