Беҙҙә сәселмәй ятҡан ер юҡ23.06.2017
Беҙҙә сәселмәй ятҡан ер юҡШулай ти “Новопетровское” крәҫтиән хужалығы рәйесе Евгений Кириков Ейәнсура яҡтарына тәүгә барыуыбыҙ түгел. Юлыбыҙ төшөп тора. Төрлө мәҙәни саралар булһынмы, райондың күренекле шәхестәре тураһында мәҡәлә әҙерләйекме, алдынғы белем усаҡтары хаҡында яҙайыҡмы, йүнсел эшҡыуарҙары менән осрашайыҡмы, ҡыҫҡаһы, төбәктә тормош гөрләй. Бигерәк тә ауыл хужалығы тармағында. Ниндәй генә миҙгелдә килһәк тә, эш тынмай. Көҙөн — ураҡ, яҙын — сәсеү, ҡышын — йәйгә, йәйен ҡышҡа әҙерлек тигәндәй. Был юлы ла райондың “Новопетровское” крәҫтиән хужалығы хеҙмәткәрҙәре беҙҙе ҡыҙыу эш өҫтөндә ҡаршы алды.
— Сәсеүҙе тамамлап, техниканы майлап-барлап, мал аҙығын әҙерләүгә төштөк, — тип ҡаршы алды беҙҙе йәмғиәт рәйесе Евгений Кириков. — Быйыл, әлбиттә, һауа торошо бер аҙ пландарҙы үҙгәртте. Шулай ҙа егеттәрҙең кәйефе көр. Май, июнь айҙары ямғырлы булһа ла, артабан көндәр матурланып китер тип өмөтләнәбеҙ.
Ысынлап та, ауыл хужалығындағы уңыш-ҡаҙаныштар ер кешеһенең генә тырышлығынан тормай шул. Күп нәмә тәбиғәт шарттарына ла бәйле. Ваҡытында — ямғыр, ҡышын ҡар яумаһа, йә булмаһа сәсеү осоронда саманан тыш эҫе булһа, былар барыһы ла ураҡ мәлендә сағылыш табасаҡ. Шуға ла Евгений Александровичтың һәр нәмәне һауа торошон күҙаллап планлаштырыуына аптырайһы түгел.
— Техникағыҙ һынатмаймы? — тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
— Уныһына ҡытлыҡ юҡ. Иҫкерәк, әлбиттә, әммә егеттәр афарин, ваҡытында майлап, төҙәтеп кенә тора, — ти етәксе. — Әле лә бына яҙғы сәсеү эштәрен тотҡарлыҡһыҙ ғына тамамлап ҡуйҙыҡ. 3200 гектар һөрөнтө еребеҙ бар. Бер аршинын да әрәм-шәрәм итмәйбеҙ. Күпләп бойҙай, һоло, арпа сәстек.
— Орлоҡ еттеме һуң?
— Минераль ашламаға, яғыулыҡҡа, орлоҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Күпмелер орлоҡ артып та ҡалды хатта. Һатҡанын һаттыҡ, башҡа төрлөләренә лә алмаштырҙыҡ.
Әйткәндәй, хужалыҡта мал да үрсетәләр. Бөгөн 215 баш һыйыр малы, шул иҫәптән бер нисә тиҫтә симменталь тоҡомло һыйыр иҫәпләнә. Был тармаҡ менән ныҡлап шөғөлләнә башлағандарына бер йыл тирәһе генә булһа ла, һөҙөмтә бар. Әйтәйек, август айынан ит һатыуға сыҡмаҡсылар.
Шулай ҙа уңыштарҙың нигеҙендә тәү сиратта эш тип янған тырыш хеҙмәткәрҙәр икәнен дә оноторға ярамай. Һәр ҡаҙаныш, һәр еңеү тырышлыҡ, берҙәмлек, ниндәйҙер кимәлдә хатта сабырлыҡ аша яулана.
“Новопетровское” крәҫтиән хужалығына был йәһәттән һоҡланырға ғына ҡала. Коллектив татыу. Ер йылыһын тойоп үҫкән, ер һулышын күңелдәре менән тойоп йәшәгән ауыл кешеләре, хеҙмәт батырҙары эшләй бында. Әйтәйек, механизаторҙар Артур Лукин, Илья Кащеев, Дмитрий Порвотов, водителдәр Александр Завалихин, Владимир Шадрин, малсылар Андрей Куканов, Сергей Лисичкин яҡшы иҫәптә бында. Хеҙмәт алдынғылары хаҡында әллә күпме маҡтау һүҙҙәре ишеттек, күптәрен уңған хужабикә, өлгөлө әсәй тип тә белдек.
— Хеҙмәт кешеһе өсөн ҡулдан килгәнсә уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Көнөнә ике тапҡыр ашатабыҙ, хеҙмәт хаҡын да ваҡытында түләп барабыҙ. Уртаса эш хаҡы – 15-18 мең һум. Хеҙмәткәрҙәр өс ауылдан килеп эшләй. Төп көс 12 кеше тип һаналһа ла, яҙғы-көҙгө миҙгелдә эшселәр тағы ла күбәйеп китә, — ти рәйес.
Ҡышты юғалтыуҙарһыҙ сыҡҡан хужалыҡ. Мал аҙығына ҡытлыҡ булмаған. Әле һыйырҙары быҙаулап, мал һаны йәнә арта төшкән. Аҙыҡ етерлек булғас, быҙауҙар ҙа көр. Ауыл хужалығы тармағы өсөн ғәҙәти бер күрһәткестәр булһа ла, был да бик мөһим. Яуаплылыҡ, тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Әйткәндәй, хужалыҡ пайсылар менән дә эшлекле мөнәсәбәт булдырған. Берәүҙәр буш ятҡан ерҙәрҙе эшкәртеп табыш алһа, икенселәренә лә һәйбәт — өсәр центнер ашлыҡ бүленә, бесән-һалам бирелә, һалымы түләнә. “Иң мөһиме — көндәр матур торһон. Ә беҙ иһә ең һыҙғанып тағы ла эшкә, яңы үрҙәргә, ҡаҙаныштарға һәр саҡ әҙербеҙ”, — ти Ейәнсура уңғандары.



Вернуться назад