Доллар һумға иптәш түгел27.06.2017
Доллар һумға иптәш түгел Үҙәк банк идараһы рәйесе Эльвира Нәбиуллина 9 июндә әҙерләгән белешмәһендә 2017 йылдың биш айында шәхси сектор сит илдәргә сығарған саф капитал (төрлө һалымдарҙан һәм түләүҙәрҙән һуң) күләме, уҙған 2016 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артыуы һәм 22,4 миллиард һумға етеүе (уҙған йылдың биш айында – 10,3 миллиард һум) тураһында белдерҙе. Башҡа федераль структуралар, мәҫәлән, Федераль таможня һәм Федераль һалым хеҙмәттәре мәғлүмәттәренә ҡарағанда, шәхси сектор сит илдәргә күсергән суммалар ниндәй генә ҙур күренмәһен, Көнбайышҡа газ һәм нефть продукттары, металлургия сәнәғәте продукцияһы сығарған, милектәренең ҙур өлөшө дәүләттеке иҫәпләнгән корпорациялар офф-шор системалары аша үткәргән астрономик суммалар менән уларҙы сағыштырырлыҡ та түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, суммаларҙың ҙур өлөшө офф-шорҙар аша законһыҙ рәүештә үтә.
Федераль таможня хеҙмәте, матбуғат үҙәге таратҡан мәғлүмәткә ярашлы, ни бары өс йыл дауамында, 2013 – 2015 йылдарҙа ғына ла, сит илдәргә законһыҙ рәүештә 1,2 триллион һум сығарылыу тураһында белдерә. Лондон гәзите “Гардиан” март айындағы бер һанында был схемала Англияның 17 банкы ҡатнашыуын күрһәтә, донъя кимәлендәге офф-шор янъялы ҡуба, Рәсәй Федерацияһы Иҫәп палатаһы Федераль таможня хеҙмәтенең мәғлүмәтен раҫлай: 2013 – 2015 йылдарҙа фиктив экспорт-импорт операциялары аша сит илдәргә 1,2 триллион һум сығарыла, әммә бының өсөн бер кемде лә ғәмәлдәге закондар нигеҙендә яуаплылыҡҡа тарттырып булмай, тип күрһәтелә. Глобаль масштабтағы афера беҙҙә шаңдау тапмай, һәм уны тиҙ арала онотторорға тырышалар. Бындай хәлдәргә күптән өйрәнеп бөткән Рәсәй йәмәғәтселеге инглиздәрҙе ғәжәпләндергән ваҡиғаға битараф ҡала.
Федераль таможня хеҙмәте шул уҡ 2013 – 2015 йылдарҙа Финанс-бюджет күҙәтеүе федераль хеҙмәтенә (Росфиннадзор) валюта контроле һәм көйләүе өлкәһендә хоҡуҡ боҙоу буйынса 17 374 эш тапшыра. Росфиннадзор хоҡуҡ боҙоусыларға 663,4 миллиард һумлыҡ штраф һала, әммә ул штрафтарҙың 3 миллион һумы (йәғни 0,0005 проценты) ғына түләнә. Йәнә, Росфиннадзорҙың триллионлап һумлыҡ экспорт-импорт операцияларының 6 процентын ғына тикшереүе, йәғни үҙ функцияларын үтәмәүе асыҡлана. Ниһайәт, 2016 йылдың февралендә Росфиннадзор ликвидациялана, уның вәкәләт­лектәре Федераль таможня хеҙмәте менән Федераль һалым хеҙмәтенә тапшырыла.
Федераль таможня хеҙмәтенең Сауҙа сикләүҙәре, валюта һәм экспорт контроле идаралығы начальнигы Сергей Шкляев капитал сығарыуҙың киң ҡулланылған ысулдары тип фиктив контракттарҙы һәм импорт операцияларында хаҡтарҙы самаһыҙ күтәреүҙе күрһәтә. Фиктив контракттарҙа күрһәтелгән эштәр баш­ҡарылмай, ә аҡса сит илгә күсә. Афера “бер көнлөк” фирмалар аша ойошторола. Импорт операциялары менән спекуляцияларҙа, мәҫәлән, ҡиммәтле техниканың хаҡын 20–25-әр тапҡырға арттырып күрһәтеү – ғәҙәти күре­неш. Маҡсат – сит илгә валюта сығарыу. Аферистар юғары технологиялы техника өсөн пошлина льгота буйынса түләнеүен дә күҙ уңында тота. Сауҙа, төҙөлөш, транспорт (айырыуса диңгеҙ транспорты) өлкәләрендә капитал сығарыуҙың криминаль схемалары айырыуса йыш ҡулланыла.
Рәсәй Федерацияһының стратегик тармаҡ­тарҙа эшләгән 295 иң эре предприятиеһы офф-шорҙарҙа теркәлгән һәм финанс өлкәһендә шул офф-шор хужалары – ғәмәлдә АҠШ капиталына буйһона. Рәсми сығанаҡтар офф-шорҙар аша сығарылған капиталдың дөйөм күләмен 2 триллион доллар тип күрһәтә. РФ Президентының төбәк иҡтисади интеграция мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы С. Глазьев мәғлүмәттәренә ярашлы, офф-шорҙар аша илдән йыл һайын 1 триллион долларға яҡын аҡса сығарыла.
Был хәлгә 2013 йылда уҡ Президент Владимир Путин да иғтибар итте һәм Хөкүмәткә ил иҡтисадына деоффшоризация үткәреү тура­һында Закон проекты әҙерләүҙе йөкмәтте. Әммә хөкүмәт Һалым кодексына ваҡ төҙәтмәләр индереү менән генә сикләнде. Хөкүмәткә Президент Путин тарафынан яңы закон проектын әҙерләү йөкмәтелде. Ниһайәт, 2014 йылдың 24 декабрендә Президент Владимир Путин офф-шорҙар менән эшләүҙе көйләгән 376-сы федераль законға ҡул ҡуйҙы. Ләкин Рәсәй сеймал олигархтары әүҙем эшләгән, үҙҙәренең капиталдарының 70 проценттан артығын урын­лаштырған 40-тан ашыу офф-шор зонаһына закон бөтөнләй ҡағылманы, оҙаҡламай бындай зоналар һаны 100-ҙән арттырылды. Илдән валюта сығарыу йәнә арта башланы. Тик, академик Сергей Глазьев нигеҙле раҫлауынса, миллиард һумдарҙа ғына түгел, ә триллион долларҙарҙа.


Вернуться назад