Бәшмәк һатып кинәнәбеҙ04.07.2017
Бәшмәк һатып кинәнәбеҙҠойма ямғырҙар бәшмәккә килеште. Тәбиғәттә таҙа, эре урман күстәнәстәре әллә ҡайҙан күҙгә салына. Етмәһә, ҡортһоҙ ҙа! Шуға ла быйыл бәшмәкселәргә иртә ҡуҙғалырға тура килде. Ғәҙәттә, август – сентябрь айҙарында йыйһалар, майлы, һыйыр, ҡайын бәшмәктәре июндә үк күренде.


Уңғандар тәбиғәт бүләгенән аҡса эшләй ҙә башланы. Шулайтмай һуң! Тәүҙә майлы бәшмәктең биҙрәһе 350 һум торһа, бер аҙҙан 150-гә төштө. Республикабыҙ биләмәһендә бәшмәктәрҙең йөҙҙән ашыу төрө билдәләнһә лә, алтмышҡа яҡынының ашарға яраҡлы икәнлеге мәғлүм. Теләш ауылы урманлыҡтарында, тауҙарында, һаҙҙарында гөрөздәр, уҫаҡ, ҡайын, аҡ көләпә, тулҡынса, мамыҡлы кәпәсбаш, һарыҡ, майлы һәм башҡа бәшмәктәр күпләп үҫә. Тик яман шеш ауырыуына ҡаршы файҙаланылған ерәндәре генә юҡ кимәлендә. Баҙарҙа иң үтемлеһе шул. Киптереп ҡулла­на­лар икән. Ашҡа һалһаң да быуат сиренән арындыра, тиҙәр. Йәғни организмдағы яман шеш күҙәнәктәренә ҡаршы көрәшә. Составы яғынан был төр продукт емеш-еләккә яҡын, уларҙа кеше организмы өсөн файҙалы матдәләр бар.
Бәшмәк йыйыуҙы “тыныс һу­нар” тип йөрөтһәләр ҙә, ныҡлап танымағандарын ҡулланыу үтә хәүефле. Өҙгән көнөндә үк һатыу зарур, сөнки тиҙ боҙола. Йыбан­мағандар уны эшкәртеп тә тәҡ­дим итә. Бер банка тоҙланған гөрөз баҙарҙа мең тәңкә тора. Әлбиттә, эшкәртеп тоҙлау эше ярайһы ҡатмарлы. Мәҫәлән, Оксана Садиҡова йыл да күпләп йыя һәм бер төрлө ҙурлыҡта­рының тәүҙә тышын ипләп кенә бысаҡ менән һыҙырып алып йыуа һәм ҡайнатыу хәленә еткереп, банкаларҙа еңелсә генә тоҙлай. Шул килеш бер айҙан ашыу ултырта, яңыларын өҫтәп тора. Ҡырҡ көндән һуң һыуын алмаштыра ла Магнитогорск баҙарына алып сыға. Уңған хужабикәнең күптән үҙ кешеләре бар. Хатта Силәбе ҡалаһынан килеп, һәр банкаһына меңәр һум түләп, ресторанға алалар. Билаловтар­ҙың яңы ғына йыйған бәшмәген дә ҡала халҡы көтөп тора. Биге­рәк тә гөрөздө алалар. Шулай итеп, күптәр еләк-бәшмәк һатып, балаларын яңы уҡыу йылына әҙерләһә, бәғзеләре йорт тирәһен яңырта, төрлө йыһаз алып ултырта.
Һатыу итеү менән бер рәттән ҡышҡылыҡҡа тоҙлағандар, кон­сервалағандар ҙа етерлек. Ғә­ҙәттә, баллы бәшмәктәрҙе ҙур ҡаҙанда бешереп, тәмләткес үләндәр ҡушып, ҡышҡылыҡҡа һауыттарға тултыралар. Ҡайнат­ҡан ваҡытта һарымһаҡтың бер теше лә һиңә ярҙамға килер. Ул аҡ төҫөн үҙгәртмәһә, йыйғаныңды ҡулланһаң да була. Әгәр ҙә ҡарайһа, йәшәрһә, тимәк, ағыулы.
Нужа ҡалас ашата тигәне шулдыр: берәүҙәр хатта ағыулы һаналған ҡыҙыл тырҡышты ла ала, сөнки һыҙланғанда унан да дарыу эшләргә мөмкин икән. Бер бөртөгө ун-егерме һум тора.
Иң ҡиммәтлеһе, әлбиттә, аҡ бәшмәк. Әбйәлил районының Ирәндек тауында, һуңғы йыл­дарҙа Ҡырҡты буйҙарында ла йыя башланылар. Ул, ғәҙәттә, август – октябрь урталарына тиклем осрай. Хаҡы ла ҡыйбат. Уны “бәшмәктәр батшаһы” тип тә йөрөтәләр, ит ризығына тиң­ләйҙәр. Киҫкәндә, киптергәндә, бешер­гәндә аҡ төҫөн юғалт­мағанға, исеме лә шулай.
Әлбиттә, бәшмәк менән һаҡ эш итергә кәрәк. Уны организм оҙаҡ эшкәртә. Күпләп туҡланырға ла ярамай. Шулай уҡ юл сит­тәрендә, тимер-томор ятҡан урындарҙа үҫкәндәре зарарлы матдәләрҙе – токсиндарҙы, ауыр металл, радиоактив изо­топтар­ҙы – үҙендә туплай һәм кеше организмын ағыулай. Әйткәнебеҙ­сә, бәшмәкте белмәйенсә йый­мауың яҡшы. Етмәһә, уларҙың игеҙәктәре лә була икән. Йәғни ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙы. Мәҫәлән, аҡ көләпәгә бармағың менән баҫҡылаһаң, һары йә ҡыҙыл төҫкә үҙгәрә. Ҡайһыһы ашарға яраҡлы? Үәт, уйлан инде!
Бәшмәк тәмле, туҡлыҡлы, ви­таминдарға бай. Теләш ауылында Садиҡовтар, Хажиндар, Ял­мыр­ҙиндар, Билаловтар, Бәшә­ровтар, Халиҡовтар, Хөбөтди­новтар тәбиғәттең күстәнәсен һатып, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландыра. Тәбиғәт менән дуҫ булып, уға зыян килтермәй генә йәшәһәң, ул да һине Хоҙай емештәре менән бүләкләр.

Әбйәлил районы, Теләш ауылы.



Вернуться назад