Ҡыҙҙар ҙа... ер һөрә20.06.2017
Ҡыҙҙар ҙа... ер һөрәИгенсе... Бәрхәт кеүек ҡара ерҙе эшкәртеп, бураҙна ҡуйынына ашлыҡ һалыусы, илде түлле итеүсе. Әүәл-әүәлдән халҡыбыҙ был һөнәр эйәләренә ҙур хөрмәт менән ҡараған, уларға дан йырлаған.
Һабансыларҙың сираттағы VI асыҡ Рәсәй чемпионаты Башҡортостанда үткәрелеүе менән мәр­тәбәле. Ул 25 июндән 1 июлгә ҡәҙәр Өфө ра­йонының Нижегородка ауылы янында уҙғарыла.
– Һәр кемдең яҙмышы, көнитмеше ауыл тормошо менән бәйле, – тип һүҙ башланы ауыл ху­жа­лығы министры Илшат Фазрахманов. – Ер ке­шеһе эшмәкәрлегенең барлыҡ нескәлек­тәре менән ҡала халҡы ла таныша алһын өсөн уны Өфөгә яҡын ерҙә уҙғарырға булдыҡ. Ғөмүмән, был йыйын барыбыҙ өсөн дә оло байрамға әүерелер тип уйлайым. Төрлө аттракциондар эшләйәсәк, аниматорҙар халыҡтың күңелен күтәрәсәк.
Ярышта республикабыҙҙан биш механизатор, шул иҫәптән Башҡорт дәүләт аграр университетынан, һөнәрселек колледжынан өс ҡыҙ ҡатнашасаҡ.
Сара барлыҡ аграр тармаҡ хеҙмәтсәндәре өсөн фәһемле буласаҡ. Мәҫәлән, машиналар, малсылыҡ, ауыл хужалығында финанстың үҫеше кеүек кәңәшмәләрҙә төбәк, ведомство етәкселәре, төрлө ойошмалар хужалары ла ҡатнашып, үҙҙәренә файҙалы мәғлүмәт аласаҡ. Күргәҙмәлә тракторҙар, тағылма агрегаттар ҡуйыласаҡ. “Йән­ле ферма” тип аталған павильонда халыҡ бөгөн беҙ туҡланған аҙыҡтың ниндәй юлдар аша барлыҡҡа килеүе менән таныша, экологик йәһәттән таҙа ризыҡты тәмләп ҡарай аласаҡ.
Әйткәндәй, Рәсәй бынан 60 йыл элек ойош­то­ролған Бөтә донъя ер хәрәкәтенең тулы хо­ҡуҡ­лы ағзаһы булып тора. Уның составына 32 ил инә. Ә Европа һабансыларының бәйгеһе 1982 йылдан бирле үткәрелә. Ул егерменән ашыу дәү­ләтте берләштерә. Ике ойошманың да төп маҡ­саты – ауыл эшсәндәренең абруйын күтәреү, ер эшкәртеүҙең заманса технологияларын ҡулланыу.
Ярышта ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең 30 төбәгенән 46 механизатор, шулай уҡ Эстония, Ирландия, Бө­йөк Британия, Нидерланд, Польша кеүек илдәрҙән дә командалар килеүе көтөлә. “Бөтә ме­ханизаторҙар өсөн дә бер үк шарттар бул­дырылған. Ҡайһы төбәктән килеүенә ҡарамаҫтан, һәр кеше үҙенең оҫталығын бер иш трактор менән һабанда күрһәтәсәк.
Ярышта ҡатнашыусыларға төп талап – ерҙе си­фатлы итеп эшкәртеү. Еңеүсе чемпионаттың иҫтәлекле призы менән бүләкләнә һәм артабан халыҡ-ара ярыштарҙа көс һынашыу хоҡуғын ала.


Вернуться назад