Халыҡ күпере23.06.2017
Халыҡ күпере Фәрит Иҫәнғоловтың “Хәмит күпере” әҫәрендә төп герой үҙенең изгелеге арҡаһында кешеләрҙең күңелендә урын ала. Ул күпер төҙөй, шуның аша йөрөгәндәр объектты төҙөүсе исеме менән атай. Был ваҡиғанан һуң әллә күпме ваҡыт үтһә лә, халыҡ Хәмиттең изге эшен онотмай. Күптән түгел Көҙән ауылында ла күпер барлыҡҡа килде. Минеңсә, был объект киләсәктә “Халыҡ күпере” исемен йөрөтәсәк, сөнки ул – урындағы кешеләрҙең дөйөм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Күпер урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы төҙөлгән.
Был программа, мәғлүм булыуынса, кемдәндер көтөп, өмөтләнеп ултырмайынса, үҙең башлап эшләү бурысын ҡуя. Әлеге осраҡтағы һымаҡ күпер төҙөү булһынмы, юл йүнәтеүме, урындағы социаль объектты ремонтлаумы – проект шарттарын үтәһәң, барыһын да башҡарып сығырға мөмкин. Иң мөһиме – теләгең генә булһын. Республика халҡы был мөмкинлекте бар тарафтан да уңышлы файҙалана. Шул иҫәптән көҙәндәр ҙә.
Ғөмүмән, бөйөк Әхмәтзәки Вәлидиҙең тамырҙаштары – берҙәм һәм дәртле халыҡ. Ауыл тирәһен нығытыу булһынмы, ағас ултыртыумы йә башҡа өмәме – “һә” тигәнсә йыйылып, эште башҡарып та ҡуялар.
– Халыҡ әүҙем, шуға ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та, ырамлы бара, еренә еткерелеп баш­ҡарыла, – тип маҡтай яҡташ­тарын Көҙән ауылы биләмәһе башлығы Айрат Алтынбаев.
Ағас ултыртыу тигәндән, был тирәне хәҙер ҡарағай, шыршы үҫентеләре ныҡлы уратып алған. Өмә яһап, саҡрымдарға һуҙылған һыҙаттар ултыртҡан халыҡ. Әлбиттә, был йәһәттән урындағы урман хужалығының да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Күпер мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтҡанда, унан хәҙер халыҡ йәйәү­ләп тә, техника менән дә кинәнеп үтә. Ул ауылдың Тау һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, сығышы менән Көҙәндән булған актриса Таңһылыу Рәшитова исемендәге урамдарҙы тоташтырып тора. Быға тиклем кеше­ләр, бигерәк тә ауыр йөклө техника менән ауылдың икенсе осонан урап йөрөргә мәжбүр булған.
Програм­маға ярашлы, сығым­дың 20 проценты – муниципалитет бюджетынан, биш проценты халыҡтан йыйылған булырға тейеш. Республика ҡаҙнаһы аҡса­һына өмөт итеү өсөн башта урында нигеҙ нығытыу фарыз, тимәк. Был тәңгәлдә көҙәндәрҙең бер­ҙәмлеге һәм әүҙемлеге күренә лә инде: проектта ҡатнашыу хаҡында һүҙ сығыу менән башта ауылдың ҡайһы ерендә төҙөү-төҙәтеү эштәре башҡарырға кә­рәк­леген хәл итәләр, шунан оҙаҡ­ламай тейешле сумма йыйыла. Халыҡтан 40 мең һум тупланһа, урындағы “Нур” магазины хужалары Лотфуллиндар, Ғатауллин һәм Зарифов крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өҫтәмә ярҙам күр­һәтә. Проекттың дөйөм хаҡы 800 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
Башланған эш – бөткән эш. Тейешле документтар, аҡса йыйылып тапшырылғас, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Күперҙең шул тиклем йәһәт төҙөлөүенә ауыл халҡы ышанмай ҙа тора. Хәҙер кинәнеп, һыуға-бысраҡҡа батмай йә иһә икенсе остан урамай ғына туфлиҙа йөрөргә, трактор арбаһына тултырып бесән тейәп ташырға мөмкин.
Фәрит Иҫәнғоловтың уҡыу­сылар өсөн тәғәйенләнһә лә, ололарға ла һабаҡ алырлыҡ “Тау үренә” тигән хикәйәһе лә бар. Шул әҫәрҙә ике дуҫ малай юғарыға тик үҙеңдең тырыш­лығың ярҙамында ғына үрмә­ләргә, ныҡышлығың нигеҙендә уҡыуҙа ла, башҡа өлкәлә лә уңыштарға өлгәшергә мөмкин булғанлығын аңлай. Тормошта ла шулай түгелме ни?! Әгәр әүҙемерәк булып, тирә-йүнеңде матурларға, уңайлы һәм бөхтә итергә теләһәң, бының өсөн дәүләт тарафынан ярҙам бар, республикала ғына ла нисәмә программа эшләп килә. Тик ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ ҡына кәрәк. Халыҡ күперҙәре янына халыҡ ҡоҙоҡтары, халыҡ клубтары һәм башҡа халыҡ башланғыстары өҫтәлә торһон.

БЕЛЕШМӘ: Ауыл биләмәһе үҙәге Көҙәндә бер меңгә яҡын кеше йәшәй, 350 йорт-ҡура иҫәпләнә. Ауыл үҙәкләштерелгән һыу үткәргес, газ менән тәьмин ителгән. Мәктәп, мәктәпкәсә төркөм, интернат эшләй. Клуб, магазиндар, музей, почта, фельдшер-акушерлыҡ пункты һымаҡ социаль объекттар бар. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡ­тары, шәхси эшҡыуарҙар һәм эре ауыл хужалығы предпри­я­тиеһы ауыл халҡын хеҙмәт урыны менән тәьмин итә.


Вернуться назад