Тимер ҙә яна...04.07.2017
Тимер ҙә яна...Рәсәйҙә йыл да теркәлгән 160 меңгә яҡын янғындың 14-15 проценты, йәғни 24 мең самаһы транспорт өлөшөнә тура килә. Рәсәйҙә көн дә уларҙың 60-тан ашыуы янып китә тип фаразларға була.


Былтыр Ейәнсура районында теркәлгән 30 янғындың алты осрағы нәҡ транспорт менән бәйле. Фажиғәнең күпселеге машиналар ҡарауһыҙ ҡалған саҡта теркәлә. Автомобилде ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу (ҡулдан йыйылған, сертификатланмаған агрегаттар, мәҫәлән, газ ҡоролмаһы ҡулланыу), акустик система һәм яҡтыртҡыс приборҙарҙы тоташтырғанда дөрөҫ эш итмәү, электр үткәргес системаның төҙөк булмауы, иретеп йәбештереү эштәрен башҡарғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү — төп сәбәптәр. Иҫке транспорт сараларының ғына фажиғәгә тарыуы ихтимал тип уйлау хата, өр-яңы машиналарҙың көлө күккә осҡан осраҡтар бар.
Автомобилдең янып киткәне, төтөн һәм еҫ таралмайынса, һиҙелмәҫкә мөмкин. Алай-былай иткәнсе, уның ҙур майҙанды ялмап алыуы ихтимал. Был осраҡта янғын һүндергестең генә ярҙам итмәүе лә бар. Ут, ҡайҙан башланыуына ҡарап, салонды бер нисә секундтан алып өс минут эсендә ялмап ала, ә 10 минуттан автомобилдән бер нәмә лә ҡалмаҫ.
Транспорт сараларын миҙгелле техник хеҙмәтләндереү эштәрен ваҡытында башҡарырға, электр үткәргестәрҙең торошона, бигерәк тә уларҙың тоташҡан урындарына иғтибар итергә кәрәк. Бер ваҡытта ла ҡулдан эшләнгән машина тоҡандырыу һәм йылытыу сараларын ҡулланмағыҙ. Электр менән эш итеүҙә белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Деталдәрҙе йыуғанда тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсаларҙы ҡулланмағыҙ, аккумуляторҙы транспорт сараһында торған килеш көсләндермәгеҙ.
Газ ҡоролмаһын урынлаштырыу өсөн бындай хеҙмәт күрһәтеүгә сертификаты булған фирмаларға мөрәжәғәт итегеҙ. Бәлки, ҡиммәтерәккә төшөр, әммә улар гарантия бирәсәк.
Әгәр “тимер ат”ығыҙҙы автотуҡталҡаға ҡуяһығыҙ икән, унда янғын һүндереү саралары, янғын щиты, машиналарҙы эвакуациялау өсөн ҡаты тағылмалар булыу-булмауына иғтибар итегеҙ.
Һыуыҡ осорҙа транспорт сараһында электр йылытыу ҡоролмаларын ҡулланыу ҡағиҙәләре боҙолоу сәбәпле, автомобилдәрҙең яныу осраҡтары арта. Машинағыҙҙы унан аралайым тиһәгеҙ, ҡулдан йыйылған электр йылытҡысын, бигерәк тә ут йә паяльник ҡулланмағыҙ!
Тәү ҡарашҡа ябай күренгән талаптарҙы үтәгәндә, йәғни машинала ут һүндергес, тығыҙ туҡыма киҫәге, трос йөрөткәндә, үҙ техникаңды янғындан һаҡларға ғына түгел, башҡаларға ла ярҙам итеү мөмкинлеге артыр. Тағы шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: машина китеп барғанда яныу осраҡтары күпкә кәм, һәм улар, ғәҙәттә, тиҙ арала һүндерелә. Әммә бының өсөн янғын һүндереү сараларының ҡул аҫтында булыуы һәм үтеп барыусы водителдәрҙең туҡтап ярҙам итеүе мөһим. Мөлкәтегеҙҙең теүәллеге үҙегеҙҙең уяулыҡҡа һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүегеҙгә бәйле булыуын онотмағыҙ.




Вернуться назад