Үҫтереү генә түгел, һаҡлау ҙа мөһим04.07.2017
Үҫтереү генә түгел, һаҡлау ҙа мөһим Ураҡҡа төшөргә күп тә ҡалманы. Ошоға бәйле “Россельхоз­надзор”ҙың Башҡортостан идаралығы аграрийҙарҙы игенде һаҡлау өсөн тейешле сара күреү зарурлығы хаҡында иҫкәртә.


– Игендең хәүефһеҙлеген, уның сифатын тәьмин итеү йәһәтенән ҡулай шарттар булдырылырға тейеш. Биналарҙы төҙөкләндереү, туҙандан, сүп-сарҙан, ҡалдыҡтарҙан таҙартыу, зарарһыҙландырыу шарт. Иген эргәһендә ашламаларҙы, пестицидтарҙы, ағыулы матдәләрҙе, яғыулыҡ-майлау материалдарын, нефть продукт­тарын урынлаштырырға ярамай, – тине идаралыҡтың дәүләт инспекторы Эмиль Биктимеров.
Экспорт билдәләүенсә, келәттәрҙәге игенде һаҡлау шарттарын, уның сифатын тикшерергә кәрәк. Талап үтәлмәгән осраҡта яуаплыларға административ штраф һалынасаҡ.


Вернуться назад