Үҙебеҙҙеке бит ул!20.06.2017
Сауҙа нөктәләрендә халыҡтың республикала етештерелгән аҙыҡ-түлекте һайларға тырышыуын йыш күрергә була. Был аңлашыла: һуңғы йылдарҙа үҙебеҙҙең продукцияның сифатын күтәреүгә етди иғтибар бирелә.
Баҙар иләге ҡаты – етештергәнең халыҡтың күңеленә ятмай икән, уның кәштәләрҙә музей ҡомартҡыһы һымаҡ ятыуы ла бар. Тап шуға ла, тауарыбыҙ үтемле булһын өсөн, республика етәкселеге тарафынан маҡсатлы эш алып барыла. Мәҫәлән, күптән түгел “Башҡортостандың иң яҡшы тауары” төбәк конкурсына йомғаҡ яһалды.
Республиканың Стандартлаштырыу, метрология һәм тәжрибәләр үҙәге етәксеһе Амран Моратшин билдәләүенсә, был сара республикала әҙерләнгән тауарҙың сифатын арттырырға булышлыҡ итә. Конкурста ҡатнашыусылар үҙәктә ныҡлы тикшереү үтә, сифат сертификаттарына, ҡулланыусыларҙың мөрәжәғәтенә, продук­цияның хаҡына, контроль-тикшереү органдарының эшенә ныҡлы иғтибар бирелә. Берәй кәмселек табыла ҡалһа, уны хәл итеү йүнәлештәре билдәләнә. Ярышта еңеүселәр артабан “Рәсәйҙең иң яҡшы тауары” конкурсында ҡатнаша.
Быйыл унда 108 төр продукцияға һәм 57 хеҙмәткә иң яҡшы баһа бирелгән. Мәҫәлән, “Ортостан.ру” йәмғиәте протез-ортопедия тауарҙары етештерә. Уңайлы пластмассанан яһалған корсеттар умыртҡа һөйәген дауаларға ярҙам итә. Уларҙы сит төбәктәр ҙә ихлас һатып ала.
Башҡортостан предприятиелары “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсында 1998 йылдан бирле ҡатнаша. Һәр ярышта беҙ­ҙекеләрҙең ҙур һөҙөмтәгә өлгәшеүе хәҙер яңылыҡ түгел. Былтыр, мәҫәлән, республикала етештерелгән 75 төр продукция һәм 43 предприятие дипломдар менән бүләкләнгән.


Вернуться назад