Китап уҡыйбыҙ әле04.07.2017
“Роспечать” илдә китап нәшер итеү эшмәкәрлеген тикшерҙе. Баҡтиһәң, тираж һиҙелерлек кәмеһә лә, Рәсәй әүәлгесә иң күп китап уҡыған илдәрҙең береһе булып ҡала.

Былтыр илдә 446 миллион дана китап баҫылған. Был күрһәткес буйынса Ҡытай, Германия, АҠШ, Франция кеүек китап һөйгән дәүләттәрҙән һуң бишенсе урынды биләйбеҙ. СССР дәүере менән сағыштырғанда, дөйөм тираж яҡынса өс тапҡырға кәмегән. Уның ҡарауы, яңы китаптарҙың һаны 2,4 тапҡырға күберәк.
Дөйөм алғанда, илдең яңы тарихында 2008 йылда иң күп китап баҫылған – дөйөм тиражы 760 миллион данаға еткән. Унан һуң был һан бер аҙ кәмеһә лә, былтыр хәл яҡшыра башлаған. 2014 йылда Рәсәйҙә дөйөм тираж ун процентҡа ҡыҫҡар­һа, 2015-тә – алтыға. Ә былтыр иһә ни бары өс процентҡа.
Балалар әҙәбиәте – айырым тема. 2008 йылда уның тиражы 150 миллион булһа, хәҙер – 81,2 миллион. Әйткәндәй, тикшеренеүҙәр балаларҙың аҙыраҡ уҡыуын билдәләгән. Улар башлыса электрон китаптарға, дәреслектәргә өҫтөнлөк бирә.


Вернуться назад