Арзан булһа...20.06.2017
Башҡортостан һөт аҙыҡтары етештергәндә мутлашыу буйынса алдынғы ун төбәк иҫәбенә ингән. “2016 йылда Рәсәй Федерацияһында ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау” тигән сығышында “Роспотребнадзор” вәкилдәре шул хаҡта белдерә.
Башҡортостандан тыш, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенә, Татарстанға, Воронеж өлкәһенә, Алтай, Красноярск крайына, Санкт-Петербург ҡалаһына, Новосибирск өлкәһенә штраф түләргә тура килгән. Былтыр ведомствоға һөт аҙыҡтарына ҡарата бөтәһе 2568 ялыу килгән.
Етештереүселәр башлыса аҡ май әҙерләгәндә мутлаша – 58 ялғанлашыу осрағы теркәлгән. Һөт менән сырға аҙыраҡ һөжүм итәләр – 16 һәм 12 процент тура килә. Унан һуң – эремсек, ҡаймаҡ, ҡуйыртылған һөт, туңдырма, кефир, ряженка, йогурт.
Белгестәр әйтеүенсә, башлыса дауахана, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә таратылған һөт ризыҡтарында мутлашыу күберәк асыҡланған (22 процент). Продукцияларға ялған этикеткалар ҡуйыла. “Беҙ яһалма аҙыҡ-түлек алдында көсһөҙ, – ти “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралыҡ етәксеһе Евгений Степанов. – Йыш ҡына этикеткаларҙа алдашалар, хатта бөтөнләй булмаған предприятиеларҙы яҙып ҡуялар. Йәғни ят ярлыҡтарға үҙҙәренең төҙәтмәләрен индереп ҡулланалар”.
Йәнә шуныһы – балалар учреждениелары етәкселәре хаҡы үтә ныҡ төшөрөлгән арзан продукцияға ҡыҙыға.