Поляк алмаһын – Смоленскиҙа20.06.2017
Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда поляктар Рәсәйҙең Смоленск өлкәһендә алма үҫтереүгә әҙер булыуын белдерҙе.
Бының сәбәбе аныҡ: беҙ хәҙер уларҙың емешен алмайбыҙ. Ни ҡылырға белмәгән Польша етәкселеге Рәсәйҙең ауыл хужалығына ҙур сығым түгергә риза.
Тәүге Рәсәй – Польша алма проектын быйыл уҡ ғәмәлгә ашыра башларға әҙерләнәләр. Күршеләребеҙ Смоленск өлкәһендә күпләп үҫенте ултыртып, беҙҙең климат шарттарында уларҙың нисек емеш биреүен күҙәтәсәк. Әлбиттә, ағастарҙың сит ергә тиҙ ерегеп китәсәгенә шикләнмәй белгестәр, сөнки Смоленск менән Польша араһы әллә ни алыҫ түгел, ике төбәктәге һауа шарттары оҡшаш.
Тәжрибә ыңғай үтһә, поляктар эре ағас үҫентеләре килтереп ултыртасаҡ. Ул сағында тәүге уңышты киләһе йылда уҡ ала башлаясаҡбыҙ. Әле төбәк етәкселәре баҡса буласаҡ урынды билдәләй. Уның өсөн 50 гектар ер бүленәсәк.


Вернуться назад