Эшҡыуарлыҡҡа иғтибар арта07.04.2012
Һуңғы биш йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа йүнәлтелгән финанс ярҙам 1,1 миллиард һумдан ашҡан. Ошо тәңгәлдә былтыр 280 йүнселгә бөтәһе 500 миллион һумдан ашыу күләмдә ярҙам күрһәтелгән. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет ултырышында сығыш яһап, ошо хаҡта белдерҙе.
Дәүләт тарафынан бындай хәстәрлек һөҙөмтәһеҙ ҡалмай, яңы йүнәлештәр, эш урындары барлыҡҡа килә, тине ул. Эшҡыуарҙарға мәғлүмәт-консультация хеҙмәттәре менән файҙаланырға мөмкинлек булдырылыуы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Былтыр ошо маҡсатта республикала ике үҙәк асылып, уларға 200-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Тиҙҙән шундай ярҙамды Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә Интернет аша күрһәтеү күҙ уңында тотола. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың һәр төбәгендә йәшәгән эшҡыуар һалым, бухгалтер иҫәбе, кредит юллау, хоҡуҡ, бизнес-план төҙөү, белемен камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса бай мәғлүмәткә эйә буласаҡ.
Ф. ЕЙӘНСУРИН.


Вернуться назад