Ерең теркәлгәнме?20.06.2017
Башҡортостан Хөкүмәтенең “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ерҙәрҙең маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуы һәм ер участкалары менән капиталь төҙөлөш объекттарының рөхсәткә ярашлы ҡулланылышы һәм шулай уҡ уларҙың маҡсатлы ҡулланылышын асыҡлау буйынса саралар үткәреү” тигән 2017 йылдың 5 апрелендәге 145-се ҡарары нигеҙендә район хакимиәттәре биләмәһендә планлаштырылған саралар уҙғарыу өсөн эш төркөмдәре булдырылған.
Эш төркөмөнә ауыл Советы вәкилдәре, “Росреестр”, БТИ, район хакимиәттәренең бүлек етәкселәре инә. Сараларҙың графигы билдә­ләнгән.
Ер участкаларына һәм капиталь төҙөлөш объекттарына инвентаризация үткәреүҙең маҡсаты һалым йыйыуға, дәүләтте байытыуға ҡайтып ҡалмай. Бындай тикшереү ошоға тиклем тотонолоп та, әммә һаман да бер ниндәй ҙә рәсми ҡағыҙы булмаған ер хужаларының, ниһайәт, үҙҙә­ренең милкен закон­лаш­тырыуға этәрәсәк. “Бында мин 20 йыл йәшәйем, нишләп миңә штраф һалалар”, – тип илап йөрөү­се булмаһын аҙаҡ. Шундай хәлдәр тыумаһын өсөн, һәр шәхси хужа­лыҡ, шулай уҡ эре хужалыҡтар үҙҙәренең барлыҡ ерҙәрен законға ярашлы рәсми теркәргә тейеш. Улар ҡуртымға алынғанмы йәки үҙеңдең шәхси милкеңме – барыһын да законлаштырыу зарур. Бында бесән­лектәрҙән башлап барлыҡ башҡа ер участкалары инә. Элек штраф күләме 500 һум ғына тәшкил итһә, хәҙер ул биш меңгә барып баҫа. Ябай тел менән әйткәндә, һәр бер кеше машина һатып алғас, иң тәүҙә уны теркәй. Шулай уҡ ер участкаһы ла теркәлергә һәм уның тейешле документы булырға тейеш. Халыҡҡа шуны аңларға кәрәк.
Шулай итеп, штраф түләгегеҙ кил­мәһә йәки рәсми рәүештә теркә­л­мәгән ерҙәрегеҙ булһа, тиҙерәк закон­лаштырыу эшенә тотонорға кәрәк.


Вернуться назад