Ҡалдыҡ һатып байыйҙар20.06.2017
Мадрид ҡалаһында өсөнсө тапҡыр ғәҙәти булмаған йәрминкә үтте. Унда сүплектән йыйылған әйберҙәрҙән эшләнгән биҙәүестәр, сәғәттәр, сувенирҙар, лампалар, музыка ҡоралдары һәм хатта йыһаздар һатыла.
Ғәжәп сараға ике көн эсендә өс меңдән ашыу кеше килгән. Ойоштороусылар фекеренсә, бындағы экспонаттар кешеләр күңелендә тирә-яҡ мөхиткә ҡарата хөрмәт уятырға, хатта иҫке әйберҙе лә файҙалы ҡулланыу мөмкинлеге барлығына инандырырға тейеш.
Айырыуса Гранаданан бер эшҡыуар ойошторған стенд ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ул йәрминкәгә килгәндәргә балдаҡтан, брелоктан төрлө биҙәүестәр тәҡдим иткән. Бөтәһе лә һыра шешәһе ҡапҡасынан эшләнгән. “Был бигерәк ҡыҙыҡ материал. Беҙ ҡапҡасты бөтә ил буйынса йыябыҙ. Уларҙы эшкәртеү ҡатмарлы түгел”, – ти йүнсел. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һирәк сортлы эсемлектең ҡапҡастарынан етештерелгән әйберҙәр халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Автомобилдең деталдәренән һәм төҫлө ҡағыҙҙарҙан эшләнгән өҫтәл лампалары, смартфон ҡуйыу өсөн ағас ҡулайламалар, тауыш көсәйткес, төрлө пластиктан сәғәттәр, ҡатырғанан биҙәүестәр халыҡтың күңеленә хуш килгән. Күргәҙмәлә дизайнерҙар үҙҙәренең тәжрибәһе, уңыш серҙәре менән уртаҡлашҡан.