Төп табыш-таянысыбыҙ13.06.2017
Төп табыш-таянысыбыҙ23–26 майҙа Башҡортостан Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты майҙандарында “Газ. Нефть. Технологиялар-2017” халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм “Рәсәй нефть, газ, химия форумы-2017” уҙғарылды. Сараларҙа Рәсәйҙең 39 төбәгенән 400-ҙән ашыу компания, 43 сит ил фирмаһы, Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары ҡатнашты.
Форумдың “Рәсәй нефть, газ, химия тармағы – ҡаҙаныштар һәм проблемалар” тип исемләнгән пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов өлкәләге хәлдәрҙе түбәндәгесә баһаланы:
– Нефть тармағын артабан үҫтереү – Башҡортостан иҡтисади сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Әлеге осорҙа нефть эшкәртеү, нефть химияһы предприятиелары төп фондтарҙы яңыртыу һәм артабан үҫтереү буйынса бик эре проекттар менән шөғөлләнә. Нефть, газ, химия тармаҡтарына инвестиция­ларҙың дөйөм күләменең яртыһына яҡыны – 47 проценты – йүнәлтелә. Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә ингән 16 иң эре проект нефть һәм газ тармаҡтарына тура килә һәм уларҙың дөйөм хаҡы 200 миллиард һум тәшкил итәсәк…
Башҡортостан Республикаһы төбәк­тәр араһында нефть эшкәртеү күләме буйынса әлегә лидер позицияларын һаҡлап килә. Беҙҙә илдә етештерелгән бензиндың – 12, дизель яғыулығының 16 проценты, нефть химияһы продукцияһының ҙур өлөшө сығарыла. Әммә артабан төбәктәр араһында конкуренция көсәйеүе көтөлә.
Рәсәй Федерацияһы төбәк­тәрен­дә нефть эшкәртеү күләме (йылына миллион тонналарҙа):
1. Башҡортостан Республикаһы 35,3
2. Һамар өлкәһе 25,5
3. Волгоград өлкәһе 25,0
4. Краснодар крайы 22,0
5. Ленинград өлкәһе 22,0
6. Омск өлкәһе 21,3
7. Түбәнге Новгород өлкәһе 19,0
8. Татарстан Республикаһы 16,0
9. Рязань өлкәһе 15,0
10. Ярославль өлкәһе 13,5

Башҡортостан беҙҙәге өс нефть эшкәртеү заводының дөйөм ҡеүәте буйынса лидер төбәк иҫәпләнә (“Салауатнефтеоргсинтез” заводы, Өфө һәм яңы Өфө нефть эшкәртеү заводтары), ә айырым алғанда, беҙҙең заводтар иң ҡеүәтле Топ-10 (тәүге тиҫтә) исемлегенә инмәй. Был рейтингты Омск һәм Кириши (Ленинград өлкәһе) ҡалаларындағы яңы гигант заводтар етәкләй. Белгестәр раҫлауынса, яҡын киләсәктә лидерҙар исемлегенә Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһында төҙөлөп ятҡан “ТАНЕКО” заводының да өҫтәлеүе көтөлә.
Беҙҙең Өфө һәм Салауат ҡала­ларындағы заводтарҙа яңы ҡеүәттәр төҙөү өсөн республикала тейешле шарттар, компетенциялар, кадрҙар һәр саҡ етерлек булды. Ғөмүмән, элекке Советтар Союзында ла, бөгөнгө Рәсәй Федерацияһында ла нефть эшкәртеү заводтары төҙөүҙә нәҡ беҙҙең республика ойошмаларының төп бурыстарҙы башҡарғаны билдәле. Әммә, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, Советтар Союзы тарҡал­ғас, Башҡортостан заводтарында был эшкә тейешле иғтибар бирелмәне. Әлеге мәлдә предприятиеларҙа төп фондтарҙы яңыртыу һәм үҫтереү республика иҡтисади сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше, хатта, бәлки, төп мәсьәләһе булып торалыр.
Фондтарҙы яңыртыу продукция сифатын күтәреү, нефть эшкәртеү тәрәнлеген арттырыу өсөн мөһим. Рәсәй Федерацияһы заводтарында эшкәртеү тәрәнлеге 74 проценттан артмай (ЕС илдәрендә ул – 85, АҠШ-та 94 процент тәшкил итә). Һуңғы йылдарҙа иҡтисадсылар эшкәртеү тәрәнлеге күрһәткесе менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, тиҫтәнән ашыу төрлө факторҙы иҫәпкә алған комплекслы күрһәткесте – Нельсон коэффициентын – ҡуллана. АҠШ заводтарында коэффициент уртаса 10,16 берәмек тәшкил итә, ЕС илдәрендә – 7,42 һәм Рәсәй Федерацияһында 4,31 берәмеккә генә етә.
Нефть тармағында төп фондтарҙың туҙыу күрһәткесе бик юғары: заводтарҙа ул – 80, промыслаларҙа 60 процент тәшкил итә. Промыслаларҙа ҡорамалдар иҫкереү сәбәпле, скважиналарҙан нефть алыу коэффициенты (КИН) кәмей. Совет заманында КИН 0,45 берәмеккә еткерелһә (йәғни скважиналағы нефттең 45 проценты алынып, 55 проценты ер аҫтында ҡала), хәҙер ул 0,29 берәмеккә тиклем кәмегән. Нефть сығарыусылар дебит артынан ҡыуып, ашығып, йәһәтерәк яңы, юғарыраҡ дебитлы скважиналарға күсә. Һөҙөмтәлә нефть һәм газ промыслаларының 80 проценты хәҙер төньяҡ поляр һыҙығынан да арыраҡ ята. Компаниялар бөгөн күберәк Ямал ярымутрауына, хатта Төньяҡ Боҙло океан шельфына тиклем күҙ һала. Был үҙ сиратында барлыҡ сығымдарҙың күпкә артыуына килтерә. Ауыр климат шарттары, нефть эшкәртеү заводтарынан, матди-техник базаларҙан 2 мең километрға тиклем алыҫлашыу нефттең һәм газдың үҙҡиммәтен йәнә арттыра. Йыраҡтарға һуҙылған торба үткәргестәр тағы ла бер ҙур проблема булып өҫтәлә. Илдә нефть үткәргестәрҙең дөйөм оҙонлоғо 48 000 километр, продукт үткәргестәрҙеке 24 000 километр тәшкил итә. Былар барыһы ла бик ҡиммәткә төшә, әлбиттә, әммә шунһыҙ Рәсәй Федерацияһы кеүек ҙур территориялы илде бер бөтөн итеп тоташтырып йәшәү мөмкин түгелдер. Беҙҙә нәҡ нефтселәр күп алыҫ төбәктәргә беренсе булып аяҡ баҫа, юлдар һала, уларҙан һуң ҡалалар, заводтар, фабрикалар тороп ҡала – заманында шулай булды, киләсәктә лә шулай булырына ышанырға кәрәктер.
Нефть сәнәғәте башҡа тармаҡ­тарҙың, инфраструктураның үҫешенә көслө ыңғай йоғонто яһай. Халыҡта “аҡса аҡсаға тартыла” тиҙәр. Иҡтисадта быны “мультипликатив эффект” тип атайҙар. Рәсәй Федерацияһында мультипликатор коэффициенты 1,9 берәмек тәшкил итә (йәғни нефть тармағына һалынған 10 һум инфраструктураға йәнә 19 һум һалыуға килтерә), АҠШ-та ул 2,4 берәмек, Европа Советы илдәрендә 2,1 берәмек тәшкил итә. Беҙҙә күрһәткес һуңғы осорҙа финанстарҙы сикләү, сығымдарҙы оптималләштереү (ғәмәлдә – ҡыҫҡартыу) аша кәметелеп килә. Нефть тармағы биргән мультипликатив эффект дәүләт, урындағы хакимиәт органдары тарафынан һөҙөмтәлерәк ҡул­ланылһа, нефтселәр эшләй баш­лаған төбәктәрҙә инфраструктура йылда­мыраҡ үҫешә, яңы хеҙмәт урындары асыла, һөҙөмтәлә һалым базаһы арта, урындағы бюджет нығына – ҡыҫҡаһы, аҡса аҡсаға тартыла. Ә эре ҡалаларҙа нефть тармағына һалынған инвестициялар тағы ла ҙурыраҡ һөҙөмтә бирә – юғары технологияларҙың үҫешенә булышлыҡ итә. Ә уныһы үҙ сиратында фәнни ойошмалар, уҡыу йорттары селтәрен киңәйтә.
Иҡтисад белгестәре йыш ҡына инфраструктураны үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итеү зарурлығына ба­ҫым яһай. Әммә илдәге һалым сә­йәсәтен төбәктәр файҙаһына үҙгәртмәй тороп, инвестициялар ҙа тейешле иҡти­сади һөҙөмтә бирмәйәсәк. Мәҫәлән, бө­гөнгө көндә нефть компаниялары килеменең 70 проценты федераль бюджетҡа тапшырылып, төбәктәрҙә уның бик аҙ өлөшө ҡала. Донъя практикаһында иһә (мәҫәлән, АҠШ һәм ЕС илдәре), киреһенсә, килемдәрҙең уртаса 70 проценты компанияларҙың үҙҙәрендә һәм урындағы бюджеттарҙа ҡала. Килемдәрҙең ҙур өлөшө үҫешкә, фондтарҙы яңыртыуға, инфраструк­тураға йүнәлтелә. Кире осраҡта иһә, мәҫәлән, фондтар даими яңыртылып тормаһа, улар тиҙ арала деградациялай һәм әҙер продукцияның – нефть продукттарының – сифаты кәмеүгә, ҡеүәттәрҙе юғалтыуға, сығымдарҙың артыуына алып бара. Иҫкергән технологиялар ҡулланыу сығымдарҙа айырыуса ныҡ һиҙелә. Мәҫәлән, бер үк төр продукция етештереү өсөн Рәсәй Федерацияһында, АҠШ менән сағыштырғанда, 3,5 тапҡырға күберәк электр энергияһы ҡулланыла. Был фактор артабан туранан-тура тулайым эске продуктта сағылыш таба: Рәсәй Федерацияһында тулайым эске продукттың 25 проценты энергия сығанаҡтарына тура килә (АҠШ-та был күрһәткес 6 процент ҡына тәшкил итә). Бында, әлбиттә, беҙҙәге һалҡын климат шарттарын да иҫәпкә алыу талап ителә – энергияның бик ҙур өлөшө йылытыу системаларына йүнәлтелә. Ғөмүмән, энергия сығанаҡтары, беҙҙең цивилизацияның ысын мәғәнәһендә йәшәү сығанаҡтары булараҡ, ә нефть һәм газ тармағы Башҡортостан Республикаһы иҡтисадының нигеҙен, төп табыш-таянысын тәшкил итеп, киләсәктә лә иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ.


Вернуться назад