Үҙебеҙҙең шәкәр арта04.07.2017
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә шәкәр ҡомо етештереү арта бара. Быйыл дүрт айҙа күрһәткес йәнә үҫеп, 527,3 мең тонна булған.

Был үҙ сиратында импорт күләмен ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.
Мәғлүмәттәр буйынса, сөгөлдөрҙән шәкәр етеш­тереү былтырғынан өс тапҡырға артҡан. Һөҙөм­тәлә уға хаҡ та төшә бара – йыл башынан 9,5 процентҡа кәмегән. Ә быйыл 29 майға килограмы 43,49 һум тәшкил иткән.
Белгестәр быйыл да уңыш һәйбәт булыр тип өмөтләнә. Бишенсе июнгә илдең барлыҡ төбәк­тәрендә лә сөгөлдөр сәсеү тамамланған. Бөтәһе 1179,3 мең гектар майҙанды татлы тамыр биләй. Былтыр иһә ул 1067,6 мең гектар булған.
Быйыл Башҡортостан аграрийҙары 1,4 миллион тонна уңыш йыйып алырға өмөтләнә.


Вернуться назад