Рәсәйҙә йәшәү кимәле тураһында халыҡ фекерен ишетеп, төрлө уйҙарға сумаһың. Хәйер, был турала яҙыуы ла ауыр һымаҡ: күңел һыҙлап ҡуя. Бигерәк тә башҡаларҙы алдай белмәгәндәргә, намыҫ менән йәшәгәндәргә ҡыйынға тура килә.Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәйҙә уртаса эш хаҡы 32 мең һумдан артып китә. Һүҙ ҙә юҡ, ундай аҡсаға кинәнеп үк булмаһа ла, иркен көн итергә мөмкин. Үкенескә ҡаршы, был һан байҙарҙың, урта хәллеләрҙең, ярлыларҙың килемен дөйөм “ҡаҙан”ға һалғас ҡына килеп сыға. Икенсе төрлө әйткәндә, кемдер ай һайын йөҙ мең алып “һимерә”, башҡа берәү биш-алты мең һум менән “ус ялай”. Шуға күрә рәсми мәғлүмәттәрҙәге уртаса эш хаҡына ҡарап, рәсәйҙәрҙең йәшәү кимәле тураһында әйтеп булмай.
Ябай кешенең күпме хеҙмәт хаҡы алыуы тураһында икенсе мәғлүмәттәр ҙә бар. Мәҫәлән, эш тәҡдим итеүселәрҙең реклама маҡсатында бирелгән иғландарына таянып фекер йөрөтһәк, уртаса 27 мең һум самаһы килеп сыға. Ләкин был мәғлүмәттәргә лә ышанып булмай. Уларҙа кешеләрҙе йәлеп итеү өсөн һалынған “ҡармаҡ”ты шәйләргә мөмкин. Шуны ла күҙ уңында тоторға кәрәк: күп кенә урындарҙағы юғары эш хаҡы хеҙмәт көнөнөң нормаһын байтаҡҡа арттырып үтәгән йә ике ставкаға тир түккән өсөн түләнә.
Бойондороҡһоҙ тикшереү үткәргәндәрҙең халыҡтан социологик һорау алыуына таянып фекер йөрөтһәк, эш хаҡының уртаса 6 – 18 мең һум булыуын самаларбыҙ. Сер түгел, Рәсәй халҡының күпселеге нәҡ ошо хаҡ менән мөрхәтһенеп йәшәй. Әйтәйек, төбәктәрҙә балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгәндәр биш мең һумға риза булып йөрөй йә иһә мәктәптә йыйыштырыусы хеҙмәтендәгеләргә ете мең һум түләнә. Урам һепереүселәр өс – туғыҙ мең һумға урынлаша ала.
Ярай, кеҫәгә килеп ингән биш – туғыҙ меңгә тамаҡ туйҙырып булһын да ти, ләкин халыҡты бүре урынына талаған коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡайҙа ҡуйырға һуң? Мәҫәлән, бер бүлмәле фатирҙа көн күреү өсөн ай һайын кәмендә 1500 һум аҡсаңды сығарып һалырға кәрәк. Унан һуң электр, телевизор, Интернет өсөн дә кеҫәңде ҡапшарға тура киләсәк, өҫтәүенә капиталь ремонтҡа күпмелер һумыңды ҡайырып аласаҡтар.
Шулай уҡ ҡала транспортында йөрөү хаҡтары ла даими рәүештә теш ыржайта. Әлбиттә, пенсионерҙарға, уҡыусыларға, студенттарға, хеҙмәт ветерандарына айырым ташламалар бар, ләкин кәрәкле транспорт көтә-көтә сәсеңә сал төшөр, тигәндәй. Хәҙер иҫәпләп ҡарайыҡ: юл хаҡын 25 һумдан алғанда, эшкә барып ҡайтыу өсөн көнөнә 50 һум китә. Тимәк, 21 эш көнө икән, 1050 һум “осоп” китте булыр. Быныһы ябай иҫәп буйынса ғына. Бер танышым, мәҫәлән, былай тип һөйләгәйне: “Улымды балалар баҡсаһына илтәм, эшкә барып ҡайтам – юлға ғына 75 һум сыға. Күп тә түгел һымаҡ, иҫәпләп ҡарағайным, айына 1575 һумға кеҫә таҡырая, имеш...”
Бында мин балаларҙы берәй түңәрәккә йә секцияларға йөрөтөү, мәктәп кәрәк-ярағына аҡса йыйыу һәм башҡалар тураһында телгә алып тормайым. Ата-әсәне нисек “һауған”дарын үҙҙәре лә яҡшы белә. Әлбиттә, законға ярашлы, мәктәп етәкселегенә уларҙан аҡса йыйыу тыйылһа ла, барыбер түләргә мәжбүрҙәр. Ни өсөн тигәндә, балаларына уҡытыусыларҙың ҡарашы үҙгәрәсәге көн кеүек асыҡ.
Илебеҙҙә һәйбәт хаҡ түләнгән эшкә 45 йәштән һуң алып бармайҙар. Был йәһәттән бигерәк тә ҡатындарға ауырға тура килә. Эш биреүселәр хеҙмәткәр эҙләгәндә һәр ваҡыт йәш сикләүен күрһәтә. Был күренеш үҫешкән сит илдәрҙә дискриминация булып иҫәпләнеп, суд тарафынан тикшерелер ине. Рәсәйҙә иһә ғәҙәти хәлгә әйләнгән. Шуға күрә олоғайып барған юғары белемле ҡатындарға йыш ҡына иҙән сепрәге тоторға йә булмаһа берәй шәхси эшҡыуарҙың магазинында бил бөгөргә тура килә.
Хаҡлы ялға сығыу йәше еттеме, тормош тағы ла ауырлаша. Пенсия аҡсаһына тартып-һуҙып көн итергә тура килә күптәргә. Оло быуын кешеләренең баҙар тирәһендә, урам сатында ҡул һуҙып йә үҙ баҡсалары биргән байлыҡ менән һатыу итеп тороуын кем күрмәй икән?!
Өлкән быуын кешеләре сит илдәрҙә, һис юғында илебеҙ шифаханаларында ял итеү тураһында уйлай ҙа алмай.
Ауыл тормошондағы борсоған мәсьәләләргә ҡағылмай үтһәк, хилаф булыр. Унда эш юҡ тиергә лә мөмкин. Күптәрендә магазин, медпункт, клуб һәм мәктәптәр ябылған. Икмәк-тоҙ артынан алыҫта ятҡан ҙурыраҡ ауылдарға йөрөргә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, кешеләр Робинзон шикелле “утрау”ҙа йәшәй...
Нисек кенә булмаһын, Рәсәй халҡы серле бер ҡөҙрәткә эйә. Ниндәй генә ауыр заманда ла әмәлен табып, донъя көтөргә, балалар үҫтерергә тырыша. Ундай ҡәүемдең киләсәге бар!