Шөбһәләнерлек сәбәп юҡ06.06.2017
Шөбһәләнерлек сәбәп юҡ Башҡортостандың ветеринария хеҙмәте бал ҡорттарына яҙғы ревизия яһаған. Һөҙөмтәлә нәҙекәйбилдәрҙең 4,6 проценты үлеүе асыҡланған. Был бынан алдағы йылдарҙан күберәк, шулай ҙа республикала карантин иғлан итеүгә күрһәтмә юҡ. Башҡортостан ветеринария станцияһы начальнигы, биология фәндәре докторы Андрей Белов ошо хаҡта белдергән.
Алдағы йылдарҙа юғал­тыу бер проценттан артмай ине. Ҡорттарҙың күп­ләп үлеүенең төп сәбәбе вирус ҡына түгел, ә ке­ше­ләрҙең үҙҙәренә, паразит­тарға, үткән йылдың һауа торошона ла бәйле фак­торҙар бар. Тап шуға ла был хаҡта фекер йөрөт­кәндә барыһын да иҫәпкә алырға кәрәк. “Ҡорттарҙың ауырыуы һәм үлеүе – ғәҙәти күренеш, бындай хәл бөтә донъяла күҙәте­лә. Әлегә нәҙекәйбил­дәрҙең күпләп һәләкәте йәки эпидемия хаҡында әйтергә иртә”, – ти эксперт.
Башҡортостанда хәҙер­ге ваҡытта диагностикалау йәһәтенән хәл тотороҡло, дауалауҙың яңы алымдары индерелә, ҡорттар өсөн әллә ни хәүеф тыуҙыр­маған препараттар ҡул­ланыла, вируслы ауырыу­ҙарҙы аныҡ­лау өсөн тестар алына. Бынан тыш, төбәктә ҡыйбатлы ҡора­мал­дар менән йыһаз­лан­дырылған ветеринария лабора­торияһы эшләй.
Республикала 335 мең ҡорт күсе иҫәпләнә. Умар­тасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикше­ренеү үҙәгенең генераль директоры, биология фән­дәре докторы, профессор Әмир Ишемғолов билдә­ләүенсә, быйылғы ҡышта ҡайһы бер умар­талыҡ­тарҙа ҡорттарҙың күпләп ҡырылыуына варроа талпаны сә­бәпсе. “Был күре­неште ғәҙәттән тыш хәл тип атарға ярамай, ул күп йыллыҡ нормаларға ярашлы. Умарталарҙы тикшер­гәндә күпселек бөжәктәр­ҙең варроатоздан ҡыры­лыуы билдәләнде”, – ти ул.
Өфө ғилми үҙәге профессоры Алексей Николенко ла был хаҡта: “Йыл ҡорттар өсөн ауыр килде. Йәй уңыш аҙ булды, күп ҡорттар ҡышҡылыҡҡа ас килеш насар үҫешкән май ҡатламы менән инде. Ҡыш ғәҙәттән тыш оҙон һәм бынан алдағы ике йылдан ҡатыраҡ булды”, – ти.


Вернуться назад