Итте артыҡ ашайбыҙ, имеш20.06.2017
Илдең Ауыл хужалығы министрлығы чиновниктары ғәжәп мәғлүмәт еткерә. Баҡтиһәң, һуңғы ваҡытта Рәсәй кешеләре икмәкте һәм тағы ла ... итте артығыраҡ ҡуллана икән.
Әйткәндәй, халыҡтың күпләп икмәк ашауына бер ҙә ғәжәпләнәһе түгел. Нимә генә тимә, ул арзан һәм һәр кем һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Аҡсаны башҡа аҙыҡ-түлеккә арттыра алмағанда ла, күп көс икмәккә төшә.
Белгестәр әйтеүенсә, былтыр һәр Рәсәй кешеһе икмәкте һәм ондан әҙерләнгән ризыҡты уртаса бер килограмдан ашыуға күберәк ҡулланған. Шул уҡ ваҡытта итте лә 800 грамм самаһына күберәк ашай башлағанбыҙ. Чиновниктар былтыр йәшелсә-емеште 800, шәкәрҙе – 400, үҫемлек майын 300 грамға артығыраҡ файҙаланыуыбыҙҙы белдерә. Артабан Ауыл хужалығы министрлығында аҙыҡ-түлекте ҡабул ителгән норманан күберәк сарыф итеүебеҙҙе әйтәләр. Мәҫәлән, һәр кеше йылына 73 килограмм ит һәм унан әҙерләнгән аҙыҡ-түлек менән туҡланырға тейеш булһа, был күрһәткес 800 грамға күберәк.
Әммә белгестәр әлеге һан менән ризалашмай. Илдә бөтә кешенең дә мөмкинлеге бер сама түгел бит. Хәлле ҡатлам итте тейешле норманан ике-өс тапҡырға күберәк ашаһа, күптәргә уның яртыһы ла тәтемәй.