Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы баҫыуҙарында бөгөн һиллек. Әммә ауыл эшсәндәре яҙғы сәсеү эштәрен теүәлләп, “эш тамам, хәҙер ял итергә була” тип ҡул ҡаушырып өйҙә ултырмай. Улар әле малдарҙы йәйләүгә оҙатып, малсылыҡ тармағында тырышлыҡ һала. Игенселәрҙең кәйефе яҡшы, киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалынған. Тәбиғәт шарттарының йыш үҙгәреп тороуы бер аҙ уйға һалһа ла ялан батырҙарын, шулай ҙа аяҙ, йылы көндәрҙең килеүенә өмөтләнә улар.— Шөкөр, һабан эштәрен ваҡытында үткәрҙек, бер ниндәй тотҡарлыҡ кисермәнек, сөнки сифатлы орлоҡ, яғыулыҡ, минераль ашламаны алдан хәстәрләгәйнек, — ти кооператив рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Юрий Николаевич Лутков. — Техника ла яңы һәм төҙөк бит беҙҙә, уны яңыртыуға аҡса йәлләмәйбеҙ.
Йәмғиәттең дүрт меңдән ашыу гектар ере бар, хужаһыҙ баҫыуҙар бөтөнләй юҡ. Бында ерҙе ҡәҙерләйҙәр, әсе тир түгеп эшкәртелгән баҫыуҙарҙан ғына мул уңыш алып буласағын яҡшы аңлайҙар. Яҙ бойҙай, борсаҡ, һоло, арпа сәскәндәр. Ҡарабойҙайға тип әле ер әҙерләйҙәр, был культура 350 гектарҙа ултыртыласаҡ.
Әйткәндәй, 2013 йылдан алып йәмғиәт паркы 18 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһына байыған. Былтыр, мәҫәлән, ике миллион һумлыҡ төрлө ауыл хужалығы ҡоролмалары һатып алыуға өлгәшкәндәр, ремонт өсөн алмаш частар туплағандар. Әммә ҡаҙнанан түгелгән сығымдарҙың аҙаҡ икеләтә артып ҡайтыуына шикләнмәй етәкселек. Дәүләт тарафынан да ярҙам һәм яҡлау тоялар бында: элиталы орлоҡ, техника һатып алыуға субсидиялар бүленә. Заманса келәттәр ҙә бар, иген киптергестәрҙең булыуы ла орлоҡто сифатлы һаҡларға мөмкинлек бирә.
Был яҡтарҙа тәбиғәт шарттары ҡырыҫ, шуға ла ауыл эшсәндәре уның көйһөҙләнеүенә әллә ни борсолоп та бармай кеүек.
– Барыһына ла күнеп бөткәнбеҙ инде, әгәр көтмәгәндә дауыл ҡупһа йәки күк ҡабағы асылһа ла, ғәжәпләнмәҫ инек, – ти хужалыҡ рәйесе, йылмайып. – Беҙҙә яҙ яҡынса өс аҙнаға һуңлай, өҫтәүенә көҙ ҙә сама менән егерме көнгә иртәрәк килә. Малсылыҡ тармағын да, үҫемлекселекте лә ошондай ҡатмарлы шарттарҙа алып барабыҙ.
Кооператив идараһы Түбәнге Исҡуш ауылында урынлашҡан. Юрий Лутков белдереүенсә, хәлдәре ҡыл өҫтөндә ҡалған саҡтар ҙа булған, әммә хужалыҡты тарҡатыуға юл ҡуйылмаған: юҡты бар иткәндәр, бурысҡа ла ингәндәр, эш хаҡын тартып-һуҙып түләгәндәр.
Шөкөр, бөгөн күҙәтелгән үҫеште танымау мөмкин түгел. Һөтсөлөк фермаларына бына тигән ремонт үткәреп, заманса йыһазландырыуға байтаҡ аҡса түккәндәр бында. Заманса һөт тултырыу ҡорамалдары урынлаштырылғас, хәҙер һауынсылар ауыр күнәк күтәреп йөрөмәй. Ҡеүәтле һыуытҡыстар алыу ҙа байтаҡ мәшәҡәттән ҡотолдорған. Бынан тыш, транспортерҙар тиҫтәгә яҡын эшсене алмаштырған.
Әле һыйырҙарҙың быҙаулау осоро тамамланған, ҡыш көтөү 500-гә яҡын баш быҙау менән тулыланған. Бөгөн кооператив ҡураларында бер меңдән ашыу һыйыр малы тотола, 400-ө һауыла. Былтыр, мәҫәлән, һөт һатыуҙан йәмғиәт ете миллион һумдан ашыу табыш алған. Әле көн һайын биш мең тоннанан ашыу әҙер продукцияны Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл һөт заводына тапшыралар, түләүҙә тотҡарлыҡтар һиҙелмәй.
“Былтыр мал аҙығы байтаҡ әҙерләнде, хәйер, йыл да һалам-бесәнде артығы менән һалып ҡуябыҙ, – ти ферма мөдире Вера Николаевна Худякова. – Күршеләргә генә түгел, ситтән һорап килгәндәргә лә арзанға һатҡан саҡтар булғыланы. Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, ә көнө-төнө ашап торорға күнеккән мал хаҡында әйтәһе лә түгел”.
Бында Түбәнге Исҡуш, Үрге Исҡуш һәм Сосновый Лог ауылдарынан барлығы 100-гә яҡын кеше эш менән мәшғүл. Йәштәрҙең ауылда ҡалыуына һөйөнә кооператив рәйесе. “Беҙгә эшкә килгән махсус белемле белгестәр 150 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам ала. Шуға ла эшселәргә ҡытлыҡ юҡ. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс, социаль яҡлауҙар ҡаралғас, күрше ауылдарҙан да эш һорап мөрәжәғәт итәләр. Тик йәштәр генә ауылды ташлап китмәһен ине тип тырышабыҙ”, — ти Юрий Николаевич.
Механизаторҙар Николай Журавлев менән Александр Шабардинды, водитель Николай Поспелов менән Александр Худяковты, һауынсылар Тамара Худякова менән Ольга Никоношинаны маҡтап телгә алып: “Әлбиттә, һәр береһе уңған, эшкә бөтмөр, ана шундай тырыштар менән йәмғиәт төбәктә алдынғылар иҫәбендә килә лә инде”, — тине Юрий Лутков.
Хужалыҡ ауыл хакимиәте менән дә йылы мөнәсәбәт булдырып, барлыҡ эштәрҙе бергә башҡарырға күнеккән. Уй-хыялдары ла күп етәксенең, ғәмәлгә ашҡан бурыстары тураһында һөйләп, ул: “Иң мөһиме – ауыл йәшәһен ине”, – тигән теләген дә еткерҙе.
Минеңсә, уңған, тырыш, эште ойоштора белгән хужа булғанда, кооператив тарҡалмай, киреһенсә, яңынан-яңы уңыш-ҡаҙаныштарға ирешәсәк әле.
Яңыбай ауылынан фермер Ләйсән Назарованы өйөндә тап итеп булманы. Күршеләре уның иртә менән баҫыуҙа йә булмаһа йылҡылары янында булыуын әйтеп, “уңған кеше ҡыҙыу эш мәлендә йоҡлап ятмай инде, хужалығын гел шулай тикшереп сыға ул” тип маҡтап та ҡуйҙы. Ысынлап та, фермерҙы ауылдан йыраҡ түгел йылҡы өйөрө янында осраттыҡ.
— Иртә торорға күнегелгән инде, йоҡларға әүәҫ түгелмен. Бына мин килеүгә бер бейәм ҡолонлаған, тимәк, көтөү тағы ла тулыланды хәҙер, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул.
Ләйсән Вәйес ҡыҙы — Яңыбай ауылы ҡыҙы. Мәктәпте тамамлағас, күп кенә йәш ҡыҙ һәм егеттәр кеүек белем алырға тип ҡалаға китә. Иҡтисадсы һөнәрен үҙләштереп, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эш башлай. Ҡыҙҙы етәкселек тә уңғанлығы, бөтмөрлөгө өсөн ихтирам итә, аҙаҡ уға яуаплы урын да тәҡдим итәләр. Оҙаҡ йылдар был йәмғиәттә тир түккәндән һуң, үҙ эшен асырға уйлай. Тик тәүҙә нимәгә тотоноп китергә белмәй баш вата. Фермер хужалығы ойоштороу өсөн аҡса ғына түгел, тәжрибә лә кәрәк, техникаһы ла талап ителә. Бынан тыш ауыл ерен үҙ итергә кәрәк бит, ҡалала йә булмаһа район үҙәгендә йәшәп кенә эште алып барып булмаясағын аңлай Ләйсән Вәйес ҡыҙы. Туғандары ла, дуҫ-иштәре лә ниңәлер фермер хужалығы ойоштороп ебәр, бала саҡтан мал араһында үҫкәс, был тармаҡ иң отошлоһо булыр әле тигән кәңәштәрен бирә.
Ләйсән дә күңеле менән нәҡ малсылыҡты үҙ итә. Һәм ауылға күсеп ҡайтып, тәүҙә бер ҡолон һатып ала. Аҙаҡ, бәлки, һыйыр малы аҫрармын, һарыҡ тотормон йә булмаһа ҡош-ҡортҡа өҫтөнлөк бирермен тип тә уйлана ул. Оло йәштәге ауылдаштарының: “Ана, йылҡысылыҡ менән шөғөллән, беҙ һинең ат йәнле булыуыңды беләбеҙ, бала саҡта аттан төшмәнең”, — тигән ҡеүәтләү һүҙҙәрен тыңлап, элекке йыл фермер хужалығы ойошторорға йөрьәт итә һәм йылҡысылыҡҡа тотона.
— Был тармаҡты һайлауыма һис кенә үкенмәйем, сөнки аттарҙы бигерәк яратам. Мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ, үҫкәс үҙемә ат һатып алам, тип хыяллана инем. Йылҡы аҫраған күршеләремдең балаларына гел көнләшеп, их, ошо атҡа атланып елдереп йөрөйһө ине, тип тә ҡыҙыҡтым, — ти фермер ҡатын.
Әле Ләйсән Вәйес ҡыҙының 38 баш йылҡы малы бар. Әлбиттә, өйөрҙә башҡорт тоҡомлолары ғына тотола. Йылҡыларҙы һатып алыу өсөн уға ҡайҙа ғына булырға тура килмәй: Силәбе өлкәһен дә тапай, Башҡортостан райондарын да урап сыға. Әммә күңеленә оҡшаған малды осратмай ул. Тик Иглин районында юлы уңа.
Хужалыҡта тағы ла 30-ға яҡын һарыҡ тотола, һыйыр малы ла бар. Ҡош-ҡортоноң иҫәп-хисабы юҡ. “Хыялдарым тормошҡа ашты, буғай. Әле рәхәтләнеп үҙем теләгән атҡа ултырып йөрөп тә киләм”, — тип йылмая фермер. Төрлө һөт ризыҡтары етештереп, йомортҡа-итен алып, көн аша тигәндәй Ләйсән Малаяҙ баҙарына юллана. Уның сифатлы һәм осһоҙ тауарын һәр кем яратып ала, хатта үҙ һатып алыусылары ла бар икән.
Бөгөн Ләйсәндең 400 гектар ере бар, шөкөр, баҫыуҙары тәрбиәле. Яҙ һоло, күп йыллыҡ үләндәр сәскән. Әйткәндәй, ауылда үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнгән фермерҙар байтаҡ, улар бер-береһенә ихлас ярҙамлаша. Быйылғы яҙғы сәсеү эштәрен дә күмәкләшеп үткәргәндәр. Ауыл фермерҙары хатта берләшергә лә уйлай, әле был юҫыҡта улар һөйләшеү алып бара. “Беҙ йыл һайын баҫыу эштәрен бергәләп башҡарабыҙ”, — ти фермер ҡатын.
Ишле малға аҙығы ла, ашлығы ла кәрәк бит, шуға ла киләсәктә ул бойҙай сәсергә ниәтләй. Тағы ла ер майҙанын арттырып, үҫемлекселек тармағын үҫтерергә хыяллана. Бынан тыш, фермер ҡымыҙ етештереү цехы асып, башҡорт эсемлеген етештереүҙе юлға һалырға уйлап, йылҡы малын 100 башҡа тиклем арттырырға иҫәп тота. Дәүләттән, республиканан һәм район хакимиәтенән ярҙам һәм яҡлау булғас, Ләйсәндең уйлаған уй-хыялдары тормошҡа ашыр әле. “Яңы эш башлаусы фермерҙарға ярҙам” республика маҡсатлы программаһына ярашлы, Ләйсән Вәйес ҡыҙы бер миллион һумдан ашыу аҡсалата ярҙамға лайыҡ булған. Был бүләккә ауыл хужалығы техникаһы, бер нисә йылҡы малы һатып алыуға өлгәшкән.
Фермер ике ауылдашын эш менән тәьмин иткән, бөгөн дә “эшкә алығыҙ әле” тигән үтенес менән киләләр икән. Киләсәктә ул эш урындарын да арттырырға күҙаллай. Әле эшселәре менән элекке хужалыҡтан ҡалған ташландыҡ йылҡы ихатаһына ремонт үткәрә башлағандар, бинаға ҡабаттан йән өрмәкселәр икән.
— Күптәр бит Себер тарафтарына, ҙур ҡалаларға оҙон аҡса артынан сығып киткәйне, тик һуңғы йылдарҙа улар кире ҡайта башланы, тимәк, түләмәйҙәр, — ти Ләйсән Назарова. — Күрше егете лә Себергә барып бер-ике йыл эшләгәндән һуң ауылға ҡайтты. Бөгөн ул миндә эшләй, башҡаса Себер тип ауыҙымды ла асмайым, тип көйәләнә.
Ләйсән Вәйес ҡыҙын ауылдаштары ихтирам итә, йылы һүҙҙәренә, кәңәшенә күптәр мохтаж. Яңы ғаилә ҡорғандар ҙа уның яҡлауын тоя, араҡы менән шаярған ҡайһы бер ауылдаштарына ла Ләйсәндең аҡыллы һәм ҡаты әйтелгән һүҙҙәре ярап ҡала. “Башҡаса булмай, сөнки кемдер ауыл яҙмышы менән ҡыҙыҡһынырға тейештер бит. Ауылдаштарымдың тын алышын яҡшы тоям, уларҙың һәр береһе миңә ҡәҙерле, шуға ла ҡайһы саҡ ҡәтғи ҙә булырға тура килә”, — ти Ләйсән Вәйес ҡыҙы.