Төбәктең “Күгәрсен агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында бөгөн трактор тауыштары ишетелмәй, ауыл эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәрен теүәлләп, ошо арала мал аҙығы әҙерләүгә төшөргә йыйына. Тик һауа шарттарының торошо ғына уларҙы бер аҙ уйға һала. Шулай ҙа ир-егеттәр төшөнкөлөккә бирелмәй, аяҙ көндәрҙең килеүенә өмөт итә. Шөкөр, ялан-ҡырҙарҙа бесән күпереп үҫкән, ужым культуралары ла яҡшы ҡышлаған, тимәк, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы тейешле күләмдә әҙерләнәсәк.— Ауыл кешеһенә ял юҡ инде, уларҙың сабырлығына, уңғанлығына һәр саҡ һоҡланам. Минеңсә, бөтмөр һәм тырыш халыҡ булғанда ғына ниндәйҙер уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкин, — ти хужалыҡ директоры Айрат Рауил улы Болғаиров.
Йәмғиәт, нигеҙҙә, үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә. 3500 гектар ере булып, унда бойҙай, техник культуралар, күп йыллыҡ үләндәр үҫтерәләр. Бында буш ятҡан һәм ҡарауһыҙ баҫыуҙар юҡ, ауыл эшсәндәре бәрәкәтле ерҙең ҡәҙерен белеп, уны тәрбиәләп, ваҡытында минераль ашлама менән туйындыра. Шуға ла туҡландырылған ерҙән йыл һайын мул уңыш алыуға ирешә улар. Йәмғиәт пай ерҙәрен дә уңышлы эшкәртеп, пайсыларға ашлыҡ, бесән-һалам менән иҫәпләшә. Яҙғы баҫыу эштәре осоронда ла яғыулыҡ-майлау материалдарына, сифатлы орлоҡҡа ҡытлыҡ һиҙелмәгән, сөнки уны алдан хәстәрләгәндәр. Етәкселек белдереүенсә, мал аҙығы хатта былтырҙан артып ҡалған, тотонолмаған силос соҡорҙары ла бар икән.
Агрофирманың техника паркы ла бай, бында Рәсәйҙә етештерелгән трактор-машиналарға өҫтөнлөк бирәләр. Уны яңыртып торалар, иҫкеләрен иһә ремонтлап, эшкә егәләр. Шуныһы мөһим: бында механизаторҙар көҙгө уңышты йыйып алғандан һуң техниканы ихатаға индереп, “яҙ ремонтларбыҙ әле” тип ҡул ҡаушырып ултырмай. Барлыҡ техниканы, ремонт талап иткәнен йүнәтеп, алмаш частар хәстәрләп, яҙғы сәсеүгә алдан уҡ әҙерләп ҡуялар икән. Был, минеңсә, техникаға хужаларса ҡараш булыуын аңлата.
— Яҙ быйыл һуңлап килде. Ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар ҙа булды, әлбиттә. Тәбиғәт беҙҙең алға һынауҙарын да ҡуйҙы. Әммә бар эштәр ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ башҡарылды. Иң мөһиме – киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалынды, — ти хужалыҡ етәксеһе Айрат Рауил улы.
Малсылыҡ тармағында ла эшмәкәрлек уңышлы ойошторолған. Бөгөн йәмғиәт ҡураларында 350 баш симменталь тоҡомло һыйыр малы тотола, шуның 120-һен һауалар. Ҡыш таналар күпләп быҙаулаған, тимәк, көтөү тағы ла ишәйгән. Әйткәндәй, йәмғиәттә яһалма ҡасырыу эше лә яҡшы ҡуйылған, махсус белемле белгес һәр көн малдарҙың торошон тикшереп, кәрәкле дарыуҙар бирә. Малдар йәмле тәбиғәт ҡосағында йөрөй, малсылар билдәләүенсә, һөт һауыу күпкә артҡан. Әле бер мең тоннанан ашыу аҡты Мәләүез һөт комбинатына оҙаталар. Түләүҙәр ике яҡ өсөн дә уңайлы килешеү нигеҙендә ваҡытында башҡарыла, ә һөт һатыуҙан килгән табыш фәҡәт хужалыҡ кәрәк-ярағына, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә тотонола. Бынан тыш ваҡ ремонт эштәренә лә китә. Һөтсөлөк фермалары заманса йыһазландырылған, әле унда ремонт эштәре бара, биналарҙы ҡышҡы осорға әҙерләйҙәр. Хужалыҡ дәүләт, республика-район етәкселеге тарафынан да һәр яҡлап ярҙамға эйә, төрлө республика маҡсатлы программаларында ҡатнашырға ла өлгөрә, кредит менән дә ҡулланалар икән.
Предприятиела һигеҙ ауылдан 50 кеше мәшғүл, белемле кадрҙарға, йәштәргә ҡытлыҡ юҡ. Эш хаҡы тотҡарлыҡһыҙ түләнә, шулай уҡ социаль яҡтан да эшселәр яҡлау таба бында. Шәхси ихатаһында мал аҫраусылар ашлыҡ, бесән-һалам менән тәьмин ителә. Хужалыҡ халыҡҡа техника менән ярҙам итә, йорт һалыусыларға ла етәкселек тарафынан яҡлау бар. Хеҙмәткәрҙәр ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителгән. Етәкселек үҫемлекселектә, малсылыҡта тырышып эшләгән хеҙмәткәрҙәр Петр Чепенко, Минлеғәле Рысаев, Илгиз Шәрипов менән Николай Бунинды, Ольга һәм Лена Черноваларҙы, Вера Пянзина, Гөлнара Герасимова, Сергей Спиваков менән Фәрит Ғәбйәлиловты маҡтап телгә алып, “уларҙың уңғанлығы һөҙөмтәһендә йәмғиәт төбәктә алдынғылар иҫәбендә”, тип белдерҙе.