Мөлкәтең теркәлгәнме?27.06.2017
Мөлкәтең теркәлгәнме?Ер участкаһы алынған, ихатала йорт төҙөлгән... Әммә уны хужалары теркәргә, законлаштырырға ашыҡмай һәм тиҫтә йылдар буйы һалым түләүҙән ситләшә. Һөҙөмтәлә дәүләт ҡаҙнаһына йыйыласаҡ табыш кәмей. Ә бит барыбыҙ ҙа сабыйыбыҙҙы ваҡыты еткәс балалар баҡсаһына алып барасаҡбыҙ. Унан — мәктәпкә. Йәнә кемдең матур юлдан, таҙа, яҡты урамдан йөрөгөһө килмәй икән?! Былар барыһы ла тупланған һалымдар иҫәбенә төҙөлә. “Башинформ” агентлығының мәғлүмәт үҙәгендә үткән сираттағы осрашыуҙа һүҙ шул юҫыҡта барҙы.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илнур Әбсәләмов Баш­ҡортостанда ағымдағы йылдың 31 декабренә ҡәҙәр ер участкаларын һәм төҙөлөш биналарын тулыһынса инвентаризациялау тап ошо маҡсаттан үткәрелеүен билдәләне.
– Һәр муниципалитетта урындағы хакимиәт, федераль орган, кадастр иҫәбен алыу, күсемһеҙ мөл­кәтте теркәү, һалым хеҙмәткәрҙәренән торған махсус төркөмдәр төҙөлә, — тине Илнур Салауат улы. — Улар райондарҙа ер участкаларын, тер­кәл­мәгән һәм ташландыҡ ятҡан объекттарҙы “Росреестр”- ҙағы мәғлүмәттәр менән са­ғыш­тырасаҡ. Әлбиттә, улар алдан әҙерләнгән графикка ярашлы эшләй, был хаҡта халыҡты иҫкәртәсәк.
Мөлкәтте үҙ мәлендә теркәтә һалып бармауҙың сәбәптәре төрлөсә: берәүҙәр уны үтә ҡатмарлы шөғөл тип ҡараһа, икенселәр күп сығым талап итә тип уйлай. Тап шуға ла тикшереүселәр уның граждандарҙың үҙҙәре өсөн дә, дәүләт өсөн дә мө­һимлеген, кәрәкле документтарҙы юллау мәсьәләләрен аңлатасаҡ. Мәҫәлән, законлаш­тырылмаған милекте һатып йә булмаһа яҡындарыңа бүләк итеп булмай. Йәнә ҡайһы берәүҙәр йорт һалыу өсөн алған участкала магазин йәки башҡа бина төҙөп, бүтән маҡсатта ҡуллана.
Инвентаризациялау күп етешһеҙлектәрҙе асыҡларға ярҙам итер, ҡаҙнаға һалым йыйыуҙы кәмендә 20 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк тип көтөлә. Был осорҙа бөтәһе 5,5 миллион ер участкаһы һәм төҙөлөш биналары тикшерелергә тейеш. Сара муниципалитеттарҙың табыш алыу мөмкинлеген анығыраҡ билдәләргә булышлыҡ итәсәк.



Вернуться назад